+28 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
18 Март 2025, 11:30

Сәскәһен класта өҙгән

Апай уҡытыусы балаларын, дәрес ваҡытында бәҙрәфкә барғылары килһә, ҡул күтәреп: "Апай, баҡсаға сығып сәскә өҙөп килергә мөмкинме?"— тип һорарға өйрәткән. Бер көндө уҡытыусы предметы буйынса райондың башҡа уҡытыусылары, мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында асыҡ дәрес биргән. Дәрес ваҡытында бер уҡыусы ҡулын күтәреп "сығып сәскә өҙөп килергә" рөхсәт һораған.

Сәскәһен класта өҙгәнСәскәһен класта өҙгән
Сәскәһен класта өҙгән

"Һуңыраҡ сығып өҙөрһөң" тип уҡытыусыһы уны тынысландырған.
Асыҡ дәрес аҙағына табан барып, башҡа уҡытыусылар, мәғариф бүлеге вәкилдәре кластан сыҡҡас, уҡытыусы теге уҡыусыһына:
—Бар, сығып сәскәңде өҙөп ин,— тип өндәшкән.
—Эй, апай, мин ул сәскәне әллә ҡасан уҡ өҙөп, инде күпме ваҡыт еҫен еҫкәп ултырам,— тип яуаплаған уҡыусы.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 713-сө күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай.

Фото: storage.googleapis.com

Автор:
Читайте нас