– Әссәләмәғәләйкүм, хужалар өйҙәме?! – тигән көр тауышҡа бөтәһе лә һиҫкәнеп китте. Ҡапҡанан мыҡты кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, төҫкә-башҡа ярайһы ғына бер ят ир инеп килә. Атлауы ла, ҡиәфәте лә, былай парадный уҡ булмаһа ла, кейемдәре лә хәрбиҙәрҙекенә оҡшаған һымаҡ, тик аяҡтарындағы сөм резинка галоштары ғына хужабикә күҙенә салынды.
– Һеҙ, моғайын, Тимурҙың ата-әсәһе булаһығыҙҙыр, мин...
Таныш булмаған ҡунаҡ башлаған һүҙҙәрен әйтеп бөтөрә алманы, алыҫта хеҙмәт итеп йөрөгән улдарының исемен ишетеү менән хужабикәнең күҙ алдары ҡараңғыланып киткәндәй итте, сайҡала башланы. Уҙған быуаттың һуңғы йылдары, ҡәҙимгесә йәшәп ятҡан тормошто селпәрәмә килтереп, улдар үҫтергән ата-әсәләр өсөн икеләтә хәүеф һәм ҡайғы өҫтәне, сөнки Чечняла ла, хатта ҡайһы бер башҡа “ҡыҙыу нөктәләрҙә” лә бинахаҡҡа күптәрҙең ғәзизкәйҙәренең ғүмере өҙөлә.
Хәлде тойомлаған ҡунаҡ башлаған һүҙен дауам итте:
– Тынысланығыҙ, хәүефләнергә урын юҡ, мин улығыҙҙың командиры булам, сығышым күрше райондан, исем-шәрифтәрем Наил Әхмәт улы Абдуллин булыр. – Аяҡтарына шикле ҡарап торған әсәнең ҡарашын абайлағас. – Аптырамағыҙ, әле Матрайҙа йәшәгән Флүра апайыма бесән әҙерләшергә ярҙамға килгәйнем. Матайым боҙолоп урманда ҡалды. Улығыҙ иҫән-һау, хеҙмәте һәйбәт бара, мин уның сәләмен тапшырырға тип килгәйнем...
Изге һүҙ ишетеүгә ата-әсәнең дә, башҡа туғандарының да йөҙҙәре яҡтырып китте, ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткәнсе тиерлек йылмайҙы. Шулай булмай ни, ғәзиздәренең командиры үҙе килгән бит. Шундай бәхет кемгә тәтегәне бар әле! Тик ҡайһылай уңайһыҙ мәлгә тура килде әле ул – өҙөлөп торған саҡ. Ундай ҙа оло ҡунаҡ алдында оятҡа ҡалырға ярамай ҙа. Әсә кеше күршеләренән йүгереп барып һимеҙ ит алып килеп аш һалып ебәрҙе, атай кеше шул арала икенсе яҡ күршеләренән мәйен дә йүнләне, мунсаһын да онотманылар, тәкә лә һуйылды. Һый тулы өҫтәл артында ҡунаҡ хужаларҙың улын маҡтап бөтә алманы. Хеҙмәте һәйбәт бара икән, холҡо ла тик маҡтауға лайыҡ. Хатта ул бер иптәше менән Наил Әхмәтовичтың фатирында обой йәбештерергә саҡырылған икән. Һалдатҡа рюмка тоттороу ҡәтғи тыйылыуға ҡарамаҫтан, нисек итеп яҡташын ҡоро ебәрһен инде, бер “аҡ баш”ты ла ултыртҡан икән дә, егеттәр бер төргәк обойҙы баштүбән йәбештереп ҡуйыуҙарын да мәрәкәләп һөйләне.
Хужа менән ҡунаҡ байрамды мунсала дауам итәләр. Байтаҡ ваҡыт йыр яңғырап тора унан. Мәжлес иртәгәһенә лә ярайһы уҡ дауам итә. Башына яңы пеләш төшә башлаған командир былай үҙен кеселекле тота, кәперәйеп тә бармай, ғилемле лә, тәрбиәле лә икәне һиҙелеп тора. Саманы белә, артыҡ һүҙ ҙә ысҡындырып бармай, яйы килгән һайын, шундай өлгөлө һалдат тәрбиәләгәндәре өсөн дә етешле донъялары өсөн дә хужаларға маҡтау һүҙҙәре яуҙыра.
Өсөнсө көнөндә ҡунаҡты оҙатҡан саҡта хужаларҙың улдарына аҡса ебәрергә йыйыныуҙарын күреү менән ул бынан ҡәтғи баш тарта.
– Уларҙың тамаҡтары ла туҡ, эсмәй-тартмай, тимәк, уға аҡсаның кәрәге юҡ. Мин, бәлки, киткәнсә, тағы бер килеп урармын, берәр гүзәл зат та булһа, шәп булыр ине, – тип хушлашып юлға сыға ҡунаҡ.
Ә хужалар оло шатлыҡ кисереүҙәренән бик тә бәхетле тойҙолар үҙҙәрен, хатта улдарының үҙе ҡайтып киткәндәй хис иттеләр. Шулай булмай ни, әрмелә йөрөгәндәр бихисап, ә ошоға тиклем кемеһенең ата-әсәһе улдарының командирын, етмәһә, үҙебеҙҙең үк яҡ башҡортон, күреү бәхетенә ирешкәне бар? Әлегә улар ғына. Шатлыҡтарын улдарына ла еткерергә ашыҡтылар һәм шул уҡ көндә хат яҙҙылар.
Йәй ҙә үтте, уҡыуҙар башланды. Тиҙҙән уҡытыусы булып эшләгән Әминә Ғиниәт ҡыҙы ла үҙ ауылдарынан 65 саҡрымда ятҡан Бәрҙәш ауылына семинарға юллана. Шунда уны бер яңылыҡ шаҡ ҡатыра ла инде. Баҡтиһәң, был ауылда ла әрмелә хеҙмәт иткән Евгений Степанов менән Сергей Алексеевтарҙың командиры булып киткән икән.
Башта ул Сергейҙың ата-әсәләре Николай менән Таисияларҙа була. Уларҙың да ул-былдан өҙөлөп торған сағы, шулай ҙа билмән бешерәләр, араҡы эҙләйҙәр. Унан ҡунаҡ Евгенийҙың ата-әсәләре түренән урын ала. Хөрмәтле ҡунаҡ янына мәктәптең хәрби етәксеһе Сергей Трофимов та саҡырыла. Мәжлес ҡыҙған ваҡытта ғына ҡунаҡтың тәүге хужабикәһе Таисия Алексеева килеп инә һәм таныш командирҙы күреп аптырашта ҡала.
– Үәт, замана! Улдарыбыҙҙың береһе Алыҫ Көнсығышта, ә икенсеһе бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яҡта хеҙмәт итәләр, ә командиры берәү. Был ниндәй мөғжизә һуң?.. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, өсөнсө тарафта хеҙмәт иткән вәскирҙәге Тимурҙың командирына ла оҡшаған. Эште һиҙемләгән хәрби етәксе “командир”ҙың яғаһынан эләктереп ала. Йылайырҙа Мария Сапожниковаларҙа ла бер “командир” булып китеүе асыҡлана. Улдарынан килгән хатты уҡыған вәскирҙәр тағы шаҡ ҡатырға мәжбүр була, сөнки ул частә бөтөнләй ундай кешенең булмауы асыҡлана, ә бына иптәше менән, ысынлап та, бер старшина бүлмәһенә обой йәбештерә барыуҙары дөрөҫ булып сыға. Тик үҙен командир итеп танытып йөрөгән кешенең был мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан алыуы ғына ғәжәп. Үҙенә күрә кәсепсенең ниндәйҙер күрәҙәселегеме, әүлиәлек шауҡымымы, үҙе генә белә булһа кәрәк. Ғәзиз улдарынан сәләм алып килгән “командир”ҙан документ һорап торорға ниндәй ата-әсә баҙнат итһен инде.
Был ваҡиғаға ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Телгә алынған егеттәр ҙә имен-һау хеҙмәттәрен тултырып эшкә сумдылар.