+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Сентябрь , 18:10

ИМТИХАН

(Юмореска) Эштән ҡайтып инеү менән ҡатыным ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Башымдан, был бушҡа түгелдер тигән уй үтеп кит­те. Йә эштән арып ҡайтыуымды аңлап күңелемде күтәрергә тырышыуы, йә булмаһа бер эшен эшләп өлгөрә ал­май, икенсеһен миңә ҡушырға уйлауы. Сумка, әйберҙәремде ҡулдан ала, үҙе туҡтауһыҙ көндөң нисек үтеүе менән ҡыҙыҡһына:– Ҡәҙерлем, хәлдәрең нисек? Эш­тәрең нисек бара? Студенттарҙан имти­хан ал­дыңмы? Нисек әҙер­лән­гән­дәр? Ҡы­уан­дырҙылармы?

ИМТИХАН
ИМТИХАН

Бындай ҙа күп һорауҙы студенттарыма бирмәйем әле. Һәр береһен башымда рәткә теҙеп алғас, яуапларға булдым:
– Хәлдәр, Аллаға шөкөр. Студент­тар­ҙың төрлөһө бар. Берәүҙәре шытырлатып яуап биреп күңелде күккә кү­тәр­һә, икен­селәренең ауыҙынан һәр бер һүҙҙе трактор менән саҡ-саҡ һөй­рәп алырһың. Һөйрәгән һайын өҙөлөп-йол­ҡолоп бөтә. Берәүһе бигерәк оят­һыҙ. Әҙерләнергә ваҡыт биргәндә бер нәмә лә яҙмай ултырҙы. Ә яуап бирергә саҡыр­ғайным, шунда уҡ тулы яуап яҙыл­ған ҡағыҙ алдында ята. Шунан ғына уҡымаҡсы булды. Уныһын ал­ғай­ным, яуап та бирә алмай. – Шунан ғына башыма барып етеп, үҙем­де борсоған һорауымды бирмә­ксе булдым. – Кәләш, берәй йомошоң бар инеме?
Ҡатыным шунда уҡ йәнләнеп китте:
– Өлкән улыбыҙҙы педиатрға яҙғай­ным. Бер сәғәттән ваҡыты етә. Мин кесеһе менән булғансы өлкәнен по­лик­линикаға ғына алып барып кил­мәҫ­һеңме икән?
Ҡапылғара үҙем дә юғалып ҡал­дым.
– Ә табипҡа нимә тиеп әйтәйем?
– Ә уныһына ҡайғырма. Барыһын да яҙҙым. Ул һорау биргән һайын ошо ҡағыҙҙан уҡып ҡына яуап биреп тик ултырырһың.
– Ярай, улайһа, – тиеп, өлкән улым­ды етәкләп сығып киттем.
Поликлиникаға барып инеүемә коридор тулы әсәйҙәр һәм балалар. Үҙе­мә кәрәкле кабинетты табып инәйем тиһәм, берәү ишекте ҡапланы: “Ҡайҙа бараһың? Сиратҡа баҫ!” – ти. Ҡулым­дағы сәғәттем­де күрһәтеп:
– Минең инә торған ваҡытым етте. Беҙ алдан яҙылғайныҡ. – тиеп, кәйеф­тәре ҡырылған йөҙҙәр араһынан үтеп киттек. Инеүебеҙ булды, табип ханым:
– Ишекте асыҡ ҡалдырығыҙ, былай ҙа тынсыу, – тип, нәмә борсоуы менән ҡы­ҙыҡһынды.
Шунда ғына башыма барып етте, ҡа­тыным биргән ҡағыҙҙы медицина картаһының эсенә һал­ғайным.
– Мөмкинме? Мин картаның эсенән бер генә ҡағыҙҙы алайым әле.
Табип миңә аптырап ҡарай:
– Йә, әйтегеҙ! Нимә һеҙҙе борсой? Йәғни, балағыҙҙы?
Мин шунда уҡ ханымдың ҡулындағы картаны асып ҡағыҙымды эҙләй башланым. Тапҡас, алтын тапҡандай ҡыуа­нып ки­теп беренсе юл­ды уҡыным. Унан ул ҡулымдағы ҡағыҙҙы тартып алып үҙенең алдына һалып ҡуйҙы.
– Ул борсоу нимәнән килеп сыҡты инде? – тиеп, икенсе һорауын бирҙе. Уға яуап бирәйем тиеп, ҡағыҙға ҡа­райым тиеп ынтылыуым булды. Уныһы өҫтөнә ҡағыҙҙарын һалып та ҡуйҙы.
– Йә, йә, әйтегеҙ, һеҙҙән яуап көтәм.
Мин артынса:
– Мөмкинме, теге ҡағыҙҙан ғына ҡарап яуап бирәйем, – тием.
– Юҡ инде. Үҙегеҙ яуап бирегеҙ. Ба­лағыҙ тураһында бер нәмә лә бел­мәй­һе­геҙме ни? Улайһа, киләһе һорау. Ауырлы сағығыҙ нисек үтте? Токсикоз булдымы?
Бындай һорауҙы ишеткәс, күҙҙәрем маңлайға менде.
– Ауырлы булһам белер инем. Ҡаты­ным ул турала ла яҙғандыр. Мөмкин­ме, алып ҡына уҡып ишеттерәйем.
– Минең студентым булһағыҙ күптән һеҙ­гә ике ҡуйған булыр инем. Йә, ҡа­тынығыҙға шылтыратығыҙ.
Ҡатыныма шылтыратҡас, табип уға һо­рауҙарын бирҙе. Кәләшем һәр һора­уына ентекләп яуапланы. Минең бер студентым да улай хәтәр шәп, ту­лы яуап бир­гәне юҡ әле.

Кабинеттан сыҡҡас бөтөн әсәләр миңә “икеле” тоҡсайына ҡараған кеүек төбәл­гәйне. Шунда йәнә студентым иҫемә төштө. Имтихан алғанда бер ҙә яуап яҙмағас, мин уға “икеле” ҡуйып ҡыуып сығарып ебәргәйнем. Йәлләп ҡуйҙым үҙен. Имтихан биреүҙәре еңел түгел икән!

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: