-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Ноябрь , 13:30

Cәскәләрҙең ни ғәйебе бар?

Мутлашып, халыҡты алдаусылар йәнә яңы схема уйлап тапҡан. Курьер буласаҡ ҡорбанына килә лә, үҙен сәскә ташыусымын тип таныштырып, гөлләмә ҡалдырып китә. Икенсе көндө көтмәгәндә гөлләмәгә эйә булған бәхетле кешегә, имеш тә, шул хеҙмәттән шылтыраталар.

Cәскәләрҙең ни ғәйебе бар?
Cәскәләрҙең ни ғәйебе бар?

Ялған хеҙмәткәр, ҡәтғи отчет тултырыу кәрәклеген дәлилләп, смс-хәбәрҙән кодты ебәреүҙе һорай. Кеше, әлбиттә,  ышана һәм кодты хәбәр итә, ә аферистар уның ярҙамында шәхси мәғлүмәттәрен ҡуллана алыу мөмкинлегенә эйә була. Был уларға ҡорбан исеменә кредит рәсмиләштерергә форсат бирә.

Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ, йәмәғәт!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: