Бөгөнгө көн геройы - ауырға ҡалған йырсылар, блогерҙар һәм уларҙың асыҡтан-асыҡ төшөрөлгән ҡорһаҡлы фотоһы. Был яңылыҡты үҙ-ара ғына белеп шатланһалар ҙа етер инә лә бит. Юҡ инде. Ҡорһағының ҡайһы хәтлем үҫкәнен барыһына ла күрһәтергә кәрәк.
Күрмәгәнде күрһәтә инде былар. Кемдеңдер бәпесе эстә саҡта уҡ ҡурай моңона ғына йоҡлай. (Нишләптер ыңғайына уҡ: "Әле ҡурай тыңлап, үҫкәс йә берәй болғарға, йә ҡаҙаҡҡа кейәүгә сығып китмәһә ярай ҙа", - тигән уй килде). Икенсе берәүҙәр ҡытынының бала тапҡан мәлен видеоға төшөрөп бар ғәм алдына һала... Быныһы, ысын мәғәнәһендә шок хәленә килтерә. Ысын әйтәм. Бер ни тиклем иҫемде йыя алмай ултырҙым хатта. Бала нисек тыуғанын күргәндән түгел. Ә атай кешенең был мәлдә видеоға төшөрөп тороп, аҙаҡ интернетҡа һалырға рөхсәт итеүенә аптыраным.
Яҙа башлағанда, әҙәбиәттән миҫал килтереп, был мәлдең нескәлектәре тураһында әйтеп китермен, тип уйлаған инем. Туҡталдым. Дөрөҫөрәге, инә һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән кермәйәсәк, тип ҡул һелтәнем. Ә бөгөнгө "көн геройы"на әйләнеп ҡайтып, береһенең фотоһы аҫтына яҙылған тос фекер-комментарий менән һүҙемде йомғаҡлайым: "Элек беҙ йөклө саҡта, кеше алдына сыҡһаҡ, оялыштан эсте эскә алырға тырышып йөрөй инек. Хәҙер осо кереп тә өлгөрмәй, яр һалалар..."💥.
-4 °С
Болотло