Башҡалар:"Тәмәке ҡайнатып һиптеңме әллә башҡа төрлө химикат ҡулландыңмы?" — тип, эй, бының ҡөтдәһенә сыҡҡандар. Улар хатта был мәғлүмәтте һатып алмаҡ булып, аҡса ла йыйырға тотонғас, теге кеше: "Уларҙың духы ла булмаҫлыҡ иттем, картуф сәсмәнем дә ҡуйҙым", — тип бәхәскә нөктә ҡуйған.
...Бензинға хаҡтар айлап түгел, көнләп арта башлағас, мин дә машинамды ултыртып, күберәген йәйәү йә афтауыз менән йөрөй башланым. Тик айырым осраҡтарҙа ( ҡаланан ситкә сыҡҡанда, тыуған яҡҡа ҡайтҡанда) ғына тимер атыма ултырам.Ҡара иһәп менән самалап ҡарағанда ла, минең өсөн бензинға хаҡ артты ни ҙә, артманы ни — оттом...