Айгөл, ауырыу йоғор кешегә барыбер йоға тип, артыҡ һаҡланып торманы. Йыл буйы бер маскала йөрөнө. Нимә тип уйлайһығыҙ? Ул ни, антисептикҡа ҡойоноп, көнөнә ун битлек алмаштырған туғандары ла ҡороғорвирусты эләктерҙе! Еҫ һиҙмәй ауырып киткәс, дауаханаға барып торманы, ул унда кемгә кәрәк? Үҙенсә шунда үләндәр эсеп дауаланды. Вакцина ла эшләтмәне, унда нимә ҡушып болғағандарын кем белә?
Шул ваҡыттан алып, әллә нимә булды. Тиҙ генә һыуыҡ тейә, хәле бөтә, йоҡоһо туймаҫтай булды. Врачҡа күренгеһе килмәй. Дауаханаларға йәп-йәш табиптар алып килеп тығып бөттөләр, улары нимә белһен инде? Үҙе лә дауалана ала. Күберәк саф һауаға сығып йөрөргә кәрәк тип сыҡҡайны, иҫен юғалта яҙып ҡолап ҡулы менән таянып, бармаҡтарын һындырҙы. Ҡайтып, бармаҡтарына зеленка һөртәм тип, теш менән асҡайны, алғы теше сатнап сыҡты. Ул арала күҙенә зеленка килеп эләгеп, әсетә башланы. Уны йыуырға ваннаға йүгергәнсе, әллә нисә тапҡыр башы менән бәрелде. Бының этләнгәнен ире ҡарап торҙо-торҙо ла:
— Ҡуй, киттек дауаханаға, — тине. — Теге мәлдән һуң ауырып тик йөрөйһөң, йә иҫеңде юғалтаһың, йә хәлһеҙ ятаһың, йә киҙеү йоҡтораһың, хәҙер, ана, бармаҡтарыңды һындырғанһың...
Айгөл ғәрлегенән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә:
— Бармайым! — тип баш тартты — Нисек һин аңламайһың, иҫәр? Миңә күҙ тейгән! Мине өшкөртөргә кәрәк...
Ә. Тотманова.