Бейем менән ҡайным көнө буйы эштә, уларға теге яңы "ғаилә ағзаһы"н күрһәтеү юҡ. Бер ваҡыт ҡайттылар, ашап алдылар, ҡайным, арытты ла, арытты тип, улай-былай иткәс, йоҡларға яттылар. Ул саҡта өй бәләкәй, ике яҡлы ғына. Бейем, ҡайным, ҡәйнештәр залда яталар. Беҙгә, йәштәргә , 2х2 бер мөйөш бүлеп бирҙеләр. Ҡайным менән бейем бер-береһенән арттырып хырылдашалар. Ике малай ҡытҡылдығы сығып көлә. Бер аҙҙан бышылдап ҡына, еңгәй, еңгәй, помоги, тип Илфат ҡәйнеш беҙҙең яҡҡа килде. "Нимә булды?"- тиһәм, давай сыҡ та сыҡ, тиҙәр. Рәмис тә йоҡлай. Ипләп кенә тороп залға сыҡтым. Илнур менән Илфат крысаны уйната торғас, теге ысҡынып ҡасҡан. Ҡасыу ғына түгел, әбей менән бабай ятҡан диванға үрмәләп менгән дә тегеләрҙең юрған аҫтына инеп киткән.
Ҡайным да, бейем дә кәүҙәгә ҙур ғыналар, бер-береһенән алыҫыраҡ ятҡас, уртала ярайһы ғына тишек бар, крыса инеп китмәле. Мин һәм Илфат ҡәйнеш баш осонда, Илнур ҡәйнеш аяҡ осонда крысаны ҡармаҡлайбыҙ. Үҙебеҙ көлөп үлеп барабыҙ, үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Бер заман крыса ҡайнымдың аяҡ яғынан инеп китте ҡайҙалыр. Хырылдау ҡапыл туҡтаны. Мин иҙәнгә һеңдем. Илнур аяҡ осона ятты. Илфат та юҡ булды.
Ҡайным килеп тамаҡ ҡырып ебәрҙе лә:
—Йывырламай ят, әле ҡарсыҡ,- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бейем әллә уянды, әллә юҡ, ҡайным кире "хыррррр" итеп ҡалды.
Бер аҙҙан баяғы йәнлек иҙәнгә "туп" итеп килеп төштө. Мин тота алмай, сикәнеп, сырылдап ҡысҡырҙым да ебәрҙем. Ҡайным менән бейем синхронно ғына һикереп килеп тороп ултырҙылар. Ҡараңғы залда икәүләп: "Нимә ул, әвей, нимә ул бавай?"- тип хор менән ҡабатлап ултыралар. Мин йәшен тиҙлеге менән барып Рәмис эргәһендә ята инем.
— Уй, нимә ҡыланаһығыҙ, яшпашмат малайҙар, кеше ҡурҡытып, а ну-ка ятып бөтөгөҙ!- тип ҡайным ҡысҡырып ебәрҙе.
Ике ҡәйнеш әрләнеп йоҡлап киттеләр. Ярай, мине һатманылар....