-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
15 Ноябрь , 18:20

Нәфсе ҡоло булып йәшәмәйек!

Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе ҡора. Уның нисек булыуы һинең ҡылған ҡылыҡтарыңдан, эшләгән эштәреңдән тора. Бар булмышың менән башҡаларға изгелек, мәрхәмәтлек күрһәтеп йәшәһәң, алдағы көндәрең дә тик уңышлы үтер. Ә килеп сыҡҡан сетерекле мәлдәр, яҙмыш һикәлтәләре Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау ғыналыр.

Нәфсе ҡоло булып йәшәмәйек!
Нәфсе ҡоло булып йәшәмәйек!

Йәшәү шундай ҡыҙыҡ. Беҙ тыуабыҙ, йәшәйбеҙ һәм был донъянан китәбеҙ. Ошо ғүмер юлында бер ултырып намыҫ, кешелеклелек тураһында уйланғаныбыҙ бармы? Әллә тағы ла мал йыйып, донъя байытам, тип нәфсе һимертәбеҙме?
Яңыраҡ бер танышымдан ишеткән хәл мине тәрән уйға һалды. Оҙаҡ ҡына ошо хаҡта уйланып йөрөнөм.
Был ҡатын менән бер автобуста ҡайтырға сыҡҡас, аралашып, һөйләшеп киттек. Ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһына башлағайным, юлдашым, уфтанып, һүҙен башланы: «Яңыраҡ иремдең атаһы, үҙ-үҙенә ҡул һалып, был яҡты донъянан китеп барҙы. Бар донъя, мал-тыуар үгәй ҡәйнәм ҡулында тороп ҡалды. Үлем хәбәрен ишеткәс, ҡайтып, ҡайнымды ерләштек. Шундай асыҡ күңелле кеше була торғайны, йәне йәннәттә булһын инде... Мәрхүмдең беҙгә әйткән вәғәҙәһе бар ине. Бер ҡолонло бейә. Бына шул хайуан да, хужаһының вафатына дүрт-биш көн үткәс, һин дә мин торған еренән ятып үлгән.
– ҡайнымды ерләгәс, өй бушап, моңһоуланып ҡалды. Туғандар бер өнһөҙ генә ултырғанда, араларынан береһе, үлгән кешенең бурысы ҡалмаҫҡа тейеш, килен, һеҙгә тигән бейә менән ҡолондо мотлаҡ алығыҙ, исмаһам, мәрхүмдең йәне тыныс булыр, тип һүҙ ҡуҙғатты. Шул мәл үгәй ҡәйнәм, үсегеп, ялп-йолп баҫып сығып китте. Артынан сыҡтым да: «Ярай, ҡәйнәм, беҙгә мал кәрәкмәй, һаулыҡ булһа, уныһы ла табылыр», – тигәйнем, яуап итеп: «Мин һеҙҙе ҡиблаға ҡарап ҡарғап торам», – тигән һүҙҙәрҙе ишеттем...
Әлеге хәлдән һуң был тупһаға мәңге аяҡ баҫмаясаҡмын, тип ҡайтып китеүебеҙгә дүрт-биш көн үткәс, шул бахыр бейәнең үлеүен ишетеп, иҫем китте. Был хәл ныҡ тетрәндерҙе. Аллаһы Тәғәләгә нығыраҡ инандым.
Эйе, нәфсе тигән нәмәнең ҡоло булғансы, намыҫлы кеше булып йәшәүең мең артыҡ. Сөнки, ниндәй генә хәлдә йәшәһәк тә, ярлымы ул, баймы, хәләл көсөңдө түгеп, үҙең эҙләп тапҡан мал күпкә бәрәкәтлелер, ҡәҙерлелер. Ә инде, вафат булған кешенең һуңғы вәғәҙәһен дә үтәмәү ҙур гонаһтыр.

                                                                                                                                                                                                           https://ye102.ru/articles/2010-09-11/n-fse-olo-bulyp-t-gel-namy-ly-y-sh-yek-309808

Автор:
Читайте нас: