-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
9 Ғинуар , 14:15

Кәйефебеҙ һис тә төшмәне

Дуҫым Яңы йылды бергә ҡаршыларға яңы өйөнә саҡырҙы. Беҙ унда тәүге тапҡыр, шуға күрә өйҙөң ҡыҙыл түбәһе генә беҙгә йүнәлеш биреүсе ине. Ауылға барып ингәс, кәрәкле өйҙө күрҙек, ә унда халыҡ күп, шашлыҡ ҡыҙҙыралар, музыка, шау-гөр килеп тора. Ишек алдына индек. Сәләм бирҙек. Хужа ҡайҙа, тигән һорауға, Марат (шартлы исем булһын әйҙә!) магазинға китте, оҙаҡламай ҡайта, тине беҙгә таныш булмаған ҡунаҡтар.

Кәйефебеҙ һис тә төшмәне
Кәйефебеҙ һис тә төшмәне

Мараттың үҙенә шылтыратып ҡараныҡ, телефонын алмай. 

Беҙҙе өҫтәлгә ултырттылар, ашап алдыҡ, мунса яғып ебәрҙеләр. Бына, ниһайәт, Марат ҡайтты! Тик... Ул беҙҙең Марат булмай сыҡты! Беҙ урамдарҙы бутағанбыҙ икән. Әммә кәйефебеҙ һис тә төшмәне - бик күп яңы дуҫтар таптыҡ!

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас: