+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
17 Апрель 2025, 10:45

Эсмәгеҙ, ирҙәр!

(Йомортҡа түгел, себеш ҡыҙҙырған...) Бергә эшләгән бер апайҙың ире бик ныҡ эсә. Оҙаҡ итеп тыйылып йөрөй ҙә, шунан туҡтай алмай эсә лә китә. Бер көндө был апай төшкө аштан килде лә көлә лә көлә. “Ниңә көләһегеҙ?” – тигәс, хәлен һөйләне. “Көлкө түгел инде был ҡыҙҙар, ҡыҙғаныс”, – ти.

Эсмәгеҙ, ирҙәр!Эсмәгеҙ, ирҙәр!
Эсмәгеҙ, ирҙәр!

Эш былай булған. Апай өйгә ҡайтһа, ире өйҙә юҡ, ти. Әммә өйҙә тәмле ҡыҙҙырылған балыҡ еҫе сыға икән. Коллегам бик аптыраған, ире айныған да берәйһенән балыҡ һатып алып, уның ҡайтыуына бешереп ҡуйған тип уйлаған. Шатлығынан ашыға-ашыға табаны асып ебәргән. Ә унда...тауыҡ сепейҙәре йәбешеп ята, ти.

Ире кетәклеккә инеп, себеш сығарып ултырған тауыҡты ҡыуып төшөрөп. Уның йомортҡаларын алып кереп “ҡыҙҙырған”. Иҫерек булғас, йомортҡа эсендәге етлегеп тә бөтмәгән себештәрҙе күрмәгән дә инде.

“Ҡайтып, шул бешергән себештәрен ашармы икән тип көттөм, ҡайтманы”, – ти коллегам”.

Социаль селтәрҙәге бер ҡатын ауыҙынан.

Автор:
Читайте нас