+28 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
3 Апрель 2025, 07:20

Еҙнәм арҡаһында ҡатынһыҙ ҡалдым

Үҙем менән булған бер хәлде һөйләйем әле. Быға 20 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Атайым, әсәйем, апайым һәм еҙнәм менән миңә кәләш һоратып барҙыҡ.

Еҙнәм арҡаһында ҡатынһыҙ ҡалдымЕҙнәм арҡаһында ҡатынһыҙ ҡалдым
Еҙнәм арҡаһында ҡатынһыҙ ҡалдым

Дуҫ егет өйләнде, туйында мин шаһит булдым. Шаһит ҡыҙ күңелгә ятты бит, әй.  Шунан беҙ танышып матур ғына йөрөп киттек. Аралар алыҫ, бер районда йәшәһәк тә, 70 саҡрым самаһы. Ярты йылға яҡын осрашып йөрөгәс, ҡоҙалап барырға булдыҡ.

Шулай килеп индек ҡыҙ йәшәгән йортҡа, беҙҙе көтәләр, әлбиттә. Буласаҡ  кәләшемдең атаһы еҙнәмә ҡарап тик тора, һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар, ти.  Түргә инеп ултырҙыҡ, ниндәй йомош менән килеүебеҙҙе белдерҙек – ҡоҙалап. Юҡ, нишләптер, һөйләшеү бармай ҙа ҡуя, еҙнәмә ҡарап тик ултыра ҡайны булаһы кеше. Еҙнәй: “Әллә инде, мин был яҡтарҙа эш буйынса йыш булам, йорт беренсә электр селтәрен тикшереп, счетчиктарын ҡарайым”, – ти был. Шул мәл ҡыҙҙың атаһы һикереп торҙо ла: “Бырығыҙ сығып китегеҙ! Мин һеҙгә ҡыҙымды бирер эшем юҡ”, - ти бит. "Ни булды? Ни эшләп?" – тибеҙ аптырап. Еҙнәм. Ҡасандыр, минең буласаҡ ҡайныма штраф һалып сыҡҡан  булған, бик ҙур сумма...мутлығы өсөн.

Шулай, тау менән – тау ғына осрашмай... кеше менән – кеше осраша икән... Еҙнәмә, әйҙә, үҙ-ара һөйләшәйек, штраф һалма тип үтенгән булған икән. Тегенеһе уны тыңлап та бирмәгән.

Аллаға шөкөр, әлегеһе көндә мин дә, ул ҡыҙ ҙа, үҙ ярҙарыбыҙҙы табып, матур йәшәп ятабыҙ. Кемдең кем булырын ҡайҙан ғына беләһең инде.

Фото: silavmisli.ru

Автор:
Читайте нас