-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Ноябрь , 14:30

Күкәй ашарһың

1953 йылдың март башы. Ауыл советында секретарь булып эшләгән атайымдың галифе салбарына тотоноп, мин – дүрт йәшлек малай – күтәрмәлә баҫып торам. Атай, юлбашсыбыҙ Сталин үлеү сәбәпле, бина ҡыйығына ҡара ҡаймалы ҡыҙыл байраҡ элә. Шул саҡ урам сатынан колхоздың тауыҡ фермаһында эшләүсе Бибиямал түтәй килеп сыҡты.

Күкәй ашарһың
Күкәй ашарһың

Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөткән.
– Нимә булды, түтәй? – тип ҡыҙыҡһынды атайым.
– И-и, Нәжметдин энем, башҡа һыймаҫ ҡайғы килде бит – ил атабыҙ үлгән, Сталин бабай! Хәҙер беҙҙе кем ашатыр инде?! Астан үләбеҙ ҙәһә! – тип, ҡарға ятып, аунай-тәгәрәй, боҙ тырнап илауын дауам итте.
– Ярай, түтәй, артыҡ өҙгөләнмә әле, нисек тә бер яйы табылыр, – тине атайым, уны тынысландырырға тырышып.
– Ҡайҙан яйы табылһын инде?
– Бер ҙә булмаһа, астан үлмәҫ өсөн ферманан тауыҡ күкәйе сәлдереп алып ҡайтып ашарһың, – тине атайым шаяртыбыраҡ та, хәленә инеп тә.
– Урларһың, бар! Өс көн элек кенә урлағаным өсөн штраф сәпәнегеҙ бит!
– Ә һин нәфсеңә булышып биҙрәләп ташыма! Кеҫәңә һалып үҙеңә көнгә етерлек кенә алып ҡайт! Бер кем дә тикшермәҫ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түтәй, ышанырғамы, ышанмаҫҡамы тигәндәй, ауыҙын асып торҙо-торҙо ла ҡапыл ғына үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
– И-и, йылы кәңәшең өсөн сикһеҙ рәхмәт яуһын үҙеңә, туғаным. Тап шулай итермен. Ҡайтҡан һайын тиҫтәнән артыҡ сәлдермәм. Ант итәм!
Ул, илауынан туҡтап, өҫ-башын ҡаҡҡылап тороп баҫты ла, ауыҙы йырылып, шатлығынан юлбашсы үлеүен дә онотоп, ҡанатланып, ҡайтып китте.

Камил ФАЗЛЫЙ.

https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-09-24/k-k-y-ashar-y-3943627

Автор:
Читайте нас: