-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Сентябрь , 20:00

Ҡуян ҡыуғанда...

Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА Ауыл кешеһе, йыл буйы ал-ял белмәй, туҡтауһыҙ эшләп, мал аҫырап, ҡош – ҡорт бағып, баҡса үҫтереп, бал ҡорто тотоп, тағыла әллә ниндәй мең төрлө һөнәр менән шөғөлләнеп йәшәй. Ҡара яҙҙан, һыйырҙары быҙаулағандан алып, һөт, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, ҡорот, аҡ эремсек, ҡыҙыл эремсек, аҡ май, һөҙмә, сыр, йомортҡа һатып, көндәлек хәжәтенә етерлек аҡса эшләп көн итә. Аҫыраған кәзәләренең дебетен дебетләтә лә һатып, шул дебеттән шәлдәр бәйләп, күпләп шәл һатып. Һарыҡтарының йөнөн йөнләтә лә һатып, шул йөндән носки, бейәләйҙәр бәйләп, быймалар баҫып һатып, нимәгә тотонһала аҡсаға әйләндерә ауыл кешеһе.

Ҡуян ҡыуғанда...
Ҡуян ҡыуғанда...

Ә инде көҙ еткәс, һатырға тип аҫыраған, һимерткән эре малдарын, күпләп һуйып, йәй буйына йыйылған ҡорт балын - флягалап, үҫтергән картуфының артығын 100 – 150 тоҡлап һатып, ҙур аҡса эшләргә форсат тыуа уға. Ошо йылына бер тапҡыр аҡса эшләр өсөн ауыл халҡы арыу - талыу белмәй йылдар буйы көс түгә.

Әлбиттә бөтә булған ризыҡ – тәғәме үҙенеке, шәкәр, сәйҙән башҡа бер нәмәлә һатып алмай йәшәй ала ул. Үҙе үҫтергән йәшелсә, емеш, ашлыҡ, картуф, төрлө ҡош ҡорт: тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә, ваҡ мал: һарыҡ, кәзә, эре мал: һыйыр, башмаҡ, ат ите, һыйырҙың ағынан эшләнгән ризыҡтар, бал, хатта үҫемлек майын да, көнбағыштан һыҡтырып сығарып тотона ауыл кешеһе. Ошолар арҡаһында бер нәмәгәлә мохтажлыҡ кисермәй ауыл халҡы. Тик бының өсөн үтә шәп, егәрле, салт, оҫта булырға кәрәк. Ниндәй генә эшкә тотонһала еренә еткереп эшләй белә, мең һөнәргә эйә һәр бер ауыл кешеһе.

Беҙҙең ауылда шундай егәрле, шәп кешеләр йәшәй. Бигерәк тә беҙҙең ғаилә дуҫтарыбыҙ, һөйөклөмдөң синыфташтары, ҡорлаштары һәм уларҙың кәләштәре, һоҡланғыс кешеләр! Изгелек - уларҙың күңел байлығы, иҫ киткес кешелеклек хас беҙҙең ғаилә дуҫтарыбыҙға. Беҙ һәр ваҡыт бергә: күмәк эшме ул, тыуған көнмө, юбилейҙармы, туйҙармы бергә үткәрәбеҙ, бөтәбеҙҙә бер-беребеҙгә ярҙамсы, терәк булырға тырышабыҙ. Ҡош-ҡорт, һуғым һуйыуҙарҙыла беҙ бергә бергә эшләйбеҙ. Дуҫлығыбыҙ саф, эскерһеҙ, ихлас, арабыҙҙа бер беребеҙгә ышаныс, тоғролоҡ йәшәй. Әгәрҙә бер - бер хәл булһа, беҙ бөтәбеҙҙә күмәкләп ярҙамға ашығабыҙ.

Мин һөйләргә йыйынған ваҡиға көҙгө рашҡыла, ҡарлы ямғырлы бер көндө булды. Беҙ Әсҡәт ҡорлаш менән, Өфөгә алып барып, ит һатып ҡайтырға булдыҡ. Ҡалала ит хаҡы юғарыраҡ тип ишетеп, һәр беребеҙ берәр һыйыр һуйып, ит тейәп иртә таңдан, яҡтырыр яҡтырмаҫ юлландыҡ Өфөгә. Алыҫ юлдың михнәттәрен тулыһынса елкәбеҙҙә татып, төшкә ҡарай ғына арып талып килеп еттек баш ҡалабыҙға. Уңған ерҙә уңып, туңған ерҙә туңып тигәндәй, ярты көн сиратта тороп итте тапшырып, ҡулыбыҙға аҙыраҡ аҡса төшөрөп, магазиндарҙа йөрөп алғас, кисләтеп кенә ҡайтырға йыйындыҡ. Эх, юл ыңғайы башҡа ҡалаларҙа уҡыған ҡыҙҙарымды инеп күрге, күстәнәстәр ҡалдырғы килә бит әле! Мин үтенесемде Әсҡәт ҡорлашҡа еткерәм, ул бер һүҙһеҙ Стәрлетамаҡта ла, Салауатта ла, Күмертауҙа ла туҡтап, миңә балаларым менән күрешергә мөмкинлек бирә. Рәхмәттән башҡа нимә тиһең инде уға! Ул үҙе лә төрлө кәрәк яраҡ йомоштарын йомошлап, юл ыңғайы үҙенә кәрәк эштәрҙе лә эшләп ҡайтып килә инде.

Бына ниһайәт беҙ бар йомоштарыбыҙҙы теүәлләп, башҡа бер ерҙәлә туҡтамаҫҡа нейәтләп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ауыл яғына яҡынлай башлағанда сәғәт инде әллә ҡасан төнгө 12-нән артҡайны. Беҙ шымып инеп китеп, һәр кем үҙ уйҙарына сумып, бер өнһөҙ тынһыҙ киләбеҙ машинала. Мин ҡорлаштың йөҙөнә күтәрелеп ҡарайым, ул үтә арып, талсығып киткән кеүек күренә. Йөҙө һурылып, маңлайындағы һырҙар тәрәнәйеп, ҡаштары төйөлөп тора, өйөнә ҡайтып етеп, урынына ауып йоҡлап китерлек кенә хәлдә килә инде ҡорлашым. Ә минең турала һөйләп тораһыла юҡ, хәл һәлпәйҙе, һөйләшке лә ҡыбырлағы ла килмәй. “Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң баҡыр ҙа юк!”- тигәндәй, оҙон аҡса эҙләп, арып йонсоп йөрөгәнсе, итте үҙ ауылыңда ғына һатып, насип булған аҡсаны ҡулыңа алғандан да яҡшырағы юҡ. Үҙемде бер йәлләп, ҡорлашымды мең йәлләп, уға тағы күҙ һалам, инде бөтөнләй бойоғоп, үҙенең йәшенән әллә күпмегә
өлкәнерәк булып киткән һымаҡ тойолдо ул миңә. “Ярай, ҡайтып ял итеп алһа, онот булыр әле...”- тип уйлап күҙҙәремде йомам. Бер аҙҙан әсе һыҙғырған, дәртле ҡысҡырған, аяҡ дөбөрләткән тауыштарҙан күҙҙәремде асам. Бер яҡҡа ҡыйшайып, башымды тәҙрәгә терәп, ойоп киткәнмен икән. Тиҙ генә турайып ултырам да, Әсҡәт ҡорлашҡа ҡарайым. Минең иҫем китеп аптырауымдың иге сиге юҡ. Яңы ғына ныҡ арыуҙан 50 йәшкә аяҡ баҫҡан бабайға оҡшап ултыра ине ҡорлашым руль артында. Ә хәҙер инде уны алмаштырып ҡуйғандармы ни! Йөҙө асылып киткән, битендә йыйырсыҡ, һыр тигән нәмәнең эҙе лә юҡ! Көсө - дәрте ташып торған 18-20 йәшлек егеттәй, ай – һайлап ҡысҡырып, һикереп ултыра бит был руль артында. Йоҡо аралаш мин иң тәүҙә ныҡ ҡурҡтым, нимә уйларғала белмәй ҡотом осто. “Ҡорлаш нимә булды? Нимә ҡылынаһың?”- тип һорайым унан, ләкин яуап юҡ... Ҡорлашымды алыштырып ҡына ҡуймағандар, ул бөтөнләй ишетмәй, күрмәй ине.

Күпме генә өндәшһәм дә, ниндәй генә һорау бирһәм дә ҡорлашым мине ишетмәне. Иң ахыры мин түҙемем бөтөп, уны яуырынынан йолҡҡолап һелкетә башланым. “Ҡорлаш, мин аҙ ғына йоҡомһырап, ойоп алғансы һине ен алыштырҙымы әллә? Нимә булһала өндәш исмаһам! “
Ниһәйәт бер ике һүҙ әйтте ҡорлаш: “ Ниндәй ен? Ҡуян! Ҡуян! Ҡуян!”- тине ул. “ Ә-ә-ә?.. Ниндәй ҡуян? Алйып бараһыңмы әллә? ”- Күҙҙәре һазлап, алға текләп осоп барғандай , бына бына машина эсенән атылып сығып югереп китерҙәй булып килгән ҡорлашымдан мин ысынлап тороп ҡурҡа башланым. Нимәгә текләгән һуң ул? Алда нимә бар? Мин алғы тәҙәрәнән тышҡа ҡарайым, әммә унда дөм ҡараңғы, бер нәмәлә күренмәй. Рашҡылы - ямғырлы, аҡлы - ҡаралы көҙгө көндәр - төндәр... Төн уртаһы, иркен юлда ҡаршы килгән техника юҡ, шуғала ҡорлаш аҡты – ҡараны күрмәй, мащинаһын бар көсөнә ҡыуалай. Бына алыҫта, фара яҡтыһында аҡ йомғаҡ абайлап ҡалдым. Ул бер мәлгә генә күренеп ҡалды ла, ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Ә-ә-ә, бына нимә аҡылдан шаштырған икән минең ҡорлашымды! Уның йөрәк төбөндә йоҡлап ятҡан һунарсы ҡомары уянған. Беҙҙең ҡорлаштарҙың хыялы ул, ҡуянға һунарға йөрөү.
Әммә тормош мәшәҡәттәренән арынып хыялдарын тормошҡа ашыра алғандары юҡ. Ә бында ҡуян үҙе күҙ алдында сабып китеп бара. Ҡорлашымды ниндәй зәхмәт һуҡҡанын аңланым мин, әммә хәҙер инде, күҙенә аҡ –ҡара күренмәй, машинаһын ауҙарып ҡуя инде тип хафаға төштөм. “Ҡорлаш, ипләберәк, ныҡ ҡыулама, машинаңды ауҙараһың, ҡуян артынан баҫыуға төшөп китмә, ер туңмаған, өҫтө генә ҡаты, аҫты батҡаҡ, машина менән төшөп батып ҡалһаҡ, таңға тиклем дә сыға алмаҫбыҙ.” – ләкин минең бер генә һүҙем дә ҡорлашыма барып етмәне, уның күҙҙәре тонған, ҡолаҡтары тығылған ине. Ошо моментта, ҡуяндан башҡа нәмә ҡыҙыҡһындырмай ине уны.

Мин хәбәр һөйләгәнсе, осоп килгән тиҙлек менән ҡорлаш ҡуян артынан баҫыуға төшөп тә китте. Тиҙлек үтә ҙур булғанға, машина шыма ғына ярты баҫыуҙы үтеп, ҡап-уртаһында батып, туҡтап ҡалды. “Үәт бит! Әйттем мин һиңә ҡорлаш, тыңламаның, ултыр инде хәҙер сыға алмай.” Мин һөйләнеп маташҡансы, ҡорлашым машинаһынан атылып сығып, әллә ҡайҙан сиденье аҫтынан мылтыҡ килтереп сығарып, дөбөр – шатыр ҡуян артынан сабып сығып китте. Мин асҡан ауыҙымды яба алмай, һеңгәҙәп тороп ҡалдым. Бына һиңә мә!

Ҡорлашымдың машинаһында мылтыҡ йөрөй икән дә бит! Хатта Өфө һынлы Өфөгә барып әйләнеп ҡайтҡан беҙҙең менән бергә! Үәт мөғжизә! Үәт Әсҡәт ҡорлаш тәк ҡорлаш!
Мылтығын һөйрәп алып, ишеген япҡанда:” Зилдә ҡорлаш, һин машинанан сыҡма, бер ҡайҙала китмә! Ошонда көт!”- тип ҡысҡырып киткәне ишетелде. Эйе сығырһың бында сыҡмайҙа! Тышта күҙеңә төртһәң дә күрерлек түгел ҡараңғы, шылт иткән дә тауыш юҡ...
Тәүҙә мин ергә баҫырға ҡурҡып сыҡманым машинанан: анауынсама ауыр кәүҙәмде, бер туҡтауһыҙ яуған көҙгө ямғырҙарҙан, әйләнгән һайын яуып ирегән ҡарҙан батҡаҡҡа әйләнеп, былйырап ятҡан ҡап - ҡара баҫыу ере һурып ҡына алып, йотоп ҡуйыр кеүек тойолдо миңә. Икенсенән тыштағы ҡараңғыла әллә ниндәй хәүеф, хәтәр бар һымаҡ, шомло, тәрән тыныслыҡ хөкөм һөргән, ҡуйы ҡараңғылыҡ. Әләкәй!.. Ҡурҡыныс!.. Бр - р - р - р!.. Страус һымаҡ башты йәшерге килә !.. Ҡайҙа булһала тығып, бер нәмәлә
ишетмәй, күрмәй боһоп ятҡы, онотҡо килә

Был донъяла кемделер, нимәнелер көтөүҙән дә ҡыйын эш юҡ бит ул!.. Ҡорлаштың, ҡуян тотопмы, ҡуянһыҙмы кире әйләнеп килгәнен көтөп, бик оҙаҡ ваҡыт үтеп киткән һымаҡ тойолдо. Мин инде машина эсендә үҙемә урын тапмай башланым, ишекте асып, ултырған ерҙән генә аяҡтар менән тапап, баҫып торорлоҡ майҙансыҡ эшләп алдым. Сығып баҫып тынлыҡҡа ҡолаҡ һалам, шылт иткән тауыш та юҡ. Ҡорлашым ҡайһы яҡта икәнен белергә тырышам, әммә был мөмкин түгел, ул китте лә батты. Үҙем тапаған майҙансыҡтан, тапай - тапай, бейей – бейей баҫыуҙың уртаһынан ҡаты ергә тиклем юл һалам. Ҡаты ергә аяҡ баҫҡас, урман ҡырлатып ипләп кенә, ҡорлашымды эҙләп атлай башлайым. Мин бесәй йылғырлығы менән, өнһөҙ, тынһыҙ, йомшаҡ ҡына баҫып киләм. Һиҙеү, тойоу, ишетеү, күреү һәләттәрем йөҙ тапҡыр артып киткән. Минең эргәмдән күләгә лә һиҙҙермәй үтеп китә алмаҫ ине.

Ниндәйҙер ят тауышмы, ырылдаумы, ҡыштырҙаумы мине кире машинаға ҡарай сабырға мәжбүр итә. Мин бата сума машинаға йомолам, ишекте ябам да, ах та ох килеп, тын алышымды яйға һалырға тырышам. Бер аҙҙан тынысланғас, үҙемдән үҙем көлөп алдым, ҡатыраҡ өргән елдән дә ҡурҡҡан башым менән, кемде ҡотҡарырға йөрөгән булам икән ул дөм ҡараңғы баҫыуҙа. Хәстрүш!.. Һәтәү..! Әммә көтөп кенә тик ултыра алмайым башҡа, тағы машинанан сығам. Ипләп кенә ҡорлашымды саҡырам, ҡысҡыра биреп, ныҡ итеп ҡысҡырып та саҡырып ҡарайым, бер нәмәлә килеп сыҡманы. Ҡорлашым да, ҡуян да юҡ! Иң ахыры, мин ике бармағымды ауыҙыма тығып, бар көсөмә әсе итеп һыҙғыра башлайым. Мәктәп йылдарында, бергә уҡыған малайҙар менән, совхоз баҡсаһына йәшелсә - емеш урларға йөрөгәндә, беҙ үҙ – ара тик һыҙғырып бәйләнеш тота инек. Бына бит һаман да онотолмаған икән, бик елле һыҙғырыла. Бер талай һыҙғырып арығас, машинаның ищеген асыҡ ҡалдырып инеп ултырам да, бөтмәҫ төкәнмәҫ уйҙар донъяһына сумам.

Һыҙылып ҡына таң ата башланы, баҫыуға яҡын ҡыуаҡтарҙы, алыҫтағы тауҙарҙы, урмандарҙы сырамытырға була ине инде. Мин уйға батып, ҡорлаштың килеп сыҡҡанын абайламай ҙа ҡалғанмын. “Нишләп һыҙғыраһың ҡорлаш? Әллә ҡуян шул яҡтамы?”- тип һораған тауышын ишеткәс кенә, башымды күтәреп ҡараным. “Эйе, ҡуян бында! Машинала һине көтөп ултыра! Ә һин ҡайҙа йөрөйһөң? Ҡайттыҡ әйҙә! Тиҙерәк! Киттең дә юҡ булдың, өйҙәгеләрҙе нимә тип уйлайһың!” – тип һөйләнә, һөйләнә мин машинанан сығам. Ҡорлашымдың арыуы, йонсоуы йөҙөнә сыҡҡан, өҫтөндәге кейеме лә ни тиһәң шул, ләкин ул үтә ҡәнәғәт, йылмайып бөтә алмай, ҡулында бер бөртөк ҡуян булмаһала, ун ҡуян тотоҡандан кәм түгел уның шатлығы.

Икәүләп машинаны уратып йөрөп, батҡан еренән сығарыу юлын эҙләйбеҙ. Нисек кенә сығарырға тырышып ҡарамаһын, газға нығыраҡ баҫҡан һайын нығыраҡ бата машина.
Бына Әсҡәт ҡорлаш мин тапаған бәләкәй генә майҙансыҡ менән ҡаты ергә сыҡҡансы тапалған юлды күреп ҡалды. “ Эврика! Эврика! Эврика! Зилдә ҡорлаш һин гений бит, гений!
Мин ҡуян баҫтырғансы, һин нисек машинаны сығарырға юлын табып та ҡуйғанһың! Молодец! Нишләп өндәшмәйһең?”- тип һорай ул мине аптыратып. “Мин үҙемә генә юл тапағайным былай. Ярҙам итһә әйҙә машинаға ла юлды шулайтып тапап һалайыҡ һуң.”- тип мин юл тапарға тотонам. Икәүләшеп машинаның алғы тәгәрмәстәренән баҫыу ситендәге ҡаты ергә тиклем ике юл тапайбыҙ. Бейей – бейей, һикерә – һикерә хәлебеҙҙән килгәнсе тапаған юлыбыҙҙы ҡатытырға тырышабыҙ, ике артҡы тәгәрмәстәрҙән дә юл һалып сығабыҙ.

Хәҙер инде ҡорлаш миңә: “ Багажникты асып ҡалдырам, мин газга баҫыу менән багажникка ырғы. Һинең кәүҙәң ауырлығы менән сығарып алабыҙ машинаны, бына күрерһең!”- тине. Минең күҙем дүрт булды: “Нисек инде ул ырғы? Мин һиңә ҡуяндыр шул, торған ерҙән багажникка ырғырға? Ҡайһылай анһат ҡына һин, үҙең күрһәт әйҙә нимә эшләргә!”- тип туҡтатам ҡорлашты. Мыҡты ғына кәүҙәле булһала, ҡорлашым еңел генә итеп, төрлөсә ырғып багажникка ятып күрһәтә. Үҙенә бөтәһелә еңел генә бирелгәс, ул мине ырғый алмай тип башынала килтермәй инде. Иң ахыры ырғып ҡарай торғас, үҙемә яйлыһын таптым шикелле. Шунан Әсҡәт ҡорлаш газга баҫыуы булды, мини багажникка сумдым. Ярты кәүҙәм
эстә, яртыһы һәм аяҡтарым багажниктан тышта аҫылынып ҡалды. Минең багажникка менеп ятыуым булды, машина һажлап, ажғырып ҡаты ергә сығып ултырҙы. Кейемемдән эленепме, әллә ҡорһағым эләгепме мин багажниктан төшә алмай аҫылынып ҡалдым. Ә ҡорлаш юҡ, күрәм ул “Байыҡ”, “Перовский”, “Лезгинка“ бейеүҙәрен бөтәһен бергә ҡушып, бер баҫыу булып, тетә һуғып бейеп йөрөй. Машинаһын батҡаҡтан ҡотҡарыу ҡыуанысынан, тағы 17 йәшлек малайға әйләнгән ҡорлашымды саҡ тынысландырып, саҡырып алам.
“А-һа-һа һин һаман төшмәнеңме ни? Нимә ҡарап һаман ығышаһың? Әйҙә ҡайттыҡ!”- ти был миңә. “Уйнайым! Күрмәйһеңме әллә? Минең бәләм тимәйһең, кешене мыҫҡыл итеп маташаһың. Миңә ҡалһа әллә ҡасан унынсы төшөмдө күреп ятыр инем инде. Ә һинһеҙ төшә алмайым,
эләгеп ҡалғанмын. Давай төшөр ҙә ҡайттыҡ!”- тип асыуланам ҡорлашыма.” Йә – йә үпкәләмә инде ҡорлаш, мин шаярам ғына бит.”- тип һөйләнә-һөйләнә миңә төшөргә ярҙам итә.

Ниһәйәт беҙ ауылыбыҙға ҡайтып еттек. Ҡорлаштың кәләше менән балалары, минең балалар борсолоп көтөп торғандар ине. Ул көндө нимәлер һөйләп торорға яйыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ ине. Бер байрам мәжлесендә иҫебеҙгә төшөрөп, һөйләп, дуҫтарыбыҙҙың барыһының да эстәрен ҡатырҙыҡ. Өфөгә ит һатырға барып, күпме мажараларға тарып бөткәнбеҙ икән! Иҫтәре китеп көлөп туйғас, дуҫтар беҙгә: ” Әсҡәт менән Зилдә ҡуян ҡыуғанда...” – тип лаҡап йәбештереп тә ҡуйҙылар. Ул лаҡап һаман да йәшәй...

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: