Донъяла күпте күргән инәйе:
- Һин, килен, ҡурҡма, йоҡларға ятҡас, ҡосаҡлашҡанда ипләп кенә әйт тә ҡуй, ундай ваҡытта ирҙәр йомшаҡ була ул -, ти икән.
Килен тап инәй әйткәнсә эшләгән дә. Йоҡларға ятҡас, кейәүен ҡосағына алған да иркәләүҙәр араһында, беҙҙең оло һарыҡ үлде бит әле, тигән шым ғына.
Теге кейәү ҡалҡына биреп: Үлгән!?!? -, тип һораған, шунан яйлап, шымыраҡ: Үлгән... Үлһен.... Улһен дә! - Тип һамаҡлаған ти кәләшенең иркәләүенә иҫереп...