-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Ноябрь , 15:45

Ғашиҡ...ҡаҙҙар (дауамы)

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА башы: https://henek.info/articles/---%2B--/2024-10-18/ashi-a-ar-3973222 2018 йылда, әле мине бер кем дә белмәгән саҡта, тәүге тапҡыр ҡаҙҙарымдың мөхәббәт тарихын яҙып элгәйнем, бер-нисә кеше генә ҡарап,  хисләнеп, яратып уҡыны. Киләһе йылына, инде билдәле генә яҙышыусы булып, ҡабаттан битләүемә ҡуйғайныыыым, ер-һыу илашып, ҡаҙҙарҙы нисек ҡулың барып һуйҙың, тип, әрләнеп, был матур тарихтың дауамын яҙып элергә мәжбүр булдым.Миһырбанлы, күп һанлы дуҫтарымдың һорауы буйынса, "Шул ҡошҡайҙарҙан фәһем генә алырлыҡ" исемле яҙмамдың дауамын көтөп алып, инде еңел һулап, бергәләп ҡыуанған ул саҡтарҙың комментарийҙарын уҡып, һаман көлөп алам.  Ҡыҫҡаһы дауамы:

Ғашиҡ...ҡаҙҙар (дауамы)
Ғашиҡ...ҡаҙҙар (дауамы)

- Фәрхәнә апааай, һиңә ҡоҙа булып килә ятабыыыҙ!
Бирер ҡыҙҙарын әллә ҡасан инде кейәүгә биреп бөткән күршем аптырап китте:
- Аһ-аһ! Ниндәй ҡоҙа ул тағы?
— Анауы һөймәлекле ҡараҡай ҡаҙыңды һоратып килдек. Ғашиҡтарҙы ҡауыштырып, мең сауаплы булайыҡ әле.

Эштең айышына төшөнгән күршем шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе:
- Изге ниәт менән йөрөйһөгөҙ икән, әйҙә һуң! Үҙемдең дә күңелем кителеп йөрөй ине инде ул ике ғашиҡты уйлап, ҡалайтып һуйып ашамаҡ кәрәк, тиеп...

Күршенең ризалығын алып, ҡаҙҙарыбыҙҙың йәй буйына күрһәткән әкәмәттәрен иҫләп көлөшә-көлөшә бер самауыр сәйҙе түңкәргәс, "киленебеҙҙе"- ҡараҡай ғына ҡаҙыбыҙҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ҡайтып киттек. "Фәрхәнә апайҙың үҙе шикелле әрһеҙ, алсаҡ, шәп бул,"- тип, теләктәремде теләп ҡайтып киләм. Был мул ҡуллы күршемдән дә, уның эшһөйәр, ярҙамсыл балаларынан да изгелекте әҙ күрмәнем.  Биш балаһы, биш балаһынан бер ишек алды булып йөрөгән ейән- ейәнсәрҙәре араһына ҡыҫтырып мине лә әсәйҙәрсә ҡурсып, йылы һүҙе, аҡыллы кәңәше, үтес талап итмәй генә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтәм тиһәм дә күңелем тула - шундай бер кеше ул. Һапһыҙ ҡара балта тиҙәр, ундай ҡатындарҙы беҙҙең яҡта, әрһеҙлектәрен, ҡара тырышлыҡтарын  ололап. Ә тормош иптәше Факил ағай инде, атайһыҙ ғына үҫкән Әнәсемдең донъя ҡорған, донъя көткән саҡта оло бер терәү- таянысы. Ошондай рәхмәтле уйҙарыма төрөнөп ҡайтып индем, һары һалам түшәп, йәш кәләште көтөп ятҡан ата ҡаҙым эргәһенә.   (Быныһын арттырып ебәрәм инде, ҡайҙан ғына ятһын!?)
-Был яҙмыш тағы ниндәй һынауҙар бирер?... Һөйгәнемде һуйып ҡына ашанылар инде, миңә лә хәҙер был донъяның бер йәме лә юҡ, бер аяғым ерҙә, икенсеһе гүрҙә...- тигәндәй, бер аяғына баҫып, бойоғоп ҡына моронон ҡанат аҫтына тығып ойоп торған ҡаҙым, беҙҙең сөкөрләшкән тауышҡа һиҫкәнеп китте.
Үҙ яҙмышына күнеп, күңеленән генә ғүмерен бысаҡҡа тапшырып, үҙенә-үҙе ясин уҡып килгән ҡуйынымдағы ҡараҡай ҡаҙ ҙа һөйгәнен күргәс, тыпырсынып тауыш бирҙе:
-Иҫән! Иҫән! Эй, бәғеркәйем минең! Минең йәнемде алһағыҙ алығыҙ, тик уныҡына теймәгеҙ берүк!- тигәндәй ҡулдарымды тырнап тыпырсына, үҙәк өҙгөс тауыштар сығарып ҡаңҡылдай башланы. Үҙ күҙҙәренә, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмаған ата ҡаҙым, бикле кәртәһе эсендә бәргеләнеп, сығыр  юл эҙләй:
- Йәнкиҫәккәйем тере лә баһа! Хәҙер! Хәҙер нишләһәм дә ҡотҡарам мин һине! Кәртәләрен емереп сығам!
   
    Эээй,  был икәүҙең нисек ҡауышҡанын, нисек ҡыуанғанын йөрәк имләр тамаша итеп, кинәнеп,  оҙаҡ ҡарап торҙоҡ. Ата ҡаҙым оҙон муйынын кеселекле һуҙып, баш эйеп, беҙҙең эргәгә лә югереп килеп рәхмәтен әйтә, һөйгәне эргәһенә кире йүгереп барып тынысландырып ҡыпылдай, кире беҙҙең яҡҡа  уҫал ҡарашын ташлап, муйынын һуҙып ала, йәнәһе: "Килеп кенә ҡарағыҙ, йомшаҡ ерегеҙҙе өҙә тешләп алырмын!"

Ғашиҡтарҙы ҡауыштырып, ҡәнәғәт булып, ҡултыҡлашып, беҙ ҙә сәй эсергә өйгә инеп киттек.

  Һөйгәнең эргәһендә ҡыуыш та ожмах, тигәндәй, ҡырыҫ    һалҡындарға бирешмәйсә, ҡаңғыр-ҡоңғор һөйләшә- һөйләшә ҡыш үткәрҙе ҡаҙҙарым. Яҙғы ҡояштың йылы нурҙары тойолоу менән, инә ҡаҙым һары һаламдарҙы иңе аша ташлап, оя кәрәклеген аңғарта башланы. Рәхим генә итә күр!- тиеп, өй хужабыҙ йоҡа таҡталарҙан ыҡсым ояны эшләп тә ултыртты, илгәҙәк ҡаҙым менеп тә ултырҙы. Ә ата ҡаҙыбыҙ: - Һеҙҙең кәрәк бөттө, бар-бар, мәшәҡәтләп йөрөмәгеҙ аяҡ аҫтында! - тигәндәй, уҫал ыҫылдап ишек төбөнә һаҡҡа баҫты. Бына шулай, ай тигәндә ун биш йылыҡай ғына йомортҡа менән ҡыуандырған ҡаҙҙарым, бөтә шартына килтереп, сепей баҫырға әҙерләнә башланы. Инә ҡаҙым, хас та, көнө еткән ауырлы ҡатын кеүек, татлы өмөттән өндәшмәҫ, үтә тыныс, наҙлыҡааай булып ҡалды. Ата ҡаҙым, иңдәрендә яуаплылыҡ тойоп, үтә хәстәрлекле булып китте. Ул хатта һөйгәненең юлында арҡыры  ятҡан сыбыҡтарҙы суҡышы менән ситкә алып бырғар, инә ҡаҙ ашаған саҡта тәғәм ризыҡ ҡапмай, уның тыныслығын һаҡлар булды. Ояһына йылы ҡаурыйҙарын аҡ мендәр итеп ҡойоп, инә ҡаҙым баҫырға ятты. Кәртә-ҡура тирәһендәге тыныслыҡты һаҡлау ата ҡаҙ иңдәренә  һалынды.  Нығыраҡ һөрән һалған әтәскә лә, яңылыш шатырлап йөрөһәң- үҙеңә лә, кәртә эргәһенән бер зыянһыҙ үтеп барған бесәйгә лә эләгер ине  атағаҙҙың  ҡаты шелтәһе.
Йомшаҡ бәрхәттәй йәшел үләндәр ҡалҡып, май  айының ҡояшлы көнө тыуғас, бер-бер артлы   бәпкәләр сипылдашҡаны ҡолаҡты наҙланы.  Әсәй ҡанаты аҫтында кибенеп, нығынып, һарррры ғына, йомммшаҡ ҡына бәпкәләр берәм-берәм  оянан ырғып төшөп, ауа-түнә иркенлеккә, йәшел үләнле ишек алдына йүгерҙеләр. Нисек ҡыуанмайһың! Бер ай яңғыҙлыҡты, башҡа тыу йөрөгән инә ҡаҙҙарға ҡырын күҙ ҙә һалмай бәпкәләрен көтөп алған ата ҡаҙҙың шатлығының сиге юҡ! Тауышына быға тиклем булмаған моң, наҙ, шатлыҡ, рәхмәт ауаздары ҡушып донъя яңғыратып ҡаңғылдап ул бәпкәләренә ҡаршы йүгерҙе. Ҡанаттарын да ҡаҡмай, аяғы ла ергә теймәй- ҡанатһыҙ оса ғына!
-Бына инде, ҡабул ит, мин йонсоном, асыҡтым,- тигәндәй, инә ҡаҙым   сат  йәбешеп йәшел үлән йолҡа башланы. Ата ҡаҙҙың шатлығы эсенә генә һыймай шул! Үҙенә-үҙе мөхәббәт таҡмағы әйтеп, тыпылдатып бейеп китә, әллә ҡайҙа алыҫта ҡыбырлаған һәр йәнле нәмәнән бәпкәләрен ҡурсып, баҫтырып килә, башын ҡырын һалып нөктәләй генә күренеп табыш ҡарауыллаған төйлөгәнде лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Төнгөлөккә өшөп ҡуймаһындар, тиеп өйгә алған бәпкәләрен таптырып, иртә менән ишек туҡылдата башлай. Ҡумтаға тултырып алып сығып килгән бәпкәләре тауышын ишетеү менән, ээээй, тотона бейергә! Таҡмаҡ әйткәнде инде ярата инде үҙе, ҡушылып бейей башлаһаң ғына: - Кит әле, килбәтһеҙ! Минең сепейҙәргә ҡыуанып  килештереп тормаһаң!- тигәндәй, ғәжәпләнеп ҡарай.
Минең  ошо илаһи матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән көн дә күреп торған ниндәй бәхетле ауыл  кешеһе икәнемде аңламайҙыр инде ҡошҡай...

Фото: авторҙыҡы

Автор:
Читайте нас: