Ошо ваҡиғанан һуң Данис йырсының башҡа концерттарында күренә башлаған. Ул хәҙер сәхнәгә тулы хоҡуҡлы “Ғәбделфәт Сафин” булып, уныҡы кеүек кейемдәрҙән, ҡулына микрофон тотоп сыға, ти. Ике Ғәбделфәт араһында ошондайыраҡ һөйләшеү бара:
- Һин кем?
- Ғәбделфәт Сафин.
- Ә мин кем булам һуң, улайһа? Һин ҡайҙан килдең?
- Башҡортостандың Благовар районынан.
- Благовар? Ә-ә-ә, Туймазы янында ул, эйеме? Нисәнсе йылда тыуғанһың?
- 1970.
- 1969 йылда минең атайым Благоварҙа шабашкала булғайны шул... Әсәйең ҡайҙа эшләне?
- Цемент һатыусы.
- Минең атай каменщик ине. Тимәк, һинең әсәйең минең атайға цемент һатҡан, ә ул унан цемент һатып алған булып сыға. ДНК эшләйбеҙме?
- Ярай, ярай эшләрбеҙ.
- Ә, беҙ туғандар булып сыҡһаҡ, атай ауылдағы йортто һинең исемгә яҙҙырып ҡуйыуы ла бар бит, тип бар халыҡты көлдөрөп йөрөй ти былар.
ДНК һөҙөмтәләрен Ғәбделфәт Сафин үҙенең сираттағы концертында иғлан итергә вәғәҙә биргән.