-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
8 Ғинуар , 16:00

Мажаралы Яңы йыл

Һеҙҙеке нисектер, әммә минең Яңы йыл байрамым мажараһыҙ үткәне юҡ. Ғәҙәти кеше шикелле өҫтәл артында ултырып ҡына, яйлап салаттар ашап, шампан тәмләргә ваҡыт та ҡалмай. Бөтәһенә лә ир ғәйепле. Ирем насар, тип зар­ланмайым. Шулай ҙа, әгәр минең ирем әхирәтемдеке һымаҡ булһамы, тип хыялланып-хылланып алам. Тик мине ошо хыялға әҙгә генә сумдырып алған әхирәтем юҡ инде хәҙер. Эх...

Мажаралы Яңы йыл
Мажаралы Яңы йыл

Баштан һөйләйем әле: былтыр, тап Яңы йыл алдынан миңә балалар аҡсаһы бер нисә йылдыҡы йыйылып килде. Байыным, тип ҡыуандым. Берҙән-бер әхирәтем менән бер иштән күлдәк һәм телефон һатып алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙ байыһа – күлдәк ала, ир байыһа – өй һала, тиҙәрме әле? Баҙарҙан ҡайтышлай, һатып алған нәмәләребеҙҙе ҡотларға тип, кафеға индек. Сәй эсеп, бер аҙ йылынып алғас, өҫтәлдә ялтырап ятҡан өр-яңы телефондарыбыҙҙың араһынан үҙемдекен алдым да иремә хат яҙам: «Мин матур күлдәкте өйҙә ултырыр өсөн алманым, әйҙә, Яңы йылды берәй яҡшы ғына ресторанда ҡаршылайыҡ!»
Оҙаҡ көттөрмәй, ир яуапланы: «Ниндәй ресторан ти, Төркиәгә осайыҡ. Ойошторайыммы?»
Аптырашта ҡалдым. Бер ҙә улай тиҙ генә яуап яҙмай торғайны. Ғөмүмән, ул минең яҙған смсты эштән ҡайтҡас ҡына асып уҡып йәнде көйҙөргәне бар. Ә был юлы... «Все, булды. 30-нда осабыҙ. Билеттарҙың беҙгә тигәне ҡалған!” – тип тағы өҫтәп яҙып ҡуйған әле ул.
Башымды күтәреп ҡараһам, әхирәтемдең күңеле төшкән: «Ирем яуап яҙмайсы. 15 минут үтте. Яңы йыл алдынан берәй нәмә булып ҡуймаһа ярар ине, мин насар хәбәрҙәргә әҙер түгел», – тип иламһырап ултыра.
– Ни эшләп насар хәбәрҙәр тураһында уйлайһың, уйлама. Уйлаһаң, килә лә төшә. Ирең – начальник кеше, ваҡыты етмәйерәк торалыр. Бушағас, яҙа ул. Бына минеке, исмаһам, аптырата. Яҙып өлгөрмәнем, ғүмерҙә булмағанса, яуап бирәсе. Етмәһә, яңы күлдәгеңде кейеп йөрөргә Төркиәгә алып барам, ти... Премия алдымы икән? Сервистары премия биргәне юҡ ине быға тиклем. Улай тиһәң, кредитты ҡаплайһым бар, тип мыжыманы ла. Үҙең беләһең, Сибайға барып киләйек тиһәм, мең һүҙгә етә торғайны. Ә бөгөн – Төркиә, тисе...
– Тьфу-тьфу, күҙ теймәһен. Мин дә һеҙҙең менән Төркиәгә барғым килә. Туҡта, яҙайым әле үҙемдекенә. Бергәләшеп барһаҡ, күңеллерәк тә булыр. Уларҙы беҙ таныштырманыҡ та бит. Туй алдынан игеҙәктәреңде таптың да, килә алмағайнығыҙ.
Килештек. Тик әхирәтемдең ире ләм-мим. Ә минеке һаман яҙа: «Күлдәгеңде кейә һалып ҡына фотоға төш тә, миңә ебәр!» Күҙҙәрем аҡайҙы. Кафела күлдәк алыштырып йөрөмәйем бит инде, юҡ, сюрприз булһын, тинем. Шунан быным тағы китте ҡотороп: «Ҡәҙерлем, аҡҡошом, һин күлдәкһеҙ көйө лә миңә сюрприз ул», һәм башҡалар, һәм башҡалар. Ҡыуанысым йөҙөмә сыҡты, оят булһа ла хихылдап көлә-көлә бының менән рәхәтләнеп яҙыштыҡ та яҙыштыҡ. Ахыр сиктә, минең хәләлем араҡы эскәндер, йә уны ен алыштырғандыр, тигән уйға килдем. Сөнки ул мине Төркиәнән һуң Парижға, унан ҡалһа, Ҡаҙағстанға ла алып барам, тине. Сибайҙы һорағайным, оҙаҡ уйланы, шулай ҙа унда алып ҡайтырға ла ризалашты... «Ә балаларҙы ҡайҙа ҡалдырабыҙ, улар бит бәләкәй, етмәһә, өсәүҙәр!» – тип иҫенә төшөргәйнем... «Ҡасан өлгөрҙөң? Беҙ бит үҙебеҙ өсөн йәшәргә һөйләштек! Мине бер кем дә улай алдағаны юҡ ине. Ике йыл буйы балаларыңды ҡайҙа йәшереп тоттоң?» – тине лә, мине ҡара битлеккә тыҡты. Ә әхирәтем һаман илар сиккә етеп, һөйгәненән яуап көтә... Шул ваҡытта ғына, әхирәт менән бер иш бер нәмә лә бер ваҡытта ла алырға ярамай икәнлеген аңланыҡ та ул, тик һуң ине шул. Етмәһә, телефон исемлегенә икебеҙ ҙә ирҙәребеҙҙе «Бәхетем», тип яҙып алған булғанбыҙ...
Яңы йылымды тағы иҫке күлдәктә, балалар ҡарап, ирҙең мыжығанын, һуңынан мине урам буйлап «Күрһәтәм мин һиңә Төркиәне!» тип ҡысҡыра-ҡысҡыра баҫтырғанын теш ҡыҫып сыҙап үткәрҙем. Күлдәкте лә, ялтыр телефонды ла кире тапшырырға тура килде – кредит ҡапланыҡ. Ә әхирәтем ире менән һаман яраша алмай, тип ишеттем. Ире бер йыл буйы: «Миңә балалы бисә кәрәкмәй!» – ти ҙә ҡуя, ти.
Быйыл ғәҙәти кеше шикелле өҫтәл артында ултырып ҡына, яйлап салаттар ашап, шампан тәмләп ҡаршы алырға ине ул Яңы йылды! Улай тиһәң, кредит ҡапланды, ошо көндәрҙә балалар аҡсаһын да яңынан иҫәпләп ебәрергә тейештәр... Берәй мажараһыҙ булмаҫ ул, сүтәки!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: