Матурлыҡ салонына аһ та ух килеп, хәлем бөтөп саҡ килеп индем. Эштән һуңыраҡ сыҡтым, етмәһә, машинаны ҡуйыр урын тапмай, килеп еткәс тә байтаҡ тышта хитланырға тура килде. Сәс ҡырҡтырыу, буяу һәм прическа эшләтеү өсөн тәғәйен 2,5 сәғәт ваҡыт урынына былай ҙа аҙыраҡ аралыҡ бар, өлгөрмәйбеҙ, тигәйнеләр. Хәҙер тағы ла 15 минутҡа һуңлап килеп индем. Ҡабаланғанда һәр саҡ шулай: йә бер нәмәһе килеп сыға, йә икенсе тотҡарлыҡ.
Сумкам менән куртҡамды ишек төбөндәге сибәркәйгә тапшырҙым да, ул ымлап күрһәткән ултырғысҡа килеп ултырҙым. Еңел итеп тын алырға ғына иткәйнем:
– Ханым, сәғәтегеҙгә ҡаранығыҙмы? Үҙемде мыҫҡыл итеп, эшемде әт-һөт кенә башҡарырға йыйынмайым. Һайлағыҙ: ҡырҡтырып прическа яһайһығыҙмы әллә буятыпмы? Өс процедураны башҡарып өлгөрмәйбеҙ, – ширма артынан килеп сыҡҡан ҡатын асыулы тауыш менән мине шелтәләргә тотондо. – Аҙ ғына башҡаларҙы ла ихтирам итә белергә кәрәк!
– Зинһар, ғәфү итегеҙ... – көҙгө аша парикмахерға ҡараным да, аптырап киттем. – Гөлсөм?!
– Сәриә, әллә һин инде? – күптән күрешмәгән класташ ҡыҙ ҙа мине таныны.
– Хәлдәрең нисек? Һин ҡасандан бында? Ярты йыл элек килгәнемдә генә юҡ инең, шикелле...
– Хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Эйе, күптән түгел генә урынлаштым. Әйҙә, башлайыҡ. Юғиһә һүҙ бутҡаһы өсөн миңә эш хаҡы түләмәйҙәр, – Гөлсөм кейемдәремде ҡапларлыҡ итеп япмаһына ураны ла, сәсемде тарарға тотондо.
– Тик һине бында осратыу бер аҙ аптырата ла әле ул. Авиация университетын тамамлағайның түгелме? Әллә үҙ эшеңде асып ебәрҙеңме?
Класташым сәсемде бер аҙ ауырттырыңҡырап ҡуйҙы – төпсөнөүем оҡшамағанын шунан аңланым.
– Тамамланым. Тик һөнәрем буйынса бер генә көн дә эшләмәнем. Ә 40-ты уҙған тәжрибәһеҙ белгестәр бер ерҙә лә кәрәкмәй икән. Аптырағандың көнөнән тигәндәй, бына матурлыҡ индустрияһы, буйынса курстар бөттөм дә, эшләй башланым. Хәйер, нимә һөйләп торам инде: матурлыҡ индустрияһы, имеш... Йолҡош бисәләрҙең йылына бер тапҡыр ҙа ҡайсы күрмәгән сәсен рәткә килтереп маташам!
Был һүҙҙәрҙең миңә төбәлгәнен яҡшы аңлап, шымып ҡалам. Уҡытыусы эшенең мең мәшәҡәте һәм машинаға кредит түләү арҡаһында аҡса арттыра алмайым. Матурлыҡ салонына шулай онотҡанда бер инеп сыҡҡылайым. Тик пауза оҙаҡҡа һуҙылманы, Гөлсөм минең хәлдәрҙе һораша башланы:
– Үҙең ни хәлдә? Педколледжға уҡырға ингәйнеңме әле? Шуның буйынса эшләйһеңме, әллә йүнлерәк һөнәр һайланыңмы?
– Уҡытам. Бала саҡтан хыялланғас, икенсе һөнәр һайлап торманым инде. Ситтән тороп институт бөтөрҙөм.
– Ундай уҡыуҙың фәтеүәһе юҡ инде ул, ваҡытыңды, аҡсаңды әрәм итеп ни...
– Юҡ, колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тура 3-сө курсҡа, бюджет нигеҙендә ҡабул ителдем. Көндөҙгө бүлеккә алдылар ҙа ул, тик һеңлем дә студент булып киткәс, әсәйемә яңғыҙы ауыр булыр, тип эшкә сыҡтым.
– Хәҙер йәшәйешең нисек? Ирең бармы?
– Аллаға шөкөр генә. Ир ҙә бар, балалар ҙа, йорт та, кредит та тигәндәй. Ишеткәнһеңдер, мин бит класташыбыҙ Айҙарға кейәүгә сыҡтым.
– Әстәғәфирулла! Сәлимовҡамы? Шул бер йолҡошҡамы?
– Ниңә йолҡош булһын?! Бынамын тигән итеп йәшәп ятабыҙ. Автосервис асып ебәрҙе, ҙур түгел, әлбиттә. Шулай ҙа аҡса таба.
– Үҙең, кредит бар, тиһең. Йүнле ир фатирлыҡ ҡына аҡса табырға тейеш инде.
– Фатир бар ул. Былтыр үҙһүҙлеләнеп, үҙем түләйем, тигән шарт менән машина алғайным. Шуға сабыулайым. Ә Айҙарҙың иңендә – донъя, балаларҙы уҡытыу, йыл һайын тигәндәй ялға барыу һәм башҡалар. Аҡса ғына тапһын, тотонор урындар күп.
– Барыбер уға сыҡҡаныңа аптырап торам әле. Емерелеп барған йортта йәшәгән, йүнле кейеме булмаған бер әҙәм менән тормошоңдо бәйлә инде, алйот. Хәтерләйһеңдер, ивет, ул 8-се класҡа тиклем минең арттан илай-илай йөрөнө. Әсәйем, беҙгә тиң нәҫел түгел, тип дуҫлыҡтан тыйып ҡуйҙы. Йөрөргә сәпите лә булмаған хәйерсе малай ине...
– Эйе, бер көндө генә һине иҫләп, һөйләшеп ултырғайныҡ. Беренсе мөхәббәтем, ти ул һаман да һинең хаҡта. Ә юҡлыҡҡа килгәндә, ул мәлдә һәр беребеҙ шулай йәшәнек инде. Бала сағыбыҙ союздың юҡҡа сығып, кешеләрҙең артабан нисек йәшәргә белмәй аптыранған сағына тура килде бит. Һинең атайың ғына бик аҡыллы, һиҙгер һәм яңылыҡтарҙан ҡурҡмаған кеше булып сыҡты. Анау сама магазиндар асып, фермер хужалығы төҙөп ебәрҙе. Өфөгә күсеп китмәһәгеҙ, ошо көндө районды ҡулында тотҡан хужа булыр ине. Әйткәндәй, ата-әсәйең ни хәлдә?
Гөлсөм ҡапыл эшенән туҡтап, көҙгө аша тишерҙәй итеп миңә текәлде:
– Нимә, белә тора һорашаһыңмы уларҙы?!
– Юҡсы... Берәй нәмә булдымы әллә? Иҫәндәрме? Һеҙ күсеп киткәне бирле осрашҡан юҡ бит. Ни үҙең класташтар осрашыуына йөрөмәйһең. Беҙ бит башҡалар шикелле биш түгел, ә өс йыл һайын осрашып торабыҙ.
– Иҫәндәр. Үлһәләр, ул тиклем ауыр булмаҫ ине, тип тә ҡуям ҡайһы саҡ.
– Ҡуй әле, Гөлсөм, улай тимә...
– Барыһы ла яҡшы булғанда аҡыл өйрәтеүе еңел ул. Ә бына миңә ауыр. Атайым һин дә мин генә йәшәп ятҡанда ҡомарлы уйынға әүрәп китте лә, булған бөтә мөлкәтте һатып, юҡҡа сығарҙы. Ә әсәйем хәйерселекте күтәрә алмай, эскегә һалышты. Ярай, мин институтты тамамлағас та өс бүлмәле фатир алып биргәйнеләр. Хәҙер шунда йәшәп ятабыҙ. Минең елкәгә менеп ултырҙылар тамам. Етмәһә, туҡтауһыҙ талашалар ҙа талашалар. Арыным, ялҡтым. Күргем дә килмәй үҙҙәрен. Рәхәтләнеп йәшәр мәлемдә йөрө инде аҡсаһыҙлыҡтан интегеп, кеше сәсен тарап!
Гөлсөмдөң бала сағы иҫкә төштө: ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙары өсөн бер ни йәлләмәй, энәнән-ептән кейендереп, ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтерҙеләр. Ни һораһа алдына килде, ҡайҙа теләй шунда барҙы. 42 йыл йәшәп, диңгеҙҙе мин өс йыл элек кенә күргәйнем. Ә һабаҡташыбыҙ мәктәп йылдарында уҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәйге ялын үткәрә ине. Тик шундай бәхетле бала саҡ бүләк иткән ата-әсәһенең ҡартлыҡтағы яңылышлыҡтарын да ғәфү итергә теләмәгән Гөлсөмдө аңлай алманым, йыуатыр һүҙҙәр ҙә табылманы. Өндәшмәй бер талай ултырҙым. Һүҙ юҡ, һабаҡташым үҙ эшенең оҫтаһы ине. Тиҙ арала матур ғына итеп киҫелгән сәсемдең саллана башлауы ла һиҙелмәй ине: килешле генә ҡыҙғылт төҫкә буяп та ҡуйҙы. Еүеш сәсте фен менән киптергән арала хәлдәрен артабан һорашырға булдым.
– Кейәүгә сыҡманыңмы? Ғаилә хәлдәрең нисек?
– Юҡ... Мин сығырға теләгәндәрҙе ата-әсәйем тиң күрмәне, улар димләгәнгә үҙем ризалашманым. Дөрөҫөн әйткәндә, яңғыҙыма йәшәү нығыраҡ оҡшай ине. Бер кемгә лә хеҙмәт итмәйенсә генә, үҙеңсә йәшәп тик ятаһың. Атайҙың өс фатиры бар ине бит. Уларҙы ҡуртымға биреп, килгән аҡсаһына рәхәт көн итә инем дә бит, юҡҡа сығарҙы, хайуан!
Эшен тамамлағас, танышыма рәхмәт әйтеп, аҡсаһын түләнем дә, бәҙрәфкә киттем. Сығып барғанда Гөлсөм администратор ҡыҙға:
– Йөрө инде элекке хәйерселәргә хеҙмәт итеп! Мәктәп формаһының еңе терһәгенә сыҡҡансы кейеп йөрөй торғайны, хәҙер берәү машиналы булып, салонға йөрөй икән! Өс йыл һайын осрашалар, имеш! Как бутты мин уларҙы күргем килеп тора! – тип һөйләгәнен ишетеп, уға асыуланырға ла, йәлләргә лә белмәнем.
Икенсе көнө ирем Айҙар менән шул турала һөйләшеп киттек. Һәр саҡ төплө фекер йөрөткән хәләлем тынысландырып ҡуйҙы:
– Асыуланма ла, йәлләмә лә. Ул һәйбәт ҡыҙ ине. Атаһы ла тәүҙә кешелекле булған, тиҙәр. Тик байып, хәлләнеп алғас, шул бәхетте күтәрә алманылар инде. Әсәһе Зөһрә апайҙы хәтерләйем: һәр кешене йолҡош менән хәйерсенән һалдырып әрләй торғайны. Шул тәрбиәне алған баланан нимә көтәһең инде. Тик шуныһы йәл: мәңге шулай бай йәшәрбеҙ тип балаларын боҙҙолар ҙа, уға ғәҙәти тормошҡа өйрәнеү, кешеләр менән аралашыуҙы өйрәтмәнеләр. Ярай, нисек тә булһа йәшәргә тырыша, һөнәргә өйрәнә икән, кешеләрҙе хеҙмәтләндерергә көс тапҡан икән, йәшәр. Иң мөһиме, әсәһе кеүек юҡҡа сыҡмаһын....