-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Ноябрь , 19:00

СИНЫФТАШТАР

– Күҙ алдына килтерәһеңме, Альбина* дүртенсегә кейәүгә сыҡҡан! Өс бала менән! Нисек?! Нисек ул шулай йәһәт кенә тота ла ир таба һала, йәһәт кенә кейәүгә сыға? Ә мин бер бала менән ир тапмайым. Нисәнсе йыл яңғыҙым һалҡын мендәр ҡосаҡлайым. Йәш ғүмерем заяға уҙа. Нишләп мин кейәүгә сыға алмайым икән һуң? – Гөлнәзирә сынаяғына дүртенсе ҡалаҡ шәкәр һалды. Сәйен сәсрәтеп, шатырлатып болғап ебәрҙе. – Әллә миндә боҙом бармы икән? Былай ҡарасҡы ла түгелмен шикелле...

СИНЫФТАШТАР
СИНЫФТАШТАР
Гөлнәзирә ниндәй ҡарасҡы булһын? Һәләк һөйкөмлө генә ул. Буй-һыны ла ҡупшы, ыҡсым. Үҙе килеп тороп донъя көтөргә шәп. Сынъяһау өйөнә барып инһәң, ирһеҙ йәшәй, тип уйламаҫһың да. Әлдә атаһы менән ҡустыһы бар уға терәккә. Миңә ирҙең кәрәге бер тин, тип танауын төшөрмәй генә йәшәп ята ине, синыфташы Альбинаның дүртенсегә кейәүгә сығыуы уны шаңҡытты ла ҡуйҙы. Альбина сығыр ҙа – дүртенсегә лә, унынсыға ла. Ул, беренсенән, кәртинкә кеүек һылыу, икенсенән, үҙ баһаһын белеп кенә йәшәй, өсөнсөнән, ул әхлаҡи нормаларға төкөрөп ҡарай. Бер генә тапҡыр йәшәйбеҙ, донъяның рәхәтен күреп ҡалырға кәрәк, тигән принципҡа таянған һылыуҡай бәләкәй сағынан кеше һүҙенә бөтөнләй битараф. Ып-ысын битараф! Кеше уның менән күпме генә булышмаһын, сәйнәһендәр әйҙә, гонаһым кәмер, ти ҙә ҡуя. Һәм башҡа берәүҙең һөйгәнен тартып алырға ла күп һорамай. Әле егерме йәшендә ире менән ҡарамаҡҡа татыу ғына бер бала үҫтереп ятҡанда, балалар баҡсаһынан бирле дуҫлашып йөрөгән Люся әхирәтенең ирен үҙенә ҡаратып алғайны. Үҙеңдең ирең бына тигән, нимәгә һиңә Сергей, тип был хәлгә хатта ата-әсәһе лә шаҡ ҡатҡан. Минең ир ни бары студент ҡына, ә Сергей аҡсалы эштә эшләй, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булыр, тип яуаплап, сабыйын алды ла, Сергей менән ситкә сыҡты ла китте Альбина. Әхирәте зар илап ултырып ҡалған. Ауырлы булған икән Люся. Бер аҙҙан шул турала Сергейға хәбәр итһә лә, ире кире ҡайтмаған. Нишләргә миңә, тип илаған Люсяға Сергей, әллә, үҙең ҡара, тапһаң, алиментҡа бирерһең, тигән. Люсяның бала табырға йөрөгәнен белеү менән Альбина үҙе лә тиҙ генә йөккә уҙҙы. Балаһы тыуғас, Сергей менән йәшәп ятһа ла, ғаилә бюджетынан аҡса ситкә (Люсяның бәпесенә) әҙерәк китһен өсөн, ирен алиментҡа бирҙе. Хәйер, боҙоҡлоҡҡа ғына түгел, былай ҙа уның башы шәп эшләй ул. Үҙе хәтәр уңған: ике бәләкәс бала менән юғары белем алыуға өлгәште, ирен дә ҡарарға, уға ярарға ла өлгөрҙө. Хәйер, өлтөрәүе теүәл ете йылға етте. Диплом алыу менән Альбина, күҙен-башын уйнатып, яҡшы ғына урынға эшкә инеп алғайны, эшсе иренең кәрәге бөттө. Эштә урта дәрәжәләге етәксе ирҙең башын әйләндерҙе йылдан-йыл матурайған һылыуҡай. Вадим исемле ине уныһы. Альбина етәксене һылыулығы, уңғанлығы, аҡылы менән әсир итеп, уны ғаиләһенән айырып та алды, нисектер Сергей менән даулашмай ғына айырылышып, яңынан Вадим менән ЗАГС-ҡа инеп тә ҡайтты. Сергей, бахыр, Люсяһына кире ҡайтырға ҡармаҡ һалып ҡараған да бит, йәнәһе лә, балабыҙ бар, уны бергә үҫтерәйек, ләкин уныһы тупһанан уҡ элекке ирен өс хәрефкә оҙатҡан. Альбина ла ҡыҙыҡ кеше: Вадимдан йөккә ҡалғас, күстәнәстәрен тейәп, “текә” машинала Люсяға ҡунаҡҡа килгән. Имеш тә, бала саҡтан килгән дуҫлыҡты ниндәйҙер бер ир арҡаһында юҡҡа сығармайыҡ. Люся: “Ауырлы булмаһаң, күстәнәстәрең менән бәргеләп, елте­рәтеп сығарыр инем, оятһыҙ”, – тип Альбинаны, әлбиттә, өйөнән ҡыуған. Уның шулай анһат ҡына кире дуҫлашырға маташыуына хайран ҡалған Люся был хаҡта Гөлнәзирәгә һөйләгән. Эйе, Люся, Альбина, Гөлнәзирә – синыфташтар, шуға ла бер-береһенең хәл-әхүәле хаҡында яҡшы хәбәрҙар улар. Дәү кәүҙәле Ира ла уларҙың синыфташы. Бер заман, Альбинаның ике тапҡыр кеше ирен баҫып алыуы тураһында ишеткәс, уның менән аралашыуы ла ҡурҡынысыраҡ, тип көлгәйнем, Гөлнәзирә, китсәле, уның нимәһенән ҡурҡаһың, ана, Ира бер ҙә ҡурҡмай, һин дә мин аралаша, тип мине тынысландырмаҡсы булды.
– Аһа, – тигәйнем, күҙемде упайтып, – Ираға ҡара ла, миңә ҡара. Беҙ икебеҙ ике ауырлыҡ категорияһында. Ира супертяжеловес та һуң, Альбина уның ирен алып китеү түгел, иренә ҡарарға ла ҡурҡалыр әле. Бер-бер хәл булды ниһә, Ирина Люся һымаҡ зарланып, күҙ йәшен түгеп ултырмаҫ, тал сыбығындай Альбинаны стенаға ҡыҫып ҡына, кәүҙәһе менән кирбестәргә һылаясаҡ та ҡуясаҡ. Иринаның ҡарашы ла, ана, ниндәй уҫал, ауыр! Рентген кеүек үтәнән-үтә тишеп ҡарай. Шуға ла Ираның ирен баҫып алыу уйы Альбинаның башына ла инмәйәсәк. Йәки ул уй нисек инһә, шул көйө сығып та китәсәк, сөнки Ираның ирен алышһыҙ бирмәүе көн кеүек ап-асыҡ. Ә буйы 180 см, ауырлығы 100 килограмм булған ҡатын менән алйот ҡына алышыр. Альбина, кем-кем, әммә иҫәр түгел.
Ошо һөйләшеүҙе хәтерләп, Гөлнәзирә йәнә сынаяғына шәкәр супылдатты:
– Ә мин – иҫәр, иремде тоттом да икенсе берәүгә алыш-бирешһеҙ генә бирҙем дә ҡуйҙым.
Гөлнәзирәнең кейәүгә сыға алмауының касафаты ла шунда инде ул, дөрөҫөн әйткәндә. Альбина бит үҙе ирҙәрҙе ташлай, шуға һис бер ҡурҡыуһыҙ яңы мөнәсәбәттәрҙе башлай. Гөлнәзирәне иһә ире ҡалдырып китте. Был уға күҫәк менән тондороуға тиң ине. Үҙенең ҡатын-ҡыҙ булмышына, матур­лығына, һәйбәтлегенә ышанысы шаҡтай ҡаҡшаған Гөлнәзирә айырылышҡандан һуң ир-егеттәрҙән гел хыянат көтә, уны барыбер ташлап китерҙәр кеүек тойола. Ир-егеттәр уның менән танышырға ма­ташһа ла, был мөнәсәбәттәрҙең киләсәге юҡ, тигән уй менән уларҙан ҡаса. Яңынан йөрәген яралауҙан ҡурҡа. Ә бит мөхәббәттә яраһыҙ булмай. Яратып ҡауышҡандар ҙа яңылыштан бер-береһенең йөрәген яралап ҡуйыуы ихтимал.
– Әллә Марат өсөн көрәшергә кәрәк инеме икән?! – Гөлнәзирә балғалаҡ менән сынаяҡтың, сәйҙең кәрәген бирҙе. – Ирҙәрен башҡаларға бирмәҫ өсөн күп ҡатын-ҡыҙ яуға сыға лаһа.
Марат – уның шул элекке ире. Сөкөрләшеп кенә йәшәне улар. Бәрәкәтле булды никахтары – бол өҫтөнә бол өҫтәлде. Фатир һатып алғас, ғаилә башлығы яйлап йорт төҙөргә тотондо. Уның эштән ҡайтыуына тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, баланы ҡарап, күпләп гөлдәр үҫтергән Гөлнәзирә ғаиләһе өҫтөнә афәт килеүен дә тойманы. “Афәт” иренең эшенән килде – Рита исемле йәш кенә коллегаһы йөҙөндә. Ире төшкө ашҡа ҡайта алмаған саҡта ихлас күңелле Гөлнәзирә аш-һыуын уға эшенә алып барып, Ританы ла һыйлап йөрөнө. Итле ваҡ бәлештәрҙе, еләкле бөйрөктәрҙе, быуы бөркөлөп торған былауҙы, туҡмаслы һурпаны маҡтап-маҡтап йыпырған Рита шул ике арала Гөлнәзирә менән дуҫлашып, өйҙәренә үк килеп йөрөй башланы. Ә бер көндө Гөлнәзирә, йорт төҙөү менән мәж килгән иренә сюрприз эшләргә теләп, баланы ата-әсәһенә ҡалдыра ла, матур эске кейемдәрен кейеп, таксиҙа яңы микрорайонға килә. Һәм уйламағанда, хас та кинолағы кеүек, ирен Рита менән иң ҡыҙыу мәлдәрендә тота. Башҡа берәү булһа, хәләл ирен аҙҙырып йөрөгән ҡыҙҙың (ҡатындың) сәсенә барып йәбешер ине, ә Гөлнәзирә өнһөҙ генә боролоп сығып китә. Марат ҡатыны артынан йүгерһә лә, уны тапмай. Сөнки Гөлнәзирә, күргәненән алйып, бөтөнләй ҡаршы яҡҡа йүнәлә. Көҙгө шыҡһыҙ, ҡараңғы урманда аҙашып, ҡаңғырып, өшөп-туңып, ата-әсәһенә ҡайтып йығыла, бисараҡай. Ғүмерҙә лә хыянатын кисермәйем, алдымда түшәлеп ятып үтенһә лә, тип ҡәһәтләнһә лә, Мараттың килерен, инәлерен, ғәфү үтенерен көтөүе бушҡа булды Гөлнәзирәнең. Ике-өс көндән фатирҙарына ҡайтыуына иренең өйҙән сығып китеүе, саҡ ҡына һуңғараҡ судҡа айырылышыуға биреүе асыҡлана. Судта Мараттың, мин башҡаны осраттым, беҙ уның менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тиҙҙән балабыҙ була, тигән һүҙҙәрен өҙөк-һурыҡ ҡына иҫләй Гөлнәзирә. Айырылышыуҙары оҙаҡ, мәшәҡәтле барҙы: кредиты түләнеп бөтмәгән ике бүлмәле фатирҙы, төҙөлөп бөтмәгән ике ҡатлы йортто, мунса, гараж, еңел машинаны, йыһазды бүлештеләр. Тора-бара Ританың Маратты үҙенә алдап өйләндергәне билдәле булды – бер ниндәй ҙә ауыры булмаған һәм булмаясаҡ та икән.
– Донъяла ғәҙеллек бар, тиер инең, бынау Альбина бөтөн тормош ҡанунын юҡҡа сығара ла ҡуя, – Гөлнәзирә һаман сәйен эсмәй, шәкәрен бутаны. – Йәш егеткә кейәүгә сыҡҡан! Ә иң мөһиме, ул тәүге ире менән дә, Сергей менән дә, Вадим менән дә яҡшы мөнәсәбәттә!
– Һуң, балаларының аталары бит, ҡалай ҙа аралашырға тура килә, – тим.
– Аптырайым мин, нисек шулай яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлай ала икән ул, ә? Өс ире лә һис бер һүҙһеҙ алимент түләй, балалары менән осрашып йөрөй. Нисек Альбина шулайтып ирҙәрҙе илерткәнсе үҙенә ғашиҡ иттертә икән?
– Уныһы беҙгә ҡараңғы, эске тартыу, арбау көсө барҙыр, – ҡулдарҙы йәйәм. – Яуыз кеүек тойолһа ла, Альбина үҙе һәйбәт кенә бит. Уның менән аралашыуы күңелле, еңел, бөтә проблема онотолған кеүек. Ул байрамдың үҙе һымаҡ.
– Эйе. Ә шулай ҙа өйөңә яҡын юлатмайһың, – Гөлнәзирә, ниһайәт, көлөп ебәрҙе.
– Һуң, мин Ира түгел дәһә, – ҡушылып көлдөм. – Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай. Ә һин, әйҙә, психологҡа йөрөп ал әле. Шунһыҙ ҡурҡыуыңдан ҡотола алмаҫһың.
Артабан Гөлнәзирә менән күңелле генә сәй эстек. Альбина, Ира, Люсяның ҡолағы сыңланы ғына инде...
 
* – исемдәр үҙгәртелде.
 
Фото: stock.adobe.com
 
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/litra/2020-02-25/sinyftashtar-732494
Автор:
Читайте нас: