

Ике көн сапҡандан һуң, тәүге көн сапҡандарҙы әйләндереп-тулғандырып күтәремләйбеҙ ҙә, бесәне ныҡлап кипкәнсе йәнә сабабыҙ. Шунан һуң тәүге күтәремдәрҙе күбәләйбеҙ. Әгәр ҙә ямғыр-фәлән яуһа, сабыу менән генә булабыҙ. Иртәнсәк сәй ҡайнып сыҡҡансы ла, ысыҡ һирпелдереп һыныҡ яҙҙырып берәр-икешәр бакуй сабабыҙ.
Аҙнаһына бер тапҡыр ауылға ҡайтып, мунса инеп, тағы ла ризыҡ тейәп киләбеҙ. Өс-дүрт аҙна үтеүгә кәбән ҡойоу мәле лә етә. Был көндө иртән иртүк күбәләрҙе кәбән урынына ат менән тарттыра башлайбыҙ. Тәүҙә өс күбәне өсмөйөш рәүешле ҡуйып кәбәндең төбөн һуҡтырабыҙ. Артабан кәбән һала башлайбыҙ. Кәбән һалыу өсөн дә төп, күкрәк, ос һәнәктәре кәрәк була. Кәбәндәр әҙер булғас, уларҙы малдан һаҡлар өсөн кәртәләп сығабыҙ...
Башҡорт тағы ла бер нисә урында лирик сигенеүҙәр менән нисек итеп бесән әҙерләүҙәрен бәйән итеп бөткәс, сират татарға килеп еткән...
Татарҙың әңгәмәһе бер генә һөйләмдән торған: "Печән әзерләүнең нәрсәсе бар инде: чабасың да, жыясың да, өясең дә куясың..."
Фото: kasheloff.ru