-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
18 Декабрь , 08:15

Телефон мажаралары

Зөлфирә ТАҺИРОВА Ауылға телефон үткән ваҡыт. Халыҡ ҡыуанып өйөнә телефон үткәреп ята. Быға тиклем беҙҙең өйҙә генә була торғайны. Номерҙар билдәле булды. Бына бит ҡайным мәрхүм телефон төбөнән тормай ултыра башланы. Саҡ ҡына "зыр" тип тә өлгөрмәй, ала ла:"Смольный на проводе, йә иһә Феликс Эдмундович  слушает, Ленин отдыхает, прошу не беспокоить!" - тип яуаплай.

Телефон мажаралары
Телефон мажаралары
Бер шулай Ҡаҙыршаға шылтыратҡан. Әсәйемде телефонға саҡырып, я Феликс Энмундович, мы с тобой познакомились на районном Сабантуе, ты меня помнишь, тип аптыратҡан. Әсәй, албырғап, ҡото осҡан. Нет, не помню, тип ыңҡылдап торам тей әсәй, башымда мең төрлө уй, ул ниткән Феликс икән тип😂 Эдмундович тигәнен даже ишетмәнем дә ти.

Шулай итеп, ҡайным ауылдағы бер яңғыҙ инәйгә шылтырата башланы. Ул беҙгә яҡын йәшәй, гел килеп йөрөй инде. Шул инәйгә шылтырата ла:
- Здравствуйте, это Феликс Эдмундович. Вы мне очень понравились, я хотел был к Вам приехать, вы дома будете?- тип һорай.
Бер аҙҙан инәй йүгереп беҙгә килә.
—Әллә ниндәй урыҫ шылтырата, танышайыҡ, тей . Киләм тей ҙә ҡуя, ишекте бикләнем дә һеҙгә ҡасып килдем, ул телефон тигәне ҡалай бер яман нәмә,- тип хәле бөтөп һөйләй. "Урыҫы"на бер метр алыҫлыҡта ултырғанын уйлап та бирмәй.

Беҙҙә булып, бейем мн сәй эсеп, икәүләшеп урыҫты әрләп бер булышып, инәй ҡайтып китә.

Бер аҙҙан ҡайным кире шылтырата.
—Здравствуй, дорогая. Я приехал в Салях, у Янылбики (ауыл осондағы өйҙә) сижу, сейчас чай попью и к тебе приду...

Күп тә тормай ышылдап инәй беҙгә тағы килә.
— Баяғы эт кинәнгер урыҫ ауылға килгән, Яңылбикәләрҙә ултырам, хәҙер һиңә киләм тейсе. Оятһыҙ, ғибрәт. Кеше белеп ҡалмаһын, ҡалай оят, был телефон тигән нәмә ҡалай бер бәйнәт булды! Тағы һеҙҙә ултырып торам инде, ишекте элдем дә йүгерҙем.

Шул арала тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп урамды байҡай. Ҡайным, ул инәй килһә, йоҡлап ятҡан кеше була. Мин көлөп үлеп барам. Бейем белмәй, сөнки ул белһә инәйгә шунда уҡ теге бабайҙы "һата" бит инде. Һәм ҡайнымды ла борҡолдатасаҡ.
— Был кейәү нишләп йоҡлап тик ята ул? Кейәү, әйҙә, беҙгә барайыҡ әле, теге нишана шылтыратһа, һин әрләрһең! Килеп йөрөмәһен! Әйҙә, кейәү!- тип ҡайнымды уятырға маташа.

Ҡайным эскән булып ҡыланып, теләһә нимә һөйләп, ыңғырашып, аңламаған кеше булып ятып ҡала.

—Атағатаҡ, был әллә иҫереп ятамы?! Аһ-аһ... Бығалайтам инде...Эңер төшөп килә, ҡурҡам бит әле,- тип ыуалана-ыуалана ҡайтып китә.

Икенсе көнөнә тағы ҡабатлана.
—Дорогая, я вчера у тебя был, дверь была заперта. Ты где была, хотел бы тебя увидеть, познакомиться! Я сейчас у Тагировых сижу, сейчас мы к тебе придем! 

Бер заман инәй йән фарман атлап, беҙҙең яҡҡа әйләнеп тә ҡарамай, үргә китә. Ҡайным тегене тәҙрәнән ҡарап һыны ҡатып көлөп ҡала:
— Ҡасты минең ҡайынбикә яусынан! Хәҙер ҡайт ҡына әле!

Күпме генә йонсотҡандыр ҡайынбикәһен уныһын иҫләмәйем.
 
Автор:
Читайте нас: