Дөрөҫөн әйткәндә, ул ике ай буйы бер туған ағаһының ҡыҙын ҡарап ялҡҡайны. Сентябрь етеү менән Альбина эшкә урынлашыу һылтауы менән Өфөгә килде. Һәм матур ғына итеп Гөлиәнең елкәһенә “менеп ултырҙы ла” аяҡтарын һәлендерҙе. Тәүге тапҡыр килгән туғанына ҡатын башта ҡунаҡ булараҡ хөрмәт күрһәтте: төрлө матур урынға йөрөттө, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләп ашатты. Тик йәш ҡыҙ уның был ҡылығын, шулай тейеш, тип ҡабул итте шикелле. Һаман да үҙен ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек тота: ятып йоҡлаған урынын да йыймай, ашарға әҙерләү, һауыт-һаба йыуыу тураһында ла уйлап та ҡарамай. Улай ғына ла түгел, уйламағанда ҡунаҡ килһә, тип алып ҡуйған запас ризыҡтарын да рөхсәтһеҙ алып ашай. Элек эштән арып ҡайтҡан осраҡта, туңдырғыста ятҡан билмәнде йәки тултырылған боросто тиҙ генә бешереп ашарға мөмкин ине. Ә хәҙер ҡайтыуына уларҙы Альбина бешереп ашаған була. Ана бит, эшкә китер алдынан һыуытҡысындағы булған фаршына мул ғына итеп сохари онтағы ҡушып, кәтлит ҡыҙҙырып ҡуйғайны. Эштән ҡайтыуына ризыҡ бар, тип магазинға ла инмәне. Хәйер, ипотекаһы менән коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндән ҡалған аҡсаһы күптән бөттө инде. Аванс алыр көнөн көтә-көтә, сығымдарын кәметергә тырышып, кредит картаһына йәшәргә маташа әле. Үҙе генә саҡта осон осҡа булһа ла ялғап, еткерә ине. Ә туғаны килгәс, ашарға ла күпләп китә башланы.
Гөлиә самалы ғына ҡалған бутҡаны йылытып, икмәк менән генә ашаны ла, ҡоро сәй менән һыуһынын ҡандырып, йоҡларға ятты. Хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй ул. Бөгөн төндә «Ашығыс ярҙам» менән бер-бер артлы алты кешене килтерҙеләр. Ултырып, ял итерлек тә мөмкинлеге булмағайны. Шуғалыр башын мендәргә терәү менән әүен баҙарына китте.
Арыуы еткән күрәһең, эңер ҡуйырып килгәндә генә уянып китте ҡатын. Аш-һыу бүлмәһендә телевизор тауышы сыға, тимәк, Альбина эштән ҡайтҡан. Гөлиә үҙен тәртипкә килтерҙе лә туғаны янына сыҡты.
– Сәләм. Хәлдәрең нисек?
– Сәләм. Нормально, – яуап теш араһынан ҡыҫылып ҡына сыҡты. Ә-һә, тағы үпкәләгән. Моғайын, ашарға әҙер булмағанғалыр. Хас та атаһына оҡшаған холҡо. Илгиз ағаһы ла шулай ата-әсәһенең, һеңлеләренең үҙе тирәһендә көйөн көйләп, йүгереп йөрөгәндәрен ярата ине. Ҡыҙы ла шулай – аҙ ғына уға оҡшамаған эш эшләнһә (йәки эшләнмәһә), шунда уҡ сикәһе ҡыҫыла. Башҡа ваҡытта Гөлиә шунда уҡ аҡланырға тотона, яйын яйлар өсөн юлдар эҙләй башлай ине. Тик бөгөн уның быға хәле лә, теләге лә булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ғүмер буйы ағаһының көйөн көйләп йәшәгәндән һуң, хәҙер килеп уның ҡыҙына хеҙмәтсе булыуҙан да ялҡты ул.
Һауыт-һаба иртәнсәк нисек булһа – шулай ултыра, сүп-сар һауыты ла тулы. Альбинаның йоҡлап йөрөгән диваны ла йыйыштырылмаған. 23 йәшлек ҡыҙҙың был эштәрҙе башҡара алыуы көн кеүек асыҡ. тик ул башҡаларҙы тейеш тип күреп, көтөп ултыра. Гөлиә лә уның “ҡоралын” ҡулланырға булды.
– Һиңә нисә йомортҡа ҡыҙҙырайым?
– Кәрәкмәй... Беләһең бит, мин йомортҡа яратмайым!
– Әәй, шулай бит әле. Онотҡанмын. Ғәфү ит, – ҡатын белмәмешкә һалышып һыуытҡысты асты. – Бөгөнгә улайһа май менән икмәк кенә ашап тор инде. Эштә арыттырған, нимәлер бешерергә хәл юҡ. Етмәһә иртәгә таң менән ҡабат әхирәтем урынына сығырға. – Гөлиә майын йөҙҙөрөп йомортҡа ҡыҙҙырып ашаны ла бүлмәһенә инеп ҡабат ятты.
Үҙенең Әлиә ҡыҙы өйҙә саҡта ҡулына эш тейҙермәне. 5-се кластан уҡ әсәһе эштән ҡайтыуға ашарға бешереп ултыра ине. Иренән иртә тол ҡалған ҡатын да, атайһыҙ ҡалған бала ла тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыны. Ире вафат булғанда ҡуртымға алынған бүлмәлә йәшәйҙәр ине. Ауылда еңелерәк булмаҫмы, тип ата-әсәһе менән кәңәшләшергә ҡайтҡас, Илгиз ағаһы:
– Быға тиклем ҡайҙа йөрөгәнһең, шунда йәшә! Әле мин йорт һалып бөтмәгәнмен. Бер ҡаҙанға өс түгел, ике тәкә башы ла һыймай ул. Бында былай ҙа ҡәйнә-килен аралары эт менән бесәй шикелле. Һин генә етмәгәйнең! – тип ҡаршы төштө. Башын баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы Гөлиәгә.
Ярай, ярты йыл тирәһе этелеп-төртөлөп йөрөй торғас, ире Рәсимдең бер туған апаһы уны үҙе эшләгән абруйлы дауаханаға эшкә урынлаштырып, дөйөм ятаҡтан бүлмә алып биреште. Шул бүлмәне, ваҡыты еткәс үҙҙәре исеменә күсереп, һатып, ошо ике бүлмәле фатирын алғанда тәүге иғәнә итеп түләне. Әлиә лә иртә ҡул араһына инде: институтҡа ситтән тороп уҡырға барҙы ла 17 йәшенән үк хеҙмәт юлын башланы. Әле кейәүе Йәмил менән Себер тарафтарында эшләйҙәр.
Гөлиә, ағаһы башҡа сыҡҡас, ата-әсәһе янына йыш ҡайтып йөрөнө. Баҡса үҫтерешергә, бесән эшләргә ярҙам итте. Ҡыҙы ла йәй буйы ауылда ял итеп рәхәтләнә ине. Тик бер-бер артлы ололар вафат булғас, ағаһы унан һорап та тормайынса төп йортто һатып ебәрҙе. Һеңлеһенә өлөш сығарыу түгел, беҙгә ҡайтып йөрө, тигән һүҙ ҙә булманы. Хәҙер ул ауылға йылына бер генә – әсәһенең йыллығына аят ашы үткәрер өсөн генә ҡайта. Уныһында ла, икмәк-шәкәренә тиклем тейәп, хәйерлектәрен етерлек итеп алып. Сөнки дүрт йыл элек үк Илгиз ағаһы: “Инде 11 йыл ваҡыт үтте, йыл һайын кеше йыйыу буламы?” – тип ризаһыҙлыҡ белдерә башлағайны. Табын үтеү менән уларҙы мәшәҡәтләмәҫ өсөн Гөлиә икенсе көндө үк таң менән Өфөгә юллана. Ҡал, була бир, тигән һүҙҙәре булһа, сәсе менән ер һеперергә лә әҙер ҙә бит. Сөнки йылдан-йыл тыуып үҫкән ауылын, дуҫ-иштәрен нығыраҡ һағына. Әсәһенең йәштәштәре уны яҡын күреп, үҙҙәренә саҡырып тора ла ул, ләкин бер туған ағаһы була тороп сит кешеләргә ҡайтырға ғәрләнә Гөлиә.
Ике ай буйы Альбинаның ҡылыҡтарына ла түҙеүе шунан ине: ҡыҙына ярҙам итһә, ағаһы, бәлки, ҡунаҡҡа саҡырыр, тип өмөтләнде. Тик ике айҙа саҡырыу түгел, хәл белешкән дә кеше булманы. Үткән ялда ауылға ҡайтып әйләнгән Альбина аша күстәнәс тә булманы хатта. Ә Гөлиәнең күптән инде ауыл ҡаймағы ашағыһы килә. Иттән дә баш тартмаҫ ине, юғиһә аҡсаһы наҡыҫ булғас, башлыса арзанлығына ҡыҙығып тауыҡ һатып ала.
Гөлиә артабан ҡунағы менән, үҙең нисек – мин дә шулай, тигән принципта йәшәргә ҡарар итте. Тәүге ике аҙна тыныс ҡына үтте кеүек. Быға тиклем ҡатын дауаханала ашарға тырышмай ине, хәҙер буйтым ғына итеп тамаҡ туйҙырып ҡайта ла, сәй генә эсеп: “Арыным,” – тип йоҡларға ята. Магазиндан да башлыса йомортҡа, ярма, сәй-шәкәр генә алып ҡайта. Үҙенең бүлмәһе менән аш-һыу яғын ғына тәртипкә килтерә башланы. Уныһы ла башлыса ял көндәрендә генә. Альбинаның ғына йөҙө көндән-көн нығыраҡ йәмерәйҙе. “Я хочу нормальную еду,” – тип бер көн ризаһыҙлыҡ белдерергә иткәйне лә, Гөлиә: “Мин бит ипотека түләйем, иткә лә, билмәнгә лә аҡса етмәй”, – тип дөрөҫөн әйтергә мәжбүр булды.
– А че, Әлиә, Йәмил ярҙам итмәй что ли?
– Юҡ, уларҙың да ипотекаһы бар. Йәмил кейәүгә уҡыуын тамамлайһы бар әле.
– Ә папа, Себерҙә аҡсаны күп түләйҙәр, ти.
– Әллә инде, унда еңел аҡса булһа, бөтәһе лә шунда китер ине...
– Я бы тоже поехала, но, Әлиә, фатир бер генә бүлмәле, тип үҙендә йәшәтергә риза булманы...
Ике аҙнанан Гөлиәгә Илгиз ағаһы шылтыратып, тауыш ҡуптарырға маташты:
– Ике аҙна буйы әҙәмсә ашарға бешерә алмай нимә эшләйһең ул?!
– Эшләйем. Көн аша тиерлек төнгө сменала йөрөп, арып ҡайтам. Икенсенән, ашарға бар, ҡулымдан килгәнсә бешерәм...
– Тары бутҡаһымы йә кәбеҫтә һурпаһымы? – Илгиз мыҫҡыллы көлөп ҡуйҙы. – Минең балалар ундай ризыҡҡа өйрәнмәгән. Бөгөн 3 – 4 кило ит ебәрәм, туҡмаслап аш бешереп ашат! Донъяңды ла йыйыштырып ал, әтеү ҡаҡашып ултырыуың видео аша һөйләшкәндә лә күренеп тора...
Ағаһы әйтер һүҙен әйтеп бөтә алманы, Гөлиә тыныс, әммә ҡәтғи итеп уны бүлдерҙе:
– Ағай, балаңа 13 түгел, ә 23 йәш. Үҙе нимә теләй, шуны бешереп ашарға, өй тирәһен йыйыштырырға ҡулынан килә. Минең дә эшем, шәхси тормошом бар!
– Нимә, Альбина һиңә хеҙмәтсе булып йөрөргә тейешме?!
– Юҡ, үҙен үҙе генә ҡараһын. Мин дә уға хеҙмәтсе түгел.
– Беҙгә ҡайтып, ашап-эсеп йөрөгәндә генә шәпһең икән.
Гөлиә был һүҙҙәргә күптән әҙер ине, шуға әҙерләп ҡуйған яуабын еткерҙе:
– Ағай, улай иҫәпләшә башлаһаҡ, мин һеҙҙә ике көндән артыҡ торғаным юҡ. Уныһында ла һинең мәңге һытыҡ йөҙөңдән оялып, ризаһыҙлыҡ белдереүеңдән тешләнеп йөрөйөм. Әсәйем хаҡы, тип кенә ҡайтам. Ғүмер иткән әхирәттәре, йәштәштәре менән бергә доғалар ҡылмаһаҡ, рухы рәнйер, тип. Ә мин әле Альбинаға бер генә ауыр һүҙ ҙә әйткәнем юҡ. Өс ай булып килә, моғайын, иҙән йыуһа йәки берәй кило ит алып, аш бешерһә, ҡулы өҙөлөп төшмәҫ. Әсәй мәрхүмәнең, эшләгәнең миңә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә, тигән матур һүҙе була торғайны...
– Һы... Һиндә ҡыҙыбыҙ йәшәй, тип беҙ һине аҫырырға тейеш инде улайһа... Юҡ инде, артыңа төйөлөр...
Иртәгеһенә Альбина әйберҙәрен йыйып, сығып китте.
– Папа договорился маманың тетяһы менән. Она пенсионерка, все время дома, – тине ул хушлашҡанда. Әммә өс ай буйы йәшәткәне өсөн был туғанына рәхмәт әйтергә лә “онотто”.
Башҡаса ағаһы йортона ҡайта алмаясағын белһә лә, Гөлиә еңел тын алып ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта Альбинаны үҙ елкәһенә “ултыртҡан” ҡатынды ла йәлләне.
Фото: globe.ru