-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
23 Ноябрь , 10:20

ӘХИРӘТТӘР

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА Фирүзә апай бөгөн кемделер көтә шикелле, эшкә ваҡы­тынан алдараҡ килде. Йүге­реп йөрөп самауырын ҡайнатҡас, өйҙән килтергән һый-маҙарын күрһәтеп маҡтанмай ғына өҫтәлгә теҙеп ҡуйҙы. Ғәжәп, һыйҙары ла һәр көндәгеләй тары бутҡаһы менән ике-өс киҫәк колбаса түгел, мул күренә – буйтым ғына бәлеш, бал, сейәле майы ла күҙҙең яуын ала, тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Быларҙы тәүгеләрҙән күреп өлгөргән Фәрит ағай:– Ай-һай, Фирүзә, ни ҡыуаныстан был тиклем табын ойоштороп ятыу, әллә тыуған көнөңмө? – тип ҡыҙыҡ­һынды.

ӘХИРӘТТӘР
ӘХИРӘТТӘР

– Булмаһа тағы, ярты йыл һайын тыуған көн етә ти, теге… Әхирәтем төшкө ашҡа киләм тигәйне. Бушты бушҡа ауҙарырға тиһәң, шуны ҡуш. Эшем дә йыйылып киткән, өлгөрә алмай йөрөгәндә, ҡотороп…
– Эш көнө саҡ башлана бит әле, төшкә тиклем өлгөрөрһөң әле.
– Өлгөрөрмөн дә ул, теге һәпрә уйламағанда килеп инһә, әйтер тағы, һанламайһың, тип. Шуға алдан әҙерләп ҡуяйым, тип йөрөүем. Эй-й-й, уның әхирәтлеген, ташҡа үлсәйем… – тип яртылаш шыбырҙап һөйләргә кереште Фирүзә апай. – Ҡара әле, ҡартайып килгәнендә сәстәрен киҫтереп, буятып, ҡыҫҡа итәктәр кейә башланы. Үҙен йәштәр менән сағыштырып, ҡып-ҡыҙыл помада һөртөп алған була әле, бисараҡай. Имеш, йәш күренә. Ҡайҙан йәш күренһен инде, иллелә үк күҙ төптәре һыр, аяҡтар кәкре, ирендәре лә кибеп бөткән бит инде. Кеше тикшереүҙән башы сыҡмай. Хәйерсе – ул ҡартайғас та хәйерсе була инде, тьфү-тьфү, Аллам һаҡлаһын. Миңә лә шул берәй нәмә һорарға киләлер, кисә телефон аша: «Әйҙә, күрешеп алайыҡ», – тигәнендә бик хәйләкәр йылмай­ғанын да һиҙҙем мин уның…
Шулай Фирүзә апайҙың эс серҙәрен тыңлап, төш еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ана килә, бына килә тигән әхирәт тейешле кеше, ни эшләптер, һаман күренмәне. Апайыбыҙ ҙа көтә-көтә көтөк булды шикелле, ярылып бөткән ирендәрен ҡып-ҡыҙыл төҫкә буяп, башына ҙур тирәсле эшләпәһен кейеп, тышҡа сығып китте. Күп тә үтмәне, ипләп кенә баҫып бүлмәгә башына яулыҡ ябынған, баҫалҡы ғына бер ханым килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, Фирүзә кәрәк ине, – тип яулығы аша һәммәбеҙгә бер ҡараш ташланы ла, уңайһыҙланып, кире сығып китеү яғына ыңғайланы.
– Әҙ генә көтөгөҙ, ул хәҙер килеп етергә тейеш,– тип, тегене туҡтатып өлгөрҙөк.
– Инде үлтерә яҙып, кил дә кил, һағындым, һөйләшер һүҙҙәр күп, тип көн дә шылтыратып аптыратһа ла, урынында юҡ әле ул. Үҙе буш булғас та, башҡалар урамда тиҙәк тибеп йөрөй, тиҙер инде,– тип, ауыҙын ослайтып мөңгөрләп, түргәрәк уҙҙы ханым. – Әхирәтем бул, тип йәнде ашап алып барғас, йәлләп кенә аралашам мин уның менән. Бигерәк ауыр холоҡло, беләһегеҙҙер. Кеше сәйнәүҙән башы сыҡмай. Нисек оялмай тиһең, ҡайһындай матур кешеләр менән эшләп йөрөгән була икән үҙе... Бына һеҙҙе тәүгә күрһәм дә, уның һөйләүҙәре буйынса барығыҙҙы ла яҡшы беләм…
Ошо урында ишекте тибеп асып Фирүзә апай килеп инмәһә, валлаһи, үҙебеҙ хаҡында ҡыҙыҡтар ишетеп ҡалыр инек…
– Әхирәткәйем, оҙаҡ көттөрҙөммө?! – тип ике апай ҡосаҡлашып күреште.
– Үҙеңде һағынып та бөттөм, ҡайҙа шулай юғалып торҙоң?
– Бер ҡалала йәшәп, әллә нишләп һирәк осрашабыҙ шу…– тип сөркөлдәшеп, сикәләрен сикәләренә тейҙереп алдылар. Шунан һуң Фирүзә апай, йүгереп йөрөп, инде таңдан ҡайнай-ҡайнай һыуы бөткән самауырын тағы шыжлатты ла, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған әхирәттәр сәйләргә ултырҙы…

Фото: ru.pinterest.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: