- Инмә, кредит алма, тине тағын асыҡ тауыш. Шунан мин был тауыштың минең башымдан килгәнен аңғарҙым.
-Фсю, минең шизофрения башланған. Мин ауырыйым. Нисек артабан мәктәптә эшләргә? Мине эштән ҡыуырҙар. Дауаланыу күпме тора? Ҡасан ауырыу бөтә?, тигән мең һорау секунд эсендә башымды ялмап алды.
- Туҡта инде. Һин ауырыу түгел, илама. Тауыш башыңда түгел. Был мин Вәсил. Һәҙәптең хужаһы. Мине тыңлаһаң, һиңә бәхет буласаҡ.
Мин бер аҙ тынысландым. Шулай ҙа минең былай ҙа ҡыйын хәлемде кредит алмайынса нисек еңеләйтергә була, тип аныҡлыҡ индерергә булдым.
-Кредит алғансы, эшеңде алмаштыр тине ул миңә. Ике ставкалы эштә көнө буйы эшләгәнсе, өс офиста иҙән йыу. Ҡайҙа икәнен күрһәтермен. Аҡсаң күпкә артыҡ булыр.
Өйгә ҡайтып, пландарымды һөйләп биргәс, әсәйем, нисә йылдар буйына уҡытыусыға уҡып, хәҙер иҙән йыуаһыңмы, тип геү килде. Әммә мин әйткән һүҙемдә тороп, эшендән китеп өс урында иҙән йыуа башланым.
Былай эшләгәс, минең буш ваҡытым күбәйҙе һәм ике аҙнанан мәктәп авансынан ҡарағанда күпкә артыҡ аҡса килеп инде.
Бер аҙҙан Вәсил миңә минең бер бүлмәле квартирамда йәшәгән квартиранттарҙың договоры бөтөп килеүен иҫкәртте. Уларҙы сығарып, үҙеңә күсергә ваҡыт тине ул.
- Һин нимә, ул аҡсалар бит беҙгә ҡустымдың автокредитын ябыр өсөн кәрәк.
Шул мәлдә Вәсил ат һымаҡ кешнәп көлдө: Һинең ҡустың яңы ғына ҡатынына ярты миллионлыҡ тун һатып алып бирҙе. Ә һин әсәйең менән йәшәйһең. Иҫкергән әйберҙә йөрөйһөң. Утыҙ йәшеңдә илле йәшлек ҡатынға оҡшағанһың. Һин былай барһа, кейәүгә сыға алмаясаҡһың.
Мин Вәсилдең был һүҙҙәренән һуң, оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөнөм.
Икенсе көнөнә мин уның хаҡ икәнен аңлап квартиранттарға шылтыраттым. Улар үҙ сиратында асҡысты тапшырырға әҙерҙәрен белдерҙе.
Әсәйемә квартираға күсеүемде хәбәр икәс, ул миңә хәтәр ыҙғыш күтәрҙе. Ҡустымдың ғаиләһенә ауыр, беҙ ярҙам итергә тейеш икән. Ә уның ҡатыны ярты миллионлыҡ тунды заслужила. Ә мин иҙән йыуғас, тун кәрәкмәй имеш. Ныҡ асыуланып үҙемдең квартираға күсеп киттем.
Артабанғы ике йылда тик Вәсилде тыңлап йәшәнем. Квартираға ремонт эшләнем, гардеробымды яңырттым, ябыҡтым. Тағы Өҫтәмә эш таптым. Кредитка машина алдым. Һәм бер егет менән таныштым.
Бөгөн минең беренсе свидание. Вәсилдән нимә кейергә тип һорайым. Ә ул бөгөн бойоҡ. Джинсы менән кофта кей, һеҙ бөгөн паркта йөрөйәсәкһегеҙ, ти.
Мин, ни эшләп уның бойоҡ икәнен һорашҡас, ул, мин оҙаҡламай кейәүгә сығам, балаларыбыҙ буласаҡ һәм бәхетле буласағымды әйтте. Ә Вәсилдең эше тамам, ул икенсе кешеләргә ярҙам итергә тейеш икән.
Икенсе көн мин һәҙәпте табып алған ергә ҡалдырып киттем. Минән һуң уны насар ғына кейенгән бер ҡыҙ күтәреп алды.
Эйе, ул ҡыҙға Вәсилдең ярҙамы ныҡ кәрәк, тип уйланым мин.
https://vk.com/sayer_donja