-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Ноябрь , 12:00

Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә

– Ишғәле, ишеттеңме әле бер хәбәр?– Ҡушғәле, телевизорҙан көнөнә мең яңылыҡ ишетәһең, тыңлағы ла килмәй – йүнлеһе юҡ. – Ә был яңылыҡты барыбыҙ ҙа белергә тейеш. Ярай, әйтһәм әйтәйем: Өфөлә тормош хәтәр шәп алға бара икән!

Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә
Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә

– Әйттең һүҙ! Урам тулы тығындар, автобустарҙы көтөп алып булмай – етешһеҙлектәрҙе көнө буйы һанай алам!
– Ишғәле, һай йөҙәһең, тығындар, автобустар етешмәүе һәр миллионлы ҡала өсөн хас. Ә һин беләһеңме, Өфө бик шәп күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беренселекте бирмәй?
– Әллә халыҡҡа иң уңайлы йәшәү мөхите тыуҙырыу буйынсамы? Булыр, булыр! Өфөнөң юбилейы уңайынан түрәләр үҙҙәренә бүләк эшләгәндер – кәрәкле кешеләрен яйлап-майлап...
– Ҡояшта ла тап табырһың һин, Ишғәле, булдыҡлы етәкселәргә тел тейҙерәһең! Ярай, ишет яңылыҡты: Өфө фатирҙарға хаҡтар артыуы буйынса илдә беренсе урынға сыҡҡан! Бер бүлмәле фатирҙарҙың уртаса хаҡы 5 миллион һумға, ике бүлмәле – 7,2 миллион һумға тиклем артҡан. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан кеүек ҡалаларҙы ла артта ҡалдырғанбыҙ бит. Уларҙа йәшәүселәр ғәрлегенән һул­ҡылдап илайҙыр инде.
– Бәй, хәҙер ипотека алыусылар ҙа кәмене, проценттары хәтәр юғары, күп ҡалаларҙа торлаҡ хаҡтары төшә башланы бит. Тимәк, Өфөнөң үҙ юлы бар! Бына мин дә фатир алырға теләйем дә, банкыларға яҡын да барырлыҡ түгел, ә баш ҡалала йәшәге килә. Ҡала – бикле йоҙаҡ һымаҡ – өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!

Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.

Автор:
Читайте нас: