– Уның ни ғәйебе бар! Элек асфальт юлдар ҙа юҡ ине был тарафтарға!
– Бәй, әрләмәй ни, асфальтты йөҙ йылға етерлек итеп һалдырмаған бит! Әлеге түрәләрҙе әрләргә баш ике түгел!
– Ишғәле, һин гел етешһеҙлектәрҙе күрәһең. Мин, мәҫәлән, бөрйәндәрҙең ҙур, күҙҙең яуын алып торған матур ҡарағай йорттарҙа йәшәүенә, күп балалы ғаиләләр байтаҡ булыуына һоҡланам.
– Ҡушғәле, шулайын шулай, тик һәр кем үҙенә ҡағылғанды күрә. Юлда һелкенеп килә торғас, эстән түҙеп булмай башланы. Байназар ауылына еткәс, дарыу алам, тиһәм, бында хәҙер аптека ла юҡ икән. Бәлки, ярҙам ҡулы һуҙырҙар тип, участка дауаханаһына барһам, уныһы ла ябылған. Район үҙәгендәге тау башына күккә олғаштырып төҙөлгән дауаханаға көс-хәлгә барып еткәйнем, уныһының баҫҡыстары Ҡытай стенаһынан ҡалышмай, менә-менә күҙ тондо, өҫтәүенә, тар, ҡаршыға осрағандарҙы саҡ-саҡ үткәрәһең. Моғайын, райондағы берҙән-бер дауаханаға килеүселәр күптер, шуға күрә сираттарҙы кәметеү өсөн алдан уйлап эшләнгәндер был баҫҡыстар – етмеш-һикһән йәшлек әбей-бабайҙар өсөн шәп кастинг бит, һәр береһе ошо кәртәне үтә алмай.
Район буйлап йөрөгәндә, әленән-әле йыуан, шәмдәй төҙ ҡарағай бүрәнәләр тейәгән ауыр машиналар осрай. Бөрйәндәр күҙ алдында байый тип, ҡыуанмай тор – был машиналар ситтән килгән ҡеүәтле предприятиеларҙыҡы. Коррупция менән дә шәп көрәшәләр бында: яңыраҡ эшҡыуарҙан аҡса алып, уның ҡырын эштәренә күҙ йомған лесничийҙы эләктергәндәр. Бөрйәндәр ҙә өй һалырға ағас ала, бары тик сиратта ун йыл самаһы торорға кәрәк буласаҡ. Онотоп торам, көнө буйы район үҙәгендә йөрөп, бер бәҙрәф тапманым. Бик түҙемле кешеләр йәшәй икән Бөрйәндә!
– Бына һиңә кәрәк булһа, ишетмәһәң – ишет! Бер сәйәхәттә күпме онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алғанһың! Мин дә Төркиә урынына Бөрйәнгә барайым әле!
Осҡор ТИКТОРМАҪОВ.