– Йә-йә, әйт инде. Көттөрмә! Унда ниндәй ҙур һөйөнсө?
Ауыҙы ҡолағына еткән Ҡасим шатлығынан ниндәй һүҙ табырға белмәйенсә торҙо. Унан инде ҡулдарын йәйеп тыпырҙатып бейеп алды:
– Э-х-х, егеттәр, беләһегеҙме? Мине ҡотлаһағыҙ ҙа була. Кәләшем лотереяға машина отҡан.
– Үәт, исмаһам, шатлыҡ!
– Ҡотлайбыҙ һине, Ҡасим! Был эштә күпме йөрөһәң дә машина ала алмаҫһың. Үәт, һин – бәхетле кеше!
– Ҡайҙан лотерея алған, мин дә бәхетте һынап ҡарар инем!
– Ҡатыным мәктәптә эшләй бит. Шунда күп итеп гәзит-журналдарға яҙҙырталар. Шунан берәүһенә квитанцияһын ебәргән дә инде, – тип аңлатты ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән Ҡасим.
– Үәт, әй! Машина бирерлек редакциялар булғас шәп әле. Уның тиражы ла шәптер.
– Уҡытыусыларҙы көсләп яҙҙырһалар шәп була инде.
– Ана, ике меңенсе йылдарҙа минең күрше ауылдан бер ҡоҙа “Аҙна” гәзите уйнатҡан “шестёрка”ны отто. Әле лә һин дә мин йөрөй.
Араларынан бер шаяны отошто “йыуырға” тәҡдим итте, ҡалғандар күтәреп алды.
Ҡасимға телефонын алып тиҙ генә ҡатынына шылтыратыуҙан башҡа сара ҡалманы:
– Кәләш, һөйөклөм! Аҡса күсерә алмаҫһыңмы икән? Егеттәргә машинаны «йыуҙырырға» ине. Нимә тиһең? Редакцияға ла күстәнәс ал тиһеңме? Алам, әлбиттә. Аҡсаң үҙеңә ҡаламы ул? Күршеләрҙән бурысҡа алаһыңмы? Бына машинаны алғас та таксовать итеп булһа ла ҡайтарып бирермен. Яратам мин һине, ҡәҙерлем! Рәхмәт, һөйөклөм!
Аҡсаһы күскәндән һуң, Ҡасим иптәштәре менән магазинға барып аҙыҡ-түлек алып ҙур табын ҡорҙо. Унан һуң табын хужаһы сәғәтенә ҡараны ла урынынан торҙо:
– Мин тиҙ генә редакцияға барып машинаны алып киләйем. Һеҙ байрам итә тороғоҙ. Юғиһә, ҡайтып китһәләр, төнө буйы көтөргә, сабырлығым етмәҫ.
– Ҡасим, машинаңды алғас та бында кил. Өйөңә ҡасып ҡайтып китмә.
– Килештек, – тине лә Ҡасим сығып йүгерҙе.
Күпмелер ваҡыт үткәс Ҡасим килеп инде:
– Машина күрһәтеүемде көтәһегеҙме? – тине ул, бөтәһе лә үҙенә тын да алмай ҡарап тороуын күргәс. – Ҡатын, ысынлап та, лотереяға төп призды отҡан. Бүләк бына ул!
Ҡасим ҡулындағы ҡатырға һауыттан кофемашина алып, кемгәлер тотторҙо ла әллә шатлыҡтан, әллә ҡайғынан эркелеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, уфтанып ҡуйҙы.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.