+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Август , 15:00

Ҡарт ҡаласы ашайым тип...

...Сәриә олпат ирҙең иғтибарынан тәүҙә тартынһа ла, аҙағыраҡ был мәҙәк тойолдо, унан инде ҡиммәтле бүләктәргә, киң ҡоласлы ваҡиғаларға күнегеп китте. Өс көнгә бергәләп республиканың икенсе осондағы ял йортона барып ҡайтҡас, бөтөнләй эҫенештеләр.

Ҡарт ҡаласы ашайым тип...
Ҡарт ҡаласы ашайым тип...
“Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар”. Тәрән мәғәнә һалынған халыҡ мәҡәле ҡайһы саҡта бөтөнләй икенсе төрлө һөҙөмтәләрҙе лә сағылдырыуы ихтимал. Ҡарт ҡаласын ашайым тип, йәштең һынығынан да тороп ҡалған, аҙаҡ ғүмер буйы яҙмыш ҡамсыһынан ҡыуылған ҡатындар ҙа була...
...Сәриәнең башҡа хеҙмәттәштәре араһында айырылып торғанын күрмәү мөмкин түгел ине: уның атлап йөрөшө генә ни тора! Һомғол кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, һалмаҡ ҡына баҫып атлай, оҙон, ҡалын толомо аҡ халатын йәмләп, күкрәгенә ятҡан. Күҙҙәре иһә тәрән диңгеҙ шикелле күкһел зәңгәр: бер баҡһаң, унда мәңгелеккә сумырға була... Тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп мөләйем генә йылмайғанда донъя яҡтырып китә кеүек. Ә нисек һөйләшә һуң! Ауылда, ҡәҙимге ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙа үҙенең бәҫен белеү һәләте ҡайҙан тиерһең...
Егеттәр йөрөмәне түгел, күп йөрөнө артынан. Әле студент йылдарында, медучилищела уҡығанда, юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алған Раян менән танышып, мөхәббәттең нимә икәнен яҡшы төшөнгәйне Сәриә. Ҡала буйлап етәкләшеп йөрөүҙәр, бергә таң ҡаршылауҙар, уртаҡ хыялдар, яҡты маҡсаттар – һәммәһе лә булды һымаҡ. Тик үтә ҡайнар тойолған хис-тойғолары бер көн килеп һүнде лә ҡуйҙы: үтә һауалы тойолған сибәр ҡыҙҙы егеттең дуҫтары ла, яҡындары ла үҙ итмәне, Раян да иңенә ятҡан был йөктө күтәрә алмаҫын төшөндө шикелле. Бер аҙҙан үҙе менән бергә уҡыған алсаҡ Гөлиәгә өйләнде лә, районына ҡайтып китте.
...Сәриә лә тыуған яғына эшкә ҡайтты. Ярылған йөрәгенең ярсыҡтарын усына йыйып, урындағы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй башланы. Еңелдән түгел: операция залында табипҡа ярҙам итергә, реанимацияла ятҡан сирлеләрҙең хәлен контролдә тоторға кәрәк. Бала саҡтан “медик булам” тип йөрөгән Сәриә эшен бына тигән итеп башҡара ине. Һауалы тиһәләр ҙә, эшен еренә еткергәс, дәғүә белдереүсе булманы.
...Ғаян Ғәлимович менән дә дауаханала танышты. Район кимәлендә ярайһы ҙур түрә булған урта йәштәге ир көтмәгәндә сирләп китеп, дауаханаға эләккәйне. Операция уңышлы үтте, унан оҙаҡ ҡына дауаханала ятырға тура килде. Шунда Сәриәне күреп, иҫе киткәйне олпат ирҙең. Шул саҡ тормошо хәтәр сөсө, күңелһеҙ тойолдо уға. Ҡасандыр үлә яҙып ғашиҡ булған хәләл ефете хәҙер күптән үтә туйҙырған мыжыҡ ҡатынға әүерелгән, балалары ла үҫеп еткән: өлкәне институт бөтөрөп эшләп йөрөй, төпсөгө лә диплом алырға тора. Таныш-белештәре менән һөйләшеп ҡуйған: ул да эшһеҙ ҡалмаҫ. Йорто сынъяһау, аҡса етерлек, абруйы бар, һүҙе үтә. Тик... Күңелһеҙ ине Ғаян Ғәлим улына.
...Сәриә олпат ирҙең иғтибарынан тәүҙә тартынһа ла, аҙағыраҡ был мәҙәк тойолдо, унан инде ҡиммәтле бүләктәргә, киң ҡоласлы ваҡиғаларға күнегеп китте. Өс көнгә бергәләп республиканың икенсе осондағы ял йортона барып ҡайтҡас (ир өйҙә командировкаға барам, тине), бөтөнләй эҫенешеп киттеләр.
Район үҙәгендәге яңы йорттарҙың береһендә ир һөйәркәһенә бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алды. Бығаса ятаҡта йәшәгән Сәриә баш тартманы. Уларҙың “артыҡ йылы” мөнәсәбәте хаҡында ярты район белә ине инде, тик йөҙөнә бәреп әйтеүсе генә табылманы – түрә булған Ғаян Ғәлим улының ярһыуынан ҡурҡтылар.
Ҡатыны ла еңә алманы ирен: илап та ҡараны, кешеләр алдында оят, балаларҙан ҡурҡ, тип тә ялбарҙы, әммә ир ыжлап та бирмәне – йәш һөйәркәһенән ваз кисергә йыйынманы. Әммә ҡатынын да айырырға ашыҡманы...
Бер нисә йылдан һуң, инде Сәриә утыҙға еткәндә, ул бер тапҡыр Ғаян Ғәлимовичҡа янъял ҡуптарҙы: һөйәркә сифатында күпме йәшәргә мөмкин? Уның да законлы ир менән йәшәгеһе, бала һөйгөһө килә!
Кейәүгә сығыуҙы онот, тип белдерҙе уға абруйлы һөйәре. Мин һине ташларға йыйынмайым, тип тә өҫтәне.
Әммә... Тормоштоң үҙ ҡанундары. Бер көн Ғаян Ғәлимовичты Өфөгә эшкә саҡырҙылар. Йомшағыраҡ ултырғыстан, бәҫлерәк дәрәжәнән, ҙурыраҡ аҡсанан кем баш тартһын? Сынъяһау донъяһын ғына түгел, Сәриәһен дә ҡалдырып, бисәһен эйәртеп, баш ҡалаға күсеп китте олпат ир.
Ә Сәриә нимә? Бер үҙе торҙо ла ҡалды. Ҡуртымдағы фатирҙы ла бушатырға тура килде, әммә иң ҡыйыны – таныш урамдарҙан үтеү, ошонда йәшәгән кешеләр араһында йәшәү, хеҙмәттәштәре менән аралашыу булғандыр. Оят түгел ине уға, ә иҫ киткес ғазаплы, үкенесле кисерештәр йыртҡылай ине күңелен. Түҙмәне, апаһы менән һөйләште лә, Себер тарафтарына сығып китте Сәриә.
...Сибәр ҡатын, бәлки, унда үҙ бәхетен тапҡандыр, иллә мәгәр Ғаян Ғәлимович элеккесә олпат һәм күркәм. Олоғайған, әлбиттә. Ана, күптән түгел телевизорҙан да күренеп ҡалды - оло юбилейын билдәләгәндәр икән... ”Һеҙ һәр ваҡыт һәр яҡтан өлгө булдығыҙ – татыу һәм ныҡлы ғаилә башлығы, яҡшы атай, булдыҡы етәксе итеп беләбеҙ һеҙҙе ”, – ошоға оҡшаш ҡотлауҙар яуҙы ғына. Бик тә риза тормошонан Ғаян Ғәлимович, бер итеп йәшәне ғүмерен – ул шулай уйлай, үкенестәргә, намыҫ ғазаптарына юл ҡуймай (булһа икән ул намыҫ!)...Түҙемле ҡатыны ла эргәһендә – сабырлыҡтың төбө һары алтын тип, йылмайып ҡына баҫып торған була...
Себер киңлектәрен иңләгән Сәриә лә хәҙер йәш, сибәр ҡыҙ түгелдер, әлбиттә. Үкенестәре лә, бәлки, баҫылғандыр... Тик ҡарт ҡаласына ҡыҙығып еләктәй матур осорон үткәреп ебәргәнен, йәштәштәренең йәшлек дәртенән буш ҡалғанын аңлаймы икән ул? Үкенесле донъя...
 
Фото: static.wixstatic.com
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2020-08-10/art-alasy-ashayym-tip-681049
Автор:
Читайте нас: