0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Февраль , 13:00

КӘБЕҪТӘ

Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфирә Таһированың ҡыҙыҡлы яҙмаларын күптәр яратып уҡый. "Үҙебеҙҙең блогер" тип тә йөрөтә уны йылайырҙар. Был юлы Зөлфирә Таһирова ҡайныһы менән нисек итеп кәбеҫтә тоҙлаған.

КӘБЕҪТӘ
КӘБЕҪТӘ

Рәмистең тағы бер эшкә киткән мәле ине. Ҡайным менән эш буйынса Сибайға барҙыҡ. Эйәртенешеп улай-былай йөрөнөк тә, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Юлда ҡайным әйтә :" Килен, анау ауылға инеп кәбеҫтә алып ҡайтайыҡ. Кәбеҫтәһе һутлы, тәмле була, тоҙларға яҡшы,"-тей инде. "Ярар," - тинем инде, хотя минең яуап все равно бер нимә лә решать итмәй, беҙ уже ауылға боролоп инеп киттек.

Осо-ҡырыйы булмаған кәбеҫтә яланына килеп туҡтағайныҡ, хужа унда юҡ икән. Өйөнә барҙыҡ. Ҙууур гаражмы, әллә склад тейемме икән, эсе тулы кәбеҫтә. Ҡайным мул һөйләргә яратҡан кеше:"150 кг кәбеҫтә кәрәк," - тине лә, ыңғайы бер миңә :"Ана, бар, әйҙә тейә," - тип фарман биреп тә ебәрҙе.

Мин, тыңлаусан килен, йүгерә-атлай, ике ҡултыҡҡа ике кәбеҫтә ҡыҫтыра-ҡыҫтыра машинаға ташый башланым. Эстән генә: "Үңәсең элмәйә икән былай булғас, ул 150 килоны ҡасан ташып бөтәм инде" - тип уйлап йөрөп ятам. Ә теге кәбеҫтә батшаһы менән ҡайным гәпләшеп бер ҡырҙа торалар.

Бер заман теге ағай эйәк менән генә минең яҡҡа ымланы ла: "Был еңгәй буламы?" - тейсе.

Мин төҙ генә йүгерекләп китеп барған ерҙән киттем эләгеп, ҡултыҡтағы кәбеҫтәләр китте һәр береһе һәр яҡҡа тәгәрәп. Мин һөрлөгөп киткәнгә туфли китте айырылып, кәбеҫтәне эйелеп алам тигәнсе башым менән машинаның ишегенә төкөп, китте күҙҙән осҡон сәсрәп. Эстән генә: "Ашамағаның кәбеҫтәме, мәсекәй," - тип үҙемде әрләйем.

... Иҫемде йыйғанда ҡайным: "Ыста, юк, юк,бәләкәй малайҙыҡы килен, бергә йәшәйбеҙ, малай северҙа эштә" - тип аңлатып маташа ине. Теге ағай еще:" Әллә хәҙерге йәштәрҙе кем белә," - тип өҫтәп ҡуйҙы. Ҡайтҡансы ләм-мим һөйләшмәй ҡайттыҡ. Маңлайҙы күптереп, туфлиҙы айырып, кәбеҫтә һатыусының еңгәһе була яҙып ҡайтып индем.

Ҡайныма гел генә эйәрҙем дә йөрөнөм, белмәгән кеше шулайтып әллә нимәләр уйлап тороп ҡалалыр инде. Бынау ҡатынҡай ҡалайтып ҡына йөрөп ята, тейҙәр микән, әстәғәфируллаһ.

Фото һәм текст сығанағы: Зөлфирә Таһированың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: