Улының ҡайтыуына шатланып бөтә алмаған әсәй кеше һорай икән: "Улым, әрменән ҡайтҡан егеттәрҙең барыһының да погондарында «СА» тип яҙылған, нишләп һинең погондарыңда «ТФ» һуң ул?" "Эй, әсәй, мин бит яҡшы хеҙмәт иттем, командирҙар үҙемде гел маҡтап йөрөттө. Шуға күрә минең погодарға «Толковый Фәрит», йәғни ҡыҫҡартып «ТФ», тип яҙҙылар," – ти икән улы, ҡупырая биреп. Быны ишетеп торған ағаһы: "Ҡайҙан толковый булаһың, тауыҡ Фәрит һин!" – тип ысҡындырған. Шунан бирле Фәриткә «Тауыҡ» ҡушаматы йәбешкән дә ҡалған. Хәҙер уны хөрмәт итеп, ауылдаштары «Тауыҡ Фәрит» тип йөрөтә, имеш.
Ә һеҙҙең ауылда ниндәй ҡушаматтар модала, дуҫтар?