Бына шундай бай тормош менән йәшәүсе бер ханым ирен өйҙәге хеҙмәтсе ҡыҙҙан көнләй башлай. Һәм бик оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, әлеге аҙғын йәндәрҙе таҙа һыуға сығарыу өсөн ғәжәйеп план ҡора.
Кис етеүгә ул хеҙмәтсе ҡыҙҙы эшенән азат итеп өйөнә ҡайтарып ебәрә лә үҙе, асыу-нәфрәттән шартлар сиккә етеп, уның бүлмәһенә инеп ята...
Барыһы ла нәҡ ул көткәнсә, ул уйлағанса килеп сыға – төн уртаһында ишек шығырлап асыла ла унда ир кеше шәүләһе пәйҙә була. Аяҡ остарына ғына баҫып, карауат янына килә лә ҙур дәрт менән юрған аҫтына сума...
Ҡатындың иренә булған нәфрәте минуттан-минутҡа, секундтан-секундтҡа арта бара, ләкин ул финалға ҡәҙәр түҙә. Ә эш тамамланғас, тиҙ генә һикереп тора ла утты тоҡандыра һәм нәфрәтләнеп тонсоғорҙай булып тегеңә ҡысҡыра:
– Аҙғын эт! Хайуан!... Ниңә аптырап ҡалдың?!. Һин...
– Аптырамаҫлыҡ та түгел шул... – тип кенә яуап бирә ала шофёр егет...
Фото: in.pinterest.com