-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Ноябрь , 17:10

Эшлекле әңгәмә

Улар ашханала осрашты. Дүртеһе лә урта йәштәрҙә, бер-береһенә йәш саҡтарҙан уҡ таныштар. Сиратта тороп, етерлек ризыҡ алғас, бер өҫтәлдән урын алдылар. Тамаҡ туйҙырыу ғына түгел, күңел булғансы аралашыу, борсоған уйҙарҙы уртаға һалып һөйләшеү урыны был ашхана. Бөгөнгө әңгәмә үҙенән-үҙе аҡса мәсьәләһенә килеп төртөлдө.

Эшлекле әңгәмә
Эшлекле әңгәмә

– Элекке һымаҡ, бер эштә өс бөртөк аҡсаға алданып көн уҙғарыу ваҡыты түгел хәҙер, – тине ҡолғалай оҙон ир, шыйыҡ һурпаһын ҡалағы менән болғата-болғата.
– Эйе шул, совет заманында коммунизмда йәшәгәнбеҙ икән, – тип ҡуйҙы һаман төҫ ташламаған сибәр ҡатын. – Бүлмәләге ҡыҙҙар менән көнөнә дүртәр тапҡыр сәй эсә торғайныҡ – эшләргә лә ваҡыт ҡалмай ҙа ҡуя ине! Ә хәҙер тормош ауырлаша, аҡса етмәй, йүнен табырға тура килә. Егеттәр, нишләп миңә массажға, һөлөк һалдырырға, хиджама эшләтергә йөрөмәй башланығыҙ әле? Махсус өҫтәл бүлмәмдә генә тора, эш сәғәте бөтөү менән, алдан яҙылған ваҡыт буйынса, миңә киләһегеҙ – беләһегеҙ бит! Һаулыҡ бер китһә, уны кире ҡайтарыуы еңел түгел.
– Һаулыҡ – ҙур байлыҡ! – тип килеште Ҡолға. – Һеҙгә күптәнән тылҡыйым бит: алығыҙ минән бальзамдар, үҙ хаҡына бирәм. Миллионерҙар юҡҡа шуны ғына ҡуланмай. Бөтә органдарығыҙ сәғәт кеүек эшләр, ауырыуҙарҙы, дауалауға ҡарағанда, киҫәтеүе еңелерәк. Әйҙәгеҙ, бөгөн кис ошо бальзам­дарҙың файҙаһы тураһында лекция тыңларға алып барам – аңығыҙ үҙгәреп, аҡыллыланып ҡайтырһығыҙ!
– Кис һайын таксиҙа йөрөйөм, ваҡытым юҡ, – тип ҡырт киҫте пеләш башлы ир, ус аяһындай бутҡаһын ике-өс ынтылыуҙа ауыҙына оҙатып. – Ике-өс көн сыҡмаһаң, һыуытҡыс бушай, бурыстар арта – әллә ниндәй заманда йәшәйбеҙ.
– Дөрөҫ йәшәмәйбеҙ, шуға аҡса етмәй, – тип ҡуйҙы һәнәк тотҡаһы кеүек ҡаҡса кәүҙәле әҙәм, иң осһоҙло борсаҡ өйрәһен ҙур ләззәт менән эсеп бөткәс. – Мин димләгән инвестиция фондына аҡса һалығыҙ, бер йылда тормошоғоҙ бөтөнләй үҙгәрер, байырһығыҙ.
Ҡалғандар бер-береһенә ҡарашты, әммә өндәшмәнеләр. Үҙең бер ҙә байымайһың, аҡсаң булһа, кәтлит алып ашар инең әле, тип кенә әйтмәнеләр.
Бер аҙҙан Сибәр, Ҡолға, Пеләш һәм Ҡаҡса, эйәртенешеп, ашхананан сыҡты ла бүлмәләренә таралышты. Бюджет ойошмаһында эшләгән был хеҙмәткәрҙәргә тиҙ арала тормоштоң көндән-көн яҡшырыуын һүрәтләгән отчет тапшырырға кәрәк ине.

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас: