+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
28 Февраль , 13:00

“Ҡасып кит, сәсеп кит”!

2022-2024 йылдарҙа күп сит ил компаниялары ишекте емерә һуға яҙғансы ябып Рәсәйҙән сығып киткәндәр ине. Ә беҙгә бартамсылдар кәрәкме?

“Ҡасып кит, сәсеп кит”!
“Ҡасып кит, сәсеп кит”!

“Ҡасып кит, сәсеп кит”, -тип өйрәтә башҡорт мәҡәле. МХО башланғас, 2022-2024 йылдарҙа күп сит ил компаниялары  ишекте емерә һуға яҙғансы ябып Рәсәйҙән сығып киткәндәр ине. Хәҙер, бартамлауҙары беҙгә әллә ни зыян килтермәүҙе, ә үҙҙәре байтаҡ килем юғалтыуҙарына төшөнгәс, кире ҡайтыу тураһында һүҙ сығара башлағандар. РФ Президенты В.В.Путин хөкүмәткә был процесты етди контроль аҫтына алырға бойорҙо. Әгәр ҙә уларҙың урындарын ватан етештереүселәре биләй алған икән, был өлөштө кире сит-ятҡа тоттороуҙан ни фәтеүә? Владимир Владимировичтың һүҙенән, айырыуса ауыл хужалығы тармағындағы компанияларыбыҙ ҡаршы сыға, банандан башҡа бар нәмәне үҙебеҙ ҙә етештерә алабыҙ, тигән үтенестәрен еткергәндәр.

Илфат Янбаев.

Автор:
Читайте нас: