+28 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
25 Ғинуар 2025, 09:15

Урамда буран, көрт кисеп барам

Ишембай урамдарына сығырлыҡ түгел, ҡар кисеп йөрөйбөҙ!– Һинең әле Мәләүездә булғаның юҡ, машиналар бата!– Ә һеҙ Өфөлә юлдар ялтырап ята, тип уйлайһығыҙмы? Октябрь проспектын, ҙурыраҡ урамдарҙы таҙарталар, ә бына йорттар араһында бөтөнләй йөрөрлөк түгел!

Урамда  буран, көрт кисеп барамУрамда  буран, көрт кисеп барам
Урамда буран, көрт кисеп барам

Был аһ-зар ҡайҙан ишетелә, тиһегеҙме? Республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарынан. Сираттағы оператив кәңәшмәлә республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Дмитрий Черенковтың сығышынан шул билдәле булды: 2024 йылдың 29 декабренән 2025 йылдың 12 ғинуарына тиклем халыҡтан барлығы ун меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шуларҙың яртыһы самаһы – йорт эргәләрендәге һәм оло юлдарҙың таҙартылмауына зарланыусылар. Айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Бәләбәй районы халҡын ошо мәсьәлә борсой. Юлдарҙы ремонтлау, уларҙың төндә яҡтыртылмауы проблемалары ла күтәрелә.
Хатта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә арналған мөрәжәғәттәрҙең дә күбеһе йорт ҡыйыҡтарынан ҡарҙы ваҡытында таҙартмауға бәйле.
Халыҡты шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, социаль ярҙам, льготалы дарыуҙар алып булмауы, йәмәғәт транспортының тейешенсә эшләмәүе, сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауы ла борсой.
Йыл яңы башлана, ә күңел йәмле яҙҙы һағына. Шулай ҙа эреле-ваҡлы түрәләр уны айырыуса өҙөлөп көтәлер, сөнки юлдар ҡарҙан былай ҙа әрселеп бөтәсәк бит.

Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас