0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
26 Февраль , 11:10

Түрәләр йыйылышы

Ойошмала эштәр бик хөрт бара. Шуға ла директор барлыҡ бүлек етәкселәрен йыйылышҡа саҡыртты. — Хөрмәтле коллегалар, — тип башланы һүҙен директор, — белеүегеҙсә, эш күрһәткестәре бик түбән. Артабан былай булмай. Беҙ, һигеҙ етәксе, моғайын, был ауырлыҡтарҙы үтеү юлын табырбыҙ. Беҙҙең етешһеҙлек ниҙә?

Түрәләр йыйылышы
Түрәләр йыйылышы

— Директорыбыҙ менән килешмәү мөмкин түгел, — тине уның беренсе урынбаҫары. — Һеҙҙең барығыҙҙан да берешәр тәҡдим көтәбеҙ.
— Эйе, етәксебеҙ бушҡа борсолмай, — тине директорҙың икенсе урынбаҫары. — Әйҙәгеҙ, уй-фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
— Реклама бүлеге, һеҙгә һүҙ, — тине директор.
— Һүҙ һеҙгә, реклама бүлеге етәксеһе, — тине бер тауыштан директор урынбаҫарҙары.
— Мин был йылға стратегия төҙөнөм, әммә хеҙмәткәрҙәр ул планды үтәргә теләмәй, — тип алдында ятҡан ҙур папкаһын болғаны уныһы.
— Ярай, — тип ауыр көрһөндө директор. — Ә һеҙ, дөйөм эштәр бүлеге мөдире, ни әйтерһегеҙ?
— Мин төҙөгән график буйынса ниңәлер һеҙ генә эшләйһегеҙ. Ә бына хеҙмәткәрҙәр уға төкөрә! Үҙҙәре ял итмәй ҙә аҙаҡ мине ғәйепле итәләр! — тип күҙлеген төҙәтте быныһы.
— Тәк, — тине башын тырнап директор. — Бренд буйынса супервайзер, бәлки һеҙҙең ғәйеп барҙыр?
— Юҡ-юҡ-юҡ! — тип баш сайҡаны уныһы. — Мин кейемде лә, биҙәүестәрҙе лә брендыбыҙ концепцияһына тап килтереп эшләнем. Хеҙмәткәрҙәр ул кейемде уңайһыҙ ти, кейеүҙән баш тарта.
— Йә инде, — директор тамаҡ ҡырҙы. —Телемаркетолог, һеҙҙең эштәр нисек бара?
— Ну, ҡарағыҙ, — тине уныһы, галстугын рәтләп. — Мин телефондан клиенттар менән нисек һөйләшергә кәрәклеге тураһында скрипт яҙҙым. Ә ниңә шылтыратып һөйләшмәгәндәрен хеҙмәткәрҙәрҙән һорағыҙ!
— Һм... — тине директор, ҡаштарын төйөп. — Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса бүлек начальнигы, клиенттар менән һеҙ эшләп еткермәйһегеҙ, ахыры?..
— Мин әйләнгән һайын матбуғат-конференциялары ойошторам. Тик ниңәлер уларға бер хеҙмәткәр ҙә йөрөмәй. Мине бөтөнләй хөрмәт итмәйҙәр, шикелле, — тип күҙ йәштәрен һөрттө был түрә.
— Аңлашылды! — тип гөрһөлдәне директор. — Саҡырығыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе!
Ике урынбаҫар бер юлы сәркәтипкә әйләнеп ҡараны. Ул урынынан йәһәт кенә тороп, кабинеттан сығып китте. Ике минуттан бер хеҙмәткәр килеп инде.
— Ҡайҙа ҡалғандар? — тип һораны унан директор. Ул тиклем түрәне күргәс, бер аҙ юғалып ҡалһа ла, хеҙмәткәр:
— Мин яңғыҙым ғына эшләйем, — тип мығырҙаны.
— Тәк, аҡланырға кәрәкмәй! Һин әйт әле, ниңә реклама стратегияһын үтәмәйһең? Ниңә графикка төкөрәһең? Ниңә бренд концепцияһына тура килгән кейемде кеймәйһең? Ниңә клиенттарға шылтыратмайһың? Ниңә пресс-конференцияларға йөрөмәйһең?
Хеҙмәткәр директорҙың көр тауышынан ҡалтыранып киткәндәй булды. Шулай ҙа яуап бирергә үҙендә көс тапты:
— Мин бит я-я-яңғыҙым эшләйем... Өлгөрә алмайым...
— Ах, бына нимә икән! — тине директор маңлайына шап иттереп һуғып. Шунан ике урынбаҫарына уҫал ҡараш ташлап, әмер бирҙе: — Бөгөн үк иғлан яҙығыҙ: “Фәлән ойошмаға, хеҙмәткәрҙең өлгөрә алмауы сәбәпле, эш сифатын үҫтереү буйынса бүлек начальнигы һәм тайм-менеджмент буйынса етәксе талап ителә...”
Киләһе йыйылышта бахыр хеҙмәткәрҙе инде ун етәксе әрләне.

З. Хәкимйәнова.

Автор:
Читайте нас: