+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
29 Ғинуар 2025, 12:00

Тормошомдоң алтын асҡысы

Зөлфирә ТАҺИРОВА Беренсе күреүҙә үк мин үҙем барып таныштым, үҙем ҡаратып алдым. Уға ышанһаң, ошо хәлдә йәшәп ятмаҫ инек.

Тормошомдоң алтын асҡысыТормошомдоң алтын асҡысы
Тормошомдоң алтын асҡысы

1998 йыл, декабрь айында мәктәптә волейбол буйынса кружокмы, түңәрәкме — шунда йөрөп ятабыҙ. Бер ҡараһам, батарей өҫтөндә ят егет ултыра. Ҡыҙҙарҙан һораһам, яңы совхоз директоры күсеп килгән, шуның улы, тинеләр. Мин барып танышып киләйем әле, тип, тәүәккәлләнем. Ней бары 12 генә йәш ине миңә унда. Әммә буйым оҙон булғас, олораҡ күренә торғайным. Шулай итеп, беренсе этап булды.
Бер нисә көндән клубҡа сыҡтыҡ. Буяндым, битемә миң төртөп алдым. Бөтәһе лә төртә торғайны, мода булғандыр ул. Клубта теге директор малайы ултыра, аҡ салбар кейеп. Тағы барып танышырға булдым. Был әйтә инде, мәктәптә күрештек бит, тей. Юҡсы, мин һине тәүгә күрәм, тинем. Аптырап текләп ултыра ине, быны алйотландырырға булып киттем:
—Әәәә, ул Зөлфиә, минең игеҙәгем булған инде, мин Зөлфирә булам, —тинем.
—Ҡалай ныҡ оҡшағанһығыҙ ул, — тигән булды.
—Игеҙәк булғас, оҡшайбыҙ инде, — тип ебәрҙем.
Шулай алдап йөрөп ята инем, Фунтик исемле егет вис планды боҙҙо. Рәмис һораған да, был, юҡсы, бер үк кеше, уның ниндәй игеҙәге булһын, тигән.
Шунан йәй етте. Рәмис һаман минең яҡҡа ҡарамай. Более взрослый ҡыҙҙар компанияһында тик йөрөй, как ни как 17 йәш бит уға. Бер заман клубҡа сыҡтыҡ, клубты шарт бикләп, бер нисә мотоциклға тейәлеп, былар ҡайҙалыр китергә тора. Завклуб:
—Бар, бар, ҡайтығыҙ, йөрөмәгеҙ бот араһына уралып, ошо йыйын ывыр-сывыр бала-саға ҡаҡшатты, — тип беҙҙе ҡыуа башланы.
Минең яратып йөрөгән егет алдында унижать иткәс, хатта йөрәгемә сердце була яҙҙы. Йән көйҙө. Еще баяғы мотоциклдарға тейәлгән ҡыҙҙары сырылдашып, нервыға тейәләр. Торҙом-торҙом да ышҡаланып, Рәмистең мотоциклының асҡысын һурып алдым да, ҡасып киттем дә барҙым. Арттан теге компания әллә нимәләр тип "маҡтап" тороп ҡалдылар, иғтибар итмәнем, сегодня или никогда, тигән девиз менән, йүгерә бирәм дә әйләнеп ҡарайым, йүгерә бирәм дә әйләнеп ҡарайым. Эйәрһә генә ярар ине, тип.
Байғош ҡына, баяғы ҡыҙҙарын төшөрөп, матасын этеп кенә минең арттан килгән булды. Ҡайҙа барһын инде.
Шулай итеп, саҡ егетле булдым.
Унан һуң да әле, ел-дауылдан, ҡош-ҡорттан аралай барып, саҡ өйләндереп ҡуйҙым.
Зато мына ҡалай һылыу бисәһе бар хәҙер. Атыу йөрөр ине әле аңшайып.
Үҙемсә әүәләп, үҙемсә һылап-һыйпап, үҙемсә генә яһап алдым иремде. Танышҡанда уға 17, миңә 12 йәш ине, ә өйләнешкәндә миңә 19, уға 25 ине. Миңә егерме тулырға ғына йөрөй ине. Бөгөн ир генәмә 45 йәш. Өс балаға ғүмер бүләк иттек, плюс өс бала бонус булды бит инде. Атай, әсәй менән йәшәнек ғүмер буйы. Аллаһҡа шөкөр, бер ҡайҙа ла һынатманыҡ. Шулай ғына дауам итһен инде. Амин.
Баштан асҡысты үҙ ҡулыма алып, яҡшы иткәнмен әле, тип ҡыуанып ултырам. Ул асҡыс мотоциклдыҡы булмаған, ә тормоштоң ниндәй генә ишеге осраһа ла асып була торған, золотой ключ булған

Фото: proza.ru

Автор:
Читайте нас