Андрей Малаховтың "Интернет легендалары" тапшырыуына халыҡ араһында киң таралған видеоларҙың геройҙарын саҡыралар. Ошо көндәрҙә эфирҙа Мәләүез ҡалаһынан Зинаида Каштанова ла ҡатнашты.
Зинаида Ильиничнаның ҡолғаға менеүсе егетте ҡеүәтләп ҡысҡырып торған видеоһын интернетта 20 миллион тапҡыр ҡарағандар.
"Әйҙә, ҡояшҡайым, әйҙә! Улым, саҡ ҡына ҡалды, әйҙә, әйҙә!" – тип ярышсыны дәртләндереп торған был ҡатын эргәһенә бер хәбәрсе килә.
"Был улығыҙмы, әллә туғанығыҙмы?" – ти микрофон һуҙып ул.
"Мин уны бөтөнләй белмәйем!" – тип ғәжәпләнеп яуап бирә көйәрмән ҡатын.
"Интернет легендалары" тапшырыуында ҡатнашҡан эксперттар Зинаида Ильиничнаның актерлыҡ һәләттәренә һоҡланыу белдерҙе. Яҡташыбыҙ был видеоның тарихын һөйләп бирҙе.
– 2022 йыл ине. Ямғырлы көндә бойоғоп ултырмайым әле тип, юл аша ғына барған һабантуйға киттем. Унда төрлө уйындар, ярыштар үтә. Тәүҙә бассейнда балыҡ тотоп маташҡан малайға иғтибар иттем. Берәүҙе лә эләктерә алмай, ә уйын шарттары буйынса, тотҡан балыҡ үҙеңә ҡала. Уға ситтән ҡысҡырып өйрәтә башлағайным, ике ҙур һаҙанды эләктерҙе. Шунан һайғауға бүләк артынан менеүсе егеттәр эргәһенә киттем. Ямғыр яуғас, бағана ныҡ тайғаҡ, егеттәр яртыһына тиклем генә менә лә шыуып төшә лә китә. Мин барып "әйҙә, әйҙә" тип ҡеүәтләй башлағас, видеолағы егет иң өҫкә менеп етте һәм бүләккә әтәс эләктерҙе, – тип хәтерләй Зинаида Каштанова.
Һабантуйҙың иртәгәһенә урамға сыҡҡас, ҡатын үҙенең "интернет йондоҙо" булып киткәнен аңлай. Ҡапыл килеп тапҡан бындай дандан оялып, бер нисә көн магазинға икмәк-һөт артынан бара алмай ултырған икән.
Нурзиә Хәсәнова.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/