1.Ҡапыл һыуытыуға кешенең йөҙө ошо рәүешле сытырайыу менән ҡаршы торалыр, өшөмәҫ өсөн. Ышанмаһағыҙ, көҙгөгә ҡарап сытырайып ҡарағыҙ — йөҙөгөҙҙөң йылмайыуын күрерһегеҙ. Йә булмаһа, машинаның йылы кабинаһынан ҡапыл һыуыҡ тышҡа сығығыҙ — шатлыҡ атына атланырһығыҙ!
2.Меңәр-меңәр йылдар буйына беҙ йәшәгән ергә ваҡытында ҡыш, ваҡытында яҙ, ваҡытында йәй, ваҡытында көҙ килә. Йәғни йыл миҙгелдәре алмашыуы беҙҙең организмда инстинкт кимәлендә нығынған. Әммә һуңғы ваҡытта климат ныҡ үҙгәреүе һөҙөмтәһендә ҡышҡы селләлә лә йылы, йәйге селләлә һыуыҡ һауа ағымы күҙәтелә башланы. Шуға күрә инстинкт кимәлендәге ҡышҡа тап килтереп көн һыуыта һәм ҡар яуа икән, йәнебеҙ рәхәтлек тойғоһо кисереп, уның сарфыуы йөҙөбөҙгә йылмайыу булып сыға.
3.Көн һыуытып, ҡар яуа башлаһа, әҙәм балаһы Ҡыш бабайға йылмайып сәләм бирә булыр...
Фото: work.vk.com