Һәм табалар ҙа! Үҙҙәре эшләгән төҙөлөштәге бер прорабты күндерәләр был изге эшкә. Бушҡа түгел, әлбиттә, 1000 һум аҡса бирәләр (ул заманда ҙур аҡса!), телен тыйһын типтер инде.
Ярай, эш бешә, туғыҙ айҙан бына тигән бәпес алып ҡайталар бәхетле ата-әсә, льготаларҙы, фатир-машинаны юллай башлайҙар.
Тик беҙҙең прораб, әллә көнсөллөктән, быларҙы судҡа бирә бит, әттәгенәһе! Был кешеләр хөкүмәтте алдай, эш бына шулай , шулай булды тип дөрөҫөн һөйләп, шикәйәт яҙып бирә.
Суд була. Суд бинаһы туп тулы халыҡ, судья хөкөм ҡарарын уҡығас, көлә-көлә ултырғыстарҙан ауышып бөтә былар.
Ә хөкөм ҡарары былай була:
- Ғәйепләнеүселәрҙең эшендә закон боҙоу ғәмәле юҡ, тыуған баланы улар яраталар, һәм ул теләп алынған бала.
- 1000 һумды законһыҙ рәүештә алынған эш хаҡы тип раҫларға, һәм прорабтан түләтергә.
- Прораб баланы үҙенеке тип танығас, 18 йәшкә тиклем балаһына алимент түләтергә!
Совет суды донъяла иң гуманлы суд –тип ҡысҡырған билдәле комедия геройының ҡайһылай дөрөҫ фекер әйткәненә хайран ғына ҡалырға ҡала...
Сығанаҡ: https://vk.com/mazaktar?from=groups
Фото: yarkoeplamya.ru