-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Декабрь , 10:30

Килендәр ҙә ваҡыты еткәс, бейем булыр...

Ҡайны-ҡәйнә темаһы ул һәр ваҡыт бәхәсле бит инде. Ҡайҙа ғына ҡарама, кем ҡәйнәһен яманлай, кем киленен әрләй, кемдер маҡтай, тигән кеүек...Беҙҙең ауылда, кинйә малайҙар ата-әсәһе менән йәшәй, төп йорттоң нигеҙен һаҡлай. Һәр бер төшкән килен ҡайны-ҡәйнә менән йәшәй, тиерлек. Беҙҙә ул ғәҙәти күренеш кеүек. Әлбиттә, бергә торған балалар ул, иң беренсе, башҡалар күҙендә "пенсия ашаусы" булып тора бит инде. Аллаһҡа шөкөр, килен булып төшкәндән алып мәктәптә эш башланым, бер көндә кеше елкәһен кимереп ятманым.

Килендәр ҙә  ваҡыты еткәс, бейем булыр...
Килендәр ҙә ваҡыты еткәс, бейем булыр...

Ирем дә шулай уҡ. Киреһенсә, үҙебеҙ нисек булһа ла ата-әсәйҙе ҡыуандырырға ғына торҙоҡ. Байраммы, түгелме һәр саҡ бүләктәрен дә биреп шатландыра инек. Хәҙер йәштәр ата-әсәһенә машина алып биреп, видеоға төшөрөп һалып, мода сығарып алды. Беҙ инде ҡайныма бер түгел ике машина бүләк иттек. Ҡалған ваҡ-төйәк тураһында әйтеп тә тормайым.

Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, тигән кеүек, бөтәһе лә ал да гөл булманы, уныһы и дураку ясно бит инде. Шундай бер ваҡыт булғандыр инде. Мәйтәм, ҡартайғас балаларым менән бергә йәшәмәйем, Рәмисем менән генә көңгөр-ҡаңғыр торормон. Һәр кемдең үҙ донъяһы булырға тейеш.

Мине тыңлап ултырған уртансы улым: "Ә һеҙҙе Арсен ҡарамаймы ней, ул бәләкәс тә инде", - ти. "Юююҡ, һәр берегеҙ үҙенсә йәшәй, беҙ үҙебеҙсә", - тим. Арсен: "Мин Сәләхтә ҡалам да һеҙҙең менән йәшәйем тигәйнем", - тигән булды.

"Юҡ, һеҙҙе ҡаңғыртып, үҙебеҙ ҡаңғырып ултырмайбыҙ. Килендең эшләгәне миңә оҡшамаҫ, минең ҡыҫылғанды ул яратмаҫ. Ныыыыҡ ҡартайып, эшкинмәй башлаһаҡ, ҡарттар йортона бирер ҙә ҡуйырһығыҙ",  - тигән булдым да, ипләп кенә малайҙарға ҡарайым. Арсен уйланыыыып ултырҙы ла: "Ә ул дом престарелыхтың һиндә адресы бармы ул? " - тей шул.

Ә былай, дөйөм алғанда, ҡайны, бейем менән матур йәшәнек. Бөгөн дә бейемем менән әхирәттәр кеүек донъя көтөп ятабыҙ, Әлхәмдүлилләһ. Бар хәленсә ярҙам итергә тырыша. Балалар миңә ҡарағанда ҡәртәсәһен нығыраҡ ярата. Әле лә бейемем балаларға тип бейәләй, бирсәткәләр бәйләп ултыра. Мин уның һымаҡ бейем булһам, минең кеүек килен булһа, ҡарттар йортона китмәй генә йәшәргә була былай.

 

Сығанаҡ: Зөлфирә ТАҺИРОВАның сираттағы хәтирәһе.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: