-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Ғинуар , 15:05

АЛДАНДЫМ

Әхмәр ҮТӘБАЙ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1030-сы күҙәтеү 1 ғинуар иртәнсәк уянып киттем. Барыһы ла рәхәтләнеп йоҡлай. Иҙән уртаһында бесәйебеҙ рәхәтләнеп маҙырай. Сысҡан да тоторға түгел, кисә Яңы йыл табынынан уға мул ғына өлөш эләккәйне. Ихатаға, аҙаҡ урамға сығып әйләндем. Кешеләрҙең кисәге, унан алда аҙна-ун мөғжизә көтөп, нәмә белмәй әҙерләнгән байрам кәйефенән семтем шатлыҡ та тороп ҡалмаған. Балталар һыуға төшкән...

АЛДАНДЫМ
АЛДАНДЫМ

Һуң, байрам булғас, ул кешеләрҙең артабанғы тормошо өсөн илһам, дәрт, этәргес көс бирергә тейеш тә баһа! Шул уҡ ҡар, һауа, буран — мөғжизә бөтөнләй юҡ...
...Кире өйгә индем. Бесәйебеҙ һаман да рәхәтләнеп маҙырай. Бесәйҙәр кешеләргә ҡарағанда миллион йыллап Ергә иртәрәк килгән. Улар Ерҙең аҫабалары, ә беҙ килмешәктәр булып сығабыҙ. Бесәйҙәр бында адаптация үткән. Ышанмаһағыҙ, уларҙы 100 метр бейеклеккә күтәреп, Ергә ташлап ҡарағыҙ. Бер ни булмағандай йүгереп китәләр. Ә беҙ 1 метр бейеклектән һикерһәк тә, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалыуыбыҙ бар.
Ҡайһы ваҡыт шулай ҙа уйлап ҡуям: бесәйҙәр бер туя туҡланыр өсөн дә байрамдарҙы уйлап сығарамы икән, ә?
Әйткәндәй, эттәр ҙә Ергә беҙҙән иртәрәк килгән. Бесәйҙәрҙең һәм эттәрҙең боронғолоғон раҫлаған тағы бер дәлил: улар кейемһеҙ ҙә Ерҙә йәшәй ала...

Фото: https://vk.com/id184345067?from=search

Автор:
Читайте нас: