+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
27 Ғинуар 2025, 11:00

Эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа

– Ишғәле, Дәүләт Думаһы депутаттары – бигерәк аҡыллы кешеләр, береһенән-береһе шәп закондар сығаралар.– Ҡушғәле, әйттең һүҙ, депутат булһын да аҡылһыҙ булһын. Төн йоҡламай, беҙҙең тормошто еңеләйтеү хаҡында уйлап сыға бит улар.– Шулайын шулайҙыр ҙа, тик бына берәҙәк эттәрҙе үтә ныҡ яҡлап хата эшләнеләр, буғай.

Эт – эткә, эт – ҡойроҡҡаЭт – эткә, эт – ҡойроҡҡа
Эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа

– Бәй, эт типкеһендә йәшәргә тейешме ни улар, йән эйәләре бит, һаҡлауға, ҡурсыуға мохтаждар!
– Мохтаждыр ҙа, тик бына кистәрен урамға сығырлыҡ түгел бит хәҙер. Өфө ҡалаһындағы Нижегородка биҫтәһендә, мәҫәлән, тыныс ҡына йөрөп булмай. Өйөрө менән йөрөгән эттәр уратып алһа, секунд эсендә бөтә тормош юлың күҙ алдынан үтә. Берәҙәк эттәргә республиканың бик күп ҡалаларында һәм ауылдарында зарланалар.
– Ә депутаттарҙың бында ни ғәйебе?
– Ғәйебе бар шул. Тап улар бынан биш йыл самаһы элек берәҙәк эттәрҙе стерилләүҙән һуң чип ҡуйып ҡабаттан иреккә сығарыуҙы законлаштырҙы. Уларҙы атырға ярамай хәҙер. Ә бит бер инә эт йылына 12-15 көсөккә ғүмер бирә ала. Улар үҫә, бер-ике йыл эсендә йөҙгә, меңгә тиклем арта, аслыҡтан кешеләргә, малдарға ташлана. Һөҙөмтәлә былтыр ғына республикала алты меңләп кешене эт тешләгән. Былары медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткәндәре генә.
– Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет! Депутаттар, закон ҡабул иткәндә, ниңә кеше хаҡында уйламай икән, уларҙы бит эттәр һайламай!

Кәкре БӨКРИЕВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас