Аҙна-ун көн элек башланды уның ошолай йөрөүҙәре. Ҡаҙаҡ бөткән. Дөрөҫөрәге, түрбаштағы ҡашығаяҡ һалған кәштә бер сөйҙә генә эленеп ҡалған. Ул кәштәгә ни үпкә?! Күптән алыштырып ҡуйырға ла булыр ине. Юҡ, әсәһенән ҡалған кәштә әле ул, ҡомартҡы. Әсәһенә ҡартатаһы үҙ ҡулдары менән семәрләп эшләп биргән булған. Уның бөгөнгәсә эленеп тороуында Юнирҙең ғәйебе, дөрөҫөрәге, ҡаҙанышы хисапһыҙ. Ҡатыны менән айырым сыҡҡас, гарнитурға аҡса әрәм итмәҫкә тип, шуны иҫке һарайҙан табып алып, ҡайырылған урындарын төҙәтеп, яңынан ап-аҡ төҫкә буяп индереп элмәһә, күптән сереп ятыр ине. Ҡатынына, әлбиттә, был иҫке кәштә оҡшаманы, шулай ҙа иренең тырышып йөрөүен күреп, өндәшмәйерәк ҡалды. Сөнки Юнир бик һирәк кенә күңел биреп эшләй торған әҙәм. Күңеле ятһа – эшләй, күңеле ятмаһа – нимәлер әйтеүҙән фәтеүә юҡ икәнде егерме биш йыл бергә йәшәгән дәүерҙә белеп өлгөргәйне инде Фәғиләһе. Ана шул кәштә бер заман шағыр-шоғор итеп бер сөйҙә генә эленеп торған була. Юнирҙең иҫәбе – ҡатыны күреп ҡалмаҫ борон ҡомартҡыны ҡабат ҡағып ҡуйыу. Ҡаҙаҡ эҙләп, ҡайҙа ғына барманы: эргәләге хужалыҡ тауарҙары магазинында сөй-маҙар барлыҡҡа бар ҙа ул, тик күрше урамдағы киоскылағына ҡарағанда 5 һумға айырыла баяғының хаҡы. Киоскылағыһы ҡалалағы универсамдыҡына ҡарағанда 3 һум 50 тингә ҡыйбатыраҡ. Универсамда баҙарҙағынан ике һумға ҡыйбат. Улай ғына булһа ярар ине – был баҙарҙағы хаҡ Баймаҡ баҙарндағыға ҡарағанда теүәл бер һумға ҡиммәт. Унан ҡалһа, Баймаҡта алыпһатарҙар ҙа һата, уларҙыҡы бына, ысынлап, ҡаҙаҡ, совет заманынан ҡалған! Юнир шундайҙарҙы эҙләне лә инде. Тик алманы әле, сөнки хаҡтары ла торошло шул – эргәләге хужалыҡ тауарҙары магазинындағына ҡарағанда килоһы ете тингә айырыла. Юнирҙең ғәҙәтенә ингән холоҡ – аҙ сығымлыраҡ тауар һайларға ярата. Күнегелгәнсә, ул артабан эҙләүен дауам итте. Тимер атына багы тулғансы тағы яғыулыҡ ҡойҙо ла, райондың хужалыҡ тауарҙары һатылған ауылдары буйлап йөрөп сыҡты. Юҡ, күңеленә ятҡан хаҡ та, ҡаҙаҡ та табылманы...
Кисә ҡайтышлай, юлда бер ирҙе ултыртып алғайны. Ырымбур яғынан Сибайға туғандарына килә ята икән, баяғы. Һораша башлағас, Юнир Ырымбурҙың үҙендә ул эҙләгән ҡаҙаҡтың бындағы иң арзаны тигәненән теүәл илле тингә осһоҙораҡ булыуын ишетеп хайран ҡалды. Төн йоҡоһо ҡасты. Шуға таң менән юлға сығыуы әле. Дүрт сәғәт юл үтеп, тәки хыялындағы ҡаҙаҡты барып тапты Юнир. Тик ул илле тингә түгел, ҡырҡ биш тингә арзаныраҡ булып сыҡты! Юлсы әҙерәк яңылышҡан икән. Эҙләгән – таба, тиҙәрме әле?! Берәү генә алайым тип ынтылды ла, ул-был уйҙар менән ике дана ҡаҙаҡ алып, яғыулыҡ багын тағы тултырып бензин ҡойҙо ла, бәхетле йылмайып ҡайтырға сыҡты. Тамаҡ ялғап торманы, кафе-маҙарҙарҙа хаҡ сағыштырып йөрөргә ваҡыты юҡ ине инде. Бындай ҡыуаныслы көндә күңел туҡ була ул, 300 саҡрым юлды “һә” тигәндәй үтте. Уның ҡарауы, донъялағы иң арзан сөй Юнирҙа – йүнле ирҙә хәҙер! Тимәк, ҡомартҡы кәштә бер ҡаҙаҡ менән ҡағылып, тағы егерме биш йыл эленеп торор әле уларҙың аш бүлмәһендә!