Мәҫәлән, 10-сы ҡаттағыһы – 10 миллион һум, 20-се ҡаттағыһы – 20...
– Ә ниңә улай?
– Һис тә аптырамағыҙ, өҫтәмә “плюс”тары бар!
– Ниндәй?
– Күк аяҙҙа йәйрәп Ағиҙел буйҙары күренә, төнгө ҡала уттары балҡый, йондоҙҙар емелдәшә. Балконға сығып ҡарап тороуы йәннәт инде, йәннәт!
– Ә болотло булһа?
– Ә болотло булһамы!? Уныһы ла бик шәп!.. Ы-ы... Күкрәк тултырып саф һауа һулайһың...
Фәнүз ШӘҒӘЛИЕВ,
Әлшәй районы.