+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
18 Сентябрь , 15:00

Һауалағы торнаны күҙләгән гүзәл заттар бар

– Гөлкәй, ниңә өйҙә ултыраһың ул? Театрға, киноға барырға була бит, исмаһам, ял көндәрендә?– Бармайым. Оялам. Яңғыҙлығымдан оялам.– Унда бөтәһе лә ире йәки ҡатыны менән йөрөмәй ҙә инде, әхирәтең менән барһаң ни була?– Ю-ууҡ, мөхәббәт тураһындағы спектаклде йә киноны һөйгән йәр менән генә ҡарарға кәрәк...

Һауалағы торнаны күҙләгән гүзәл заттар бар
Һауалағы торнаны күҙләгән гүзәл заттар бар
Килештерә Гөлкәй, һис шик­һеҙ, килештерә, хатта хәйләләй ҙә кеүек... Һәр хәл­дә, үҙемсә шулай уйлайым, сөнки тормоштоң көндә­лек мәшәҡәт­тәрен теүәлләгәндә, һөйгән йәрең менән гел бер­гә етәкләшеп йөрөп булмай ул. Шулай ҡайһы ваҡыт эш­тән арып ҡайтҡан иремә: “Әйҙә, театрға барып килә­йек әле, шундай шәп тамаша тиҙәр!” – тип ауыҙ асыуым була, ул:
– Ҡуйсы әле, үҙең генә бар, әхирәттәрең дә быуа бы­уырлыҡ. Булмаһа, малай­ҙарҙың береһен эйәрт, – тип баш тартырға ашыға һала. Ни тип әйтәһең? Ирҙәрҙең кү­беһе рухи яңырыуҙы театр­ҙа түгел, ә хоккей-футболлы стадионда йә иһә диванда, телевизор ҡаршы­һында, эҙләй.
Гөлкәйебеҙгә быны иҫбат­лап буламы һуң? Ул театрға принц ултырған аҡ дөлдөлдө эйәртеп кенә түгел, хатта етәкләп барырға ла риза, тик уның ынтылыш-хыялдарын һаман аңлаусы-күреүсе генә юҡ. Дөрөҫөрәге, уның талаптарына тап килгән ир-ат осрамай һаман.
Күктән төшкән фәрештә тип уйлап ҡуймағыҙ Гөлкәй тураһында: аяғында ныҡлы баҫып торған, ата-әсәһе ғо­рур­ланырлыҡ ҡаҙаныштар яулаған Ер ҡыҙы ул. Төплө белгес, һөнәр оҫтаһы. Ойошмаларында иң шәп, ҡәҙерле белгестәрҙең береһе. Аҡса­һын да етерлек эшләй, тор­лаҡ проблемаһы ла юҡ. Ма­шинаһы ирҙәр көнләшерлек – затлынан, уңайлыһынан. Теләгәнен ашай, теләгәнен кейә, тигәндәй. Йыл һайын берҙе генә түгел, хатта икене диңгеҙ буйына барып, күр­кәм буй-фиғелен йылытып ҡайта... Шәп ҡыҙ, һис шик­һеҙ. Тормош девизы ла бына тигән: “Булғас – иң яҡшыһы булһын, булмаһа – бул­ма­һын”. Тик бына принц та, дөл­дөлө лә һаман юҡ та юҡ...
Фәҡәт билдәле тәртип буйынса йәшәгән кеше була­раҡ, былтырғы пландарына ул кейәүгә сығыуҙы индер­гәйне лә, тик... әллә тоҙағына эләккән ир сығынсыраҡ булды, әллә башҡа сәбәбе – туй мәсьәләһе хәл ителмәне. Гөлкәй бит ул: бер аҙ кү­ңел­һеҙләнеп алғандан һуң, тор­мошҡа ашмаған пунктты быйылға күсереп яҙып ҡуйҙы.
...Театрға йөрөмәүенең дә сәбәбе ошонан: спек­такл­гә мыҡты кәүҙәле олпат ирҙе ҡултыҡлап тороп бармағас, тамаша буйы ләстит сурытып баш ҡатырған (хәбәрҙе һөйләп өлгөрөргә кәрәк – башҡа ҡайҙа осрашһын эш кешеләре?!) әхирәттәрҙе эйәртеп йөрөүҙән ни фәтүә?! “Яңғыҙлығымдан оялам” тигәне лә форма өсөн – шундай ҙа күркәм ҡатындың, ысынлап та, театр һынлы театрҙа “хужаһыҙ” йөрөүе – килешмәгән хәл. Шулай, ба­рыһын да уйлап эшләй беҙҙең Гөлкәй. Барыһы ла тәртип менән, план буйынса. Дәрт-дарманын бушҡа сарыфламай, кәрәкмәгән ғә­мәл­дәргә түкмәй: һөнәри ҡа­ҙа­ныштар йәки үҙе өсөн фай­ҙалана. Шуға ла ара­лашҡаны – фәҡәт абруйлы, таныш-тонош кешеләр, улар менән теләһә ҡайһы ваҡытта проблемаларҙы хәл итеп тә, “бутҡа бешереп” тә була...
Ғөмүмән, “һин – миңә, мин – һиңә” ҡанунын ифрат үҙ итә Гөлкәй. Ә миһыр­бан­лыҡ, мәрхәмәтлелек, туған­лыҡ тойғолары ҡайҙа, тиер­һегеҙ. Юҡ, насар уйлап ҡуй­мағыҙ: был пункт­ты ла иҫәп­кә алған, төшөрөп ҡалдыр­маған. Йылына бер-ике тапҡыр мотлаҡ мәсеткә барып хәйер бирә, эштәре уң барһын тип, ишек төбөндә дежурҙа ултырған хәҙрәттән доға уҡыта. Башҡарылған бурыс һәм еңеллек тойғоһо кисереп ҡайта шунан. Туған-тыумасаһына ла күстәнәсһеҙ йөрөгәне юҡ, әлбиттә. Ә ғө­мү­мән, йәлләткес тойғоларға юл бирергә яратмай: тор­мош­та уңышҡа өлгәшәм тиһәң, һәр ғәмәлдә ҡатылыҡ кәрәк һәм һәр кем үҙе өсөн яуап бирә.
Бына шундай ул беҙҙең Гөлкәй. “Иҫәпсел бигерәк”, “яһалмалылығы ярылып ята”, “һауалы” тип артынан ут сәсеп ҡалғандарға төкө­рөп тә бирмәй, осраған ҡар­шы­лыҡтарҙы терһәге менән булһа ла төртөп үтә лә китә. Тик... Бер генә нәмәне онотоп ебәрә буғай: ул да булһа ваҡыт төшөнсәһен. Мәңге йәш һәм көслө булырмын тигән ышанысын ҡаҡша­тырлыҡ ғәмәлдәр әлегә осрамаһа ла, инде үҫеп бөт­кән, балалары булған йәш­тәштәрен осратһа, бер аҙ кү­ңеле һулҡылдап ҡуя-ҡуйыуын. Тормошҡа ашма­ған маҡсаты тороп ҡалғаны юҡ, тик бына планындағы кейәүгә сығыу һәм бала табыу пункттарын ғына һаман бойомға ашыра алмай. Ҡырҡ­ҡа аяҡ баҫҡанда, үке­нес­лерәк, әлбиттә... Шыҡһы­ҙыраҡ көндәрҙә йә иһә буранлы ҡараңғы төндәрҙә һалҡын түшәгендә оҙаҡ ҡына боршаланып, уйланып ятҡа­ны ла булғылай. Уйлап ҡа­раһаң, ошо сынъяһау донъя­һы, гараждағы машинаһы кемгә ҡалырға тейеш? Кем өсөн булдыра ул барыһын да? Дуҫ-иштәренең генә түгел, туғандарының да һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы – ҡайҙан ҡасан ҡайтһалар ҙа, өйҙәрендә уларҙы кемдер борсолоп, һағынып көтөп тора.
Ошондай әрнеүле минуттар күңелен тырнап-болоҡ­һотоп торһа ла, иртән тор­ғас, уның сәмле булмышы уяна, мин-минлеге, ғәҙәттә­гесә, хис-тойғоһон, шиктәрен туҙҙырып ташлай. Ул үҙен ипкә килтерә, кейенә-йыйына, камил прическа яһай һәм тағы ла эшкә сығып йүгерә. Тағы ла тынғыһыҙ, ваҡиға­ларға бай, сағыу көн үтә; эшен теүәл башҡара, бәҫле кешеләр менән аралаша, әһәмиәтлелеген тоя, маҡтау һүҙҙәре ишетә... Тик кис етә, уттар һүнә, офис­тан барыһы ла яҡындары янына ашыға, тик бер Гөлкәй генә, яңғыҙлығын усҡа йомоп, башын юғары күтәреп, ғорур аҙымдар менән затлы, әммә йәнһеҙ фатирына йүнәлә...
...Уңған, сибәр ҡыҙҙар ир-атты бер аҙ өркөтә инде – быныһы күптән билдәле. Ирҙәрҙең ирҙәрсә ябай, тура фекерләүенән килә был: ошо ғорур, тәкәббер ҡиәфәт артында йылыға һәм хәстәргә мохтаж нескә күңелле йән эйәһе йәшеренгән, тип уйлап та ҡарамай улар. Шул уҡ ваҡытта бер етешһеҙлектән дә азат булмаған ҡәҙимге уҙа­манды (әллә мин яңы­лышаммы – принцтар булалыр, бәлки?) алһыу күҙлек аша принц тип күрергә ниәтләгән, абынырын да уйламай, һауалағы торнаны күҙләгән гүзәл затҡа ни тип әйтәһең? Кем ғәйепле?
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-05-31/ki-esherlek-yuldar-barmy-100010
Автор:
Читайте нас: