“Был бүләкте тапшырыу өсөн беҙ һеҙҙе йыл буйы көттөк. Унда сюрприз”, – тигән дә бер ханым, сәхнә уртаһына ҡыҙыл таҫма менән бәйләнгән тартма сығарып ҡуйған. Фирдүс тәүҙә юғалып та ҡала, ҡолағын тартмаға ҡуйып, тыңлап та ҡарай. “Һелкенә был, йәмәғәт”, ти ҙә ҡумтаны асып ебәрә. Ә унда – тере ҡаҙ! Бисара ҡош та был “сюрпризды” көтмәгәндер инде, әллә ҡурҡышынан, әллә үс итеп, шунда уҡ йомошон йомошлаған. Фирдүс уны ҡулына алам тигәндә буялып та ҡуйған.
Их, был хәл төшөмә керһә, аҡсаға булыр ине, өндә лә байлыҡҡа, уңышҡа булһын!
Фото: Вк