-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
2 Ноябрь , 10:00

Ауырлы ҡатын зары

Ауырға ҡалыуымдың һигеҙенсе айы китте, эволюцияны ҡарғамаған көнөм ҡалманы! Тәүге өс айҙа бер йотом ризыҡ ашай алманым, еҫенән генә уҡшып ҡаңғырҙым, ҡоро һөлдәгә ҡалдым. Күпме йоҡлаһам да, йоҡо туйманы! Ә киләһе өс айҙа тамаҡты тәүгә күргәндәй ашандым да ашандым... Күпмегә һимергәнмендер инде, китсе-китсе! Хәҙер өйрәк һымаҡ саҡ йөрөйөм. Ятһам тора алмайым, торһам, ята алмайым...

Ауырлы ҡатын зары
Ауырлы ҡатын зары

Эй, эволюция... Ниңә кешеләрҙе йомортҡа һалырлыҡ итеп яралтмаған икән? Ҡайһылай рәхәт булыр ине, әй! Йомортҡаны ирем менән алмашлап баҫыр инек! Йә булмаһа бер нисә айға эштән декретҡа сығаһың да, әйҙә, йомортҡаң менән йылы юрған аҫтында тик ятаһың. Эшең булһа, лампа аҫтына ҡалдыраһың. Ныҡ эшләгеһе килгәндәр инкубатор алыр ине. Ҡыҙмы, малаймы икәнен яҡтыға ҡуйып ҡына ҡарайһың, дауаханала сираттар көтөп яфаланмайһың.
Моронлай башлаһа, бөтә ғаиләне саҡыраһың. Сабый тыуыуҙа ирең дә, атай-әсәйең дә, дуҫтарың да ҡатнаша алыр ине. Бер миңә генә ыҙаларға түгел!
Эх, ауырлы ҡатындың татлы хыялдары! Йомортҡа тураһында уйлап, омлет ашағы килеп китте. Бына хәҙер илай-илай йомортҡа ашап ултырам. Йәл, улар ҙа бит тауыҡтың тыумаған балалары! Табала йомортҡаларға ҡыйын булмаһын тип әсәләренең еҫен – тауыҡ һурпаһы ролтонын өҫтәнем... Ысты-ыста, ҡасан бәпесләйем инде. Ҡыҙ бала әсәһенең матурлығын ғына түгел, аҡылын да ала, шикелле...

З. Хәкимйәнова.

Д. Латипова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: