Магдан - исеменең килеп сығышы һәм мәғәнәһе тураһында бер нисә фараз бар. Был исем бик һирәк осрай һәм аныҡ билдәләнгән мәғәнәһе юҡ, әммә төрлө мәҙәниәттәрҙә һәм телдәрҙә ул төрлөсә тәржемә ителергә мөмкин. Мәҫәлән, ғәрәп теленән "алтын" тигәнде аңлата. Магдан - Иркутск өлкәһендәге ауылдың исеме - эвенки теленән алынған, "мэгдын" - яр була икән.
Аима - исеменең килеп сығышы тураһында ла бер нисә фараз бар. Уларҙың береһе был исемдең ғәрәп тамырҙарынан булыуын һәм "өмөт" йәки "көтөү" тигәнде аңлатҡанын һөйләй. Шулай уҡ был исемдең фарсы сығышлы булыуы һәм "матур" тип тәржемә ителеүе лә ихтимал.
Аванта - был исемде ҡайҙан алғандарҙыр, уныһы беҙгә сер.
Керемет исеме - ҡаҙаҡ теленән, "иң яҡшы, матур, һоҡланғыс, ғәжәйеп" тигәнде аңлата.
Балаларға шулай уҡ Миранда, Дамина, Ариз тип ҡушалар.
Б. Ҡаһарманова.
Фото: www.youtube.com