+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Август , 11:30

Харап шәп булды әле!

- Ошо ҡулайлаштырыу менән башты ҡатырҙылар инде! Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына ул. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа башы-тояғы менән ҡаршы тора. Бына әле лә ҡулайлаштырыу сәйәсәтен дә фәлән дә-төгән фәсмәтән тип зыҡ ҡубышалар. Минеңсә, бушҡа етәкселәрҙе әрләйҙәр. Бын мин уйлап торам-торам да яман шәп булды әле тим. Эйе, эйе! Белеп эшләйҙәр, улар шуның өсөн уҡыған бит.

Харап шәп булды әле!
Харап шәп булды әле!
Ҡулайлаштырыу әҙәм балаһына харап шәп мәмкинлектәр тыуҙыра. Әллә күпме аҡса янда ҡала. Мәҫәлән, хәҙер беҙҙең силсәүет тә, пушты , укол һала торған пидпункт та, кантур ҙа, магазин да, мәктәп тә, йәсле лә, әптик тә бер урында. Бер нисә көн элек машина ремонтлай торған урын да астылар. Уныһы бигерәк тә ҡулайлы булды. Бер килгәндә бөтә йомоштарыңды бөтөрәһең дә ҡайтаһың. Бер көндә дәрес ваҡытында балаларға:
-Шуны уҡығыҙ, мин хәҙер киләм, - тинем дә йәһәт кенә сыға һалып машинамды төҙҙәттерҙем.
Йә, шул насармы? Магазины булыу ҙа уңайлы. Кисә ҡунаҡта булғайным, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡунаҡта ауыҙҙы күккә сәйөп ултырып булмай ҙа инде, аҙ-маҙ йотҡоларға тура килде. Тағы ла балаларға:
- Ошо күнегеүҙе эшләгеҙ, - тинем дә тиҙ генә магазинға инеп, бер ярты алып, башты йүнәтеп алдым.
Аңлағанһығыҙҙыр инде, балаларға белем бирәм мин. Шул ҡулайлаштырыу арҡаһында мин хәҙер киң профилле уҡытыусыға әүерелдем. Элек мәктәбебеҙ ун бер йыллыҡ булһа, былтыр туғыҙ йыллыҡ итеп ҡалдырҙылар. Ҡалмаҫ ине лә, уҡыусылар бигерәк аҙ. Уҡытыусылар, врачтар бөтәһе лә балаларын район үҙәгендәге гимназияға биреп бөттөләр. Үҙемдең ике балам да шунда уҡый. Быйыл анау ыскутник Сәмәй ҙә улын гимназияға алып киткән булды, бала һанын кәметеп.
- Кит, иҫәр, ниңә улайтаһың, исмаһам, үҙеңә ярҙамлашыр, - тигәйнем, әллә кем булып ҡулын ғына һелтәне.
-Һеҙҙән ҡайһы ерем кәм. Мин дә баламдың ҙур кеше булыуын теләйем!
Бығаса физкультуранан ғына уҡытһам, хәҙер, физикананан, урыҫ, инглиз теленән, тарихтан белем бирәм. Йыр дәресен дә биреп ҡуйҙылар. Өйҙә уҡып өлгөрмәһәм, ана, китаптан фәлән-фәлән биттәрҙе уҡығыҙ тим. Ә бына физика ауырыраҡ, әлбиттә. Үҙем ун бер йыл шунан бер нәмә лә белмәнем. Ана теге яуаптары яҙылған китаптар донъя хәҙер, шунан күсерәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
Элек мәктәпте газ менән йылытһаҡ, хәҙер утын менән йылытабыҙ. Ниңә, бик дөрөҫ эшләнеләр. Өҫтөңә ағас ауып торһон да былай ҙа барлы-юҡлы газды бөтөрөп, шул теләһә кем балалары өсөн әрәм итеп тор әле.
- Ауылды ҡороталар, - тип етәкселәрҙе, депутаттарҙы әрләүҙәре менән төптө килешмәйем.
Бөтәһенә лә беҙ үҙебеҙ ғәйепле. Әлегә берәү ҙә килеп:
- Бары ауылдан сығып китегеҙ, - тип ҡыуалап йөрөгәне юҡ әле. Киреһенсә, тыуған ерегеҙҙә ҡалығыҙ, тип кенә торалар.
Шул депутат тигәндән, теге ваҡыт Ярлыяҡ районына барғайным, депутат итеп һайлаған ханымды серетепме сереттеләр.
Имеш, теге лә был, бынан дүрт йыл элек һайланырҙан алда бер тапҡыр күрһәләр, хәҙер йөҙөн дә онотҡандар. Ғәжәп: әллә уны үҙҙәре һайлап ҡуйғас та, ул шунда йәшәргә, уларҙың өйөнә һыу, газ үткәрергә, урамда буйындағы ҡарҙы таҙартып, һуғышҡан кешене аралап йөрөргә тейеш тип кенә уйлайҙар инде. Депутат тигәс тә, уның ире, балалары юҡ тиҙәрме икән. Һәр кем иң тәүҙә үҙенең ғаиләһен хәстәрләргә тейеш. Балаларына өй һалып ҡалырға ла кәрәк, йылына бер килгән отпускыла йылы яҡта ял итеп өлөгөрөргә лә кәрәк. Шулай итеп, дүрт йыл һә тигәнсе үтә лә китә. Унан тағы әллә һайлайҙар, әллә юҡ.
Эйе, эйе, шул тиклем ат кеүек егелеп эшлә лә саҡ ҡына ла ял итеп алма, имеш. Улар һаулығын юғалтһа, беҙҙе кем хәстәрләр. Беҙгә төртһәң, тәгәрәргә торһаң сихут, шыр һөйәк депутаттар кәрәкмәй. Ундайҙар халыҡты яҡлап яғалаша аламы ла, пенсияны, эш хаҡын арттырыу хаҡында закон ҡабул итергә һәләтлеме! Ана бит, телевизорҙан күргәнегеҙ барҙыр, тормошобоҙҙо яҡшыртабыҙ тип ҡаһылары сеймә- сей килеп дөмбәҫләшә. Кемдер ишшеү уларҙың кеҫәһендәге аҡсаны һанай. Йәнәһе, йөҙәр меңләп алалар. Шул тиклем эшлә лә алма, имеш. Уныһы ла аҙ әле ул. Мин үҙем хәтемдән килһә, тағы ла күберәк түләр ине. Улар беҙҙең өсөн һәр тинде иканумлау өсөн тырышалар, шунһыҙ алға китеү була тиме.
Бына шулай йәмәғәт! Ҡулайлаштырыуҙы берүк әрләмәгеҙ. Харап уңайлы нәмә ул беҙҙең өсөн!
 
https://shonkar.com/articles/b-kh-s-alma-y/2021-01-14/harap-sh-p-buldy-le-1226381
 
Автор:
Читайте нас: